Точисский Павел Варфоломеевич

революция хәрәкәте эшмәкәре

Точисский Павел ВарфоломеевичАвгуст-Рене-Болеслав- Людвиг Точисский[3];  3 май 1864 йыл, Екатеринбург18 июль 1918 йыл, Белорет заводы, (хәҙерге Белорет) — Рәсәйҙә  социал-демократик хәрәкәте эшмәкәре, большевик.

Точисский Павел Варфоломеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 3 май 1864({{padleft:1864|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1]
Тыуған урыны Екатеринбург, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 18 июль 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2] (54 йәш)
Вафат булған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Точисский Павел Варфоломеевич

Биографияһы

үҙгәртергә

Атаһы,  Варфоломей Францевич - руслашҡан поляк, ваҡ алпауыт поляктарынан, отставкалағы полковник,  Екатеринбург төрмәһе начальнигы, әсәһе — француз ҡатыны, Урания Августовна, архитектор ҡыҙы[4], улын  Бөйөк француз революцияһы традицияларында тәрбиәләүсе.

Урал үҙенең тауҙары һәм урмандары менән малайҙа тәбиғәткә һөйөү уята һәм уны шағир итә, ә  Петербургтан һөрөлгән  революционерҙар унда  революцион ҡараштарының  үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Гимназияла уҡ халыҡсылыҡ  түңәрәге ойоштора, ә 1883 йылда гимназияны ташлай һәм тимер юлы оҫтаханаларына эшсе булып эшкә инә. 1884 йылда менән апаһы Мария менән (Бестужев курстарына уҡырға ингән) — Санкт-Петербургҡа бара, слесарь һөнәрен өйрәнеү өсөн һөнәрселек курстарына уҡырға инә.

1885 йылдың көҙөндә түңәрәк ойоштора. Уның составында, ойоштороусынан тыш, Брейтфустарҙың өс туғаны (Людвиг, Эдуард һәм Гейнрих), апаһы Мария, дин әһеле  ҡыҙы Аркадакская Любовь Васильевна һәм Васильева Елизавета инә.  Тәүҙә  түңәрәк «Рәсәйҙә эшселәр синыфының материаль, мораль, интеллектуаль кимәлен күтәреү буйынса булышлыҡ йәмғиәте», аҙаҡ — «Санкт-Петербург оҫталарының ширҡәте» тип атала[5]  Бер аҙҙан Точисский Санкт-Петербург эшселәре түңәрәге менән таныша һәм  Невский заставаһы артындағы  Александров заводына эшкә инә.  Бында ул Благоев төркөмөнән булған ҡулға алынған пропагандасы Герасимовты алмаштыра.[6] Точисский  Выборг яғында эшләй, Охтала эшселәр йыйылыштарын ойоштора, «Освобождение труда» төркөмөнөң социал-демократик әҙәбиәте менән таныша.  һәм бында тулыһынса уның сәйәси ҡарашы формалаша. Ул ойошторған  социал-демократик характерҙағы «Петербург оҫталары ширҡәте»  эше буйынса  ҡулға алына һәм Екатеринославҡа ебәрелә. Бында ул чертежсы вазифаһын башҡара, социал-демократтар төркөмө менән бергә эшләй, тиҙҙән тағы ситкә сығарылыуға,  төрмәгә ултырыуға дусар була.

1898 йылда Точисский  Мәскәүгә урынлаша, әммә 1899 йылда  «эшселәре араһында социаль пропаганда менән шөғөлләнгән интеллигентлы түңәрәккә ҡарағанлығы» өсөн ҡулға алына,  Вологда губернаһына 3 йылға ебәрелә. 1905 йылда тағы  Мәскәүҙә эшләй, ҡаланың идаралығында  техник булып хеҙмәт итә, техниктарҙың профессиональ союзы һәм ҡала думаһының социал-демократик фракцияһын ойоштороу менән шөғөлләнә, стачка комитетында рәйес була һәм декабрь ихтилалында  әүҙем ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта ҡала предприятиеһында эшләгән техниктарҙың һөнәри союзы органы — «Техник» журналын һәм «Борьба» гәзитен мөхәррирләй.  Большевиктар партияһының программаһын ҡабул иткән техниктар союзы Точисский етәкселегендә үҙенең сиктәрен киңәйтә һәм бөтә Үҙәк  сәнәғәт  райондарын үҙ эсенә ала. 1906 йылда Точисский яуаплылыҡҡа йәлеп ителә, ә  «Техника» журналы ябыла. Ошо ваҡыттан алып, Февраль революцияһына тиклем полициялар тарфынан эҙәрлекләнеп, ул Рәсәй буйлап ғаиләһе менән ил гиҙә,  даими хеҙмәт урынын үҙгәртә.

1917 йылды ул Уралда, Белорет заводында ҡаршылай.  Точисский  Урал өлкә комитетының партия етәксеһе һәм  хәрби комиссар  вазифаһына күрһәтелә, контрреволюцияға ҡаршы көрәш алып бара. Контрреволюция фетнәһе ваҡытында эсерҙар һәм аҡ казак офицерҙар тарафынан, икенсе мәғлүмәттәр буйынса, И.Д. Каширин отряды штабының командаһы яугирҙәре тарафынан ҡулға алыуға маташҡанда үлтерелә [7].

Ҡыҙы- Мария Павловна (1901—1968).

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • При написании этой статьи использовался материал из Большой Биографической Энциклопедии.
  • Зубков Ю. Театром разгадано. - Огонек, 1968, № 12.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 Точисский Павел Варфоломеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Всероссийская конференция учащихся: Санкт-Петербург и Россия, 25—29 ноября 2003, на сайте petergen.com
  4. Лисовский Н.К. Точисский П.В.-один из организаторов первых марксистских кружков в России.-М.: Государственное Издательство Политической Литературы.1963.
  5. В.Невский. Очерки по истории РКП.Петроград.1923.С.238.
  6. Лисовский Н.К. Точисский П.В.-один из организаторов первых марксистских кружков в России. С.19.
  7. Уральская историческая энциклопедия

Һылтанмалар

үҙгәртергә