Кузнецов Анатолий Васильевич
Кузнецов Анатолий Васильевич (3 май 1923 йыл — ??) —сәнәғәт, партия органдары һәм фән өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1961 йылдарҙа Өфө «Электроаппарат» заводы директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе.
Кузнецов Анатолий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 3 май 1923 (101 йәш) |
Тыуған урыны | Херсон, Херсонский округ[d], Одесская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Одесская национальная академия связи[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәКузнецов Анатолий Васильевич 1923 йылдың 3 майында Украина ССР-ының Херсон ҡалаһында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1951 йылда Одесса электротехник институтын тамамлаған.
1941—1945 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1945—1951 йылдарҙа Одесса электротехник институтында уҡый. Юғары һөнәри белем алғас, Өфө ҡалаһында төҙөлөш-монтаж идаралығында начальник, Өфө элемтә идаралығында баш инженер, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
1955—1957 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында инструктор.
1957—1961 йылдарҙа Өфө «Электроаппарат» заводының директоры.
1961 йылда партияның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире.
1988—1991 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһында бүлек мөдире
[1].
Өфө ҡалаһының Совет районы 59-сы Володар һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе [2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Октябрь Революцияһы ордены,
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены,
- «Почёт Билдәһе» ордены,
- миҙалдар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104