Хәлилов Азамат Самат улы
Хәлилов Азамат Самат улы (3 май 1970 йыл — 27 май 2018 йыл) — театр һәм кино актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).
Хәлилов Азамат Самат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 3 май 1970 |
Тыуған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 27 май 2018 (48 йәш) |
Вафат булған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Эшмәкәрлек төрө | театр актёры[d] һәм кино актёры[d] |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Биографияһы
үҙгәртергәАзамат Самат улы Хәлилов 1970 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы үҙәге — Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Бала саҡтан бик әүҙем, шуҡ булып үҫә. Спорт менән ныҡышмалы шөғөлләнә, 9 класта уҡығанда милли көрәш буйынса 1-се өлкәндәр разрядына лайыҡ була. Ағас һырлау сәнғәте, фото төшөрөү менән дә мауыға. 8 класта уҡыған саҡта дуҫтары менән ул ваҡытта популяр булған вокал-инструменталь ансамбль ойоштора, мәктәп администрацияһы аппаратура ла алып бирә, шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдыра.
1987 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә, уға билдәле режиссёр Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов курсында уҡыу бәхете тейә. Икенсе курстан Азаматты хәрби хеҙмәткә алалар (Ҡаҙағстанда, Краснодарҙа хеҙмәт итә). Көҙөн юғары уҡыу йорттары студенттарын әрменән ҡайтарыу тураһында закон сыға, һәм егет институтта ҡабаттан уҡый башлай. Рифҡәт Исрафилов уны үҙ курсында ҡалдыра һәм Азаматҡа ике курсты бер йылда тамамлау өсөн бик күп көс һалырға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан ул уҡыу йортон тамамлауға башлы-күҙле булып (ҡатыны — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Хәлилова), бәхетле атай булып та өлгөрә.
Ижади эшмәкәрлеген 1991 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай, әммә Илшат Йомағолов (институттағы сәхнә теле уҡытыусыһы) йәштәрҙе яңыраҡ ҡына асылған Стәрлетамаҡ драма театрына күсергә өгөтләй. Шулай итеп, 1992 йылдың март айында йәш ғаилә Стәрлетамаҡҡа күсә һәм театрҙа ең һыҙғанып ижад итә башлай[1].
Азамат Хәлилов 2018 йылдың 27 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһында көтмәгәндә вафат булды[2].
Ижады
үҙгәртергәТеатрҙағы тәүге көндәренән үк Азамат Хәлилов үҙен һәләтле, ҙур өмөттәр уятҡан актёр итеп таныта. Стәрлетамаҡ драма театры сәхнәһендә ул төрлө масштабтағы һәм характерҙағы иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙыра.
Тәбиғәттән бирелгән көслө темпераменты, шаянлығы, юморҙы нескә аңлауы, эшлеклелеге, әҫәрҙең жанрын, ролде дөрөҫ тойомлап, ихлас бирә белеүе Азамат Хәлиловты театрҙың күренекле, билдәле артистары араһына индерҙе һәм, иң мөһиме, үҙ тамашасаһын табырға мөмкинлек бирҙе[3].
Артист Лек Вәлиев, Рифҡәт Исрафилов, Филарит Бәкеров, Әхтәм Абушахманов һәм Б. Хәйбуллин ҡуйған спектаклдәрҙә лә ҡатнашты.
Ҡаһым түрә, кенәз Тереғол һәм Шәкүр ролдәрен башҡарған өсөн 2000 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһына лайыҡ була.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
үҙгәртергә- Роберт Бөрйәнов — Б. Рафиков, «Замана минең ҡулда»
- Хәйретдин — Ф. Бурнаш, «Йәш йөрәктәр» (режиссёрҙары Г. Ильясова, Х. Яруллин)
- Гнат — К. Карпенко—Карий, «Бәхетһеҙ мөхәббәт» (реж. Г. Ильясова)
- Алексей — А.Гельман, «Скамейка»
- Шәкүр — Т. Миңнуллин, «Диләфрүздең дүрт кейәүе» (реж. К. Исламғолова)
- Дәүләтбай — М. Кәрим, «Ҡыҙ урлау» (реж. Рөстәм Хәкимов)
- Кенәз Тереғолов — Х. Ирғәлин, «Инә бүре ҡарғышы»
- Ҡаһым түрә — И. Дилмөхәмәтов һәм Ә. Дилмөхәмәтова, «Ҡаһым түрә»(Ә. Әхмәҙуллин)
- Баһанур — Ф. Бүләков, «Мөхәббәт ҡарағы»
- Искәндәр бай — М. Фәйзи, «Аҫылйәр» (реж. Азат Йыһаншин)
- Сәлим — Э.Ягудин, «Китмәҫкә килгән ҡошом!» (Алло!!! Агентство?!) (реж. И. Валиев)
- Бәхти — Д. Сәлихов, «Ҡатын түгел — аждаһа» (реж. И. Валиев)[4]
- Самат — Р. Ҡол-Дәүләт, «Бермуд өсмөйөшө» (реж. А. Йыһаншин)
Кинолағы ролдәре
үҙгәртергәТамашасылар араһында Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары ҡатнашҡан «Күңелле йәшәйбеҙ» тележурналы популярлыҡ яулап алды. Сюжеттар төрлө ерҙәрҙә төшөрөлә: Мысырҙа Ҡыҙыл диңгеҙ буйында, Краснодар крайында һәм Башҡортостанда. Азамат Хәлилов әлеге һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең базаһында төшөрөлгән башҡа күп сериялы «Бәхет ҡошо» (2014), «Сируси» (2015), «Күршеләр» (2016) (сцен. авторы Д. Йосопов, реж. Р. Юлтаев) һәм Т. Бураҡаеваның «Мин өйләнәм» (2013) фильмдарында ла уйнай һәм ихласлығы, шаянлығы менән тамашасыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, һөйөүен яулай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000)
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000)
- Республика «Театр яҙы» фестивале дипломанты — М. Шахановтың әҫәре буйынса ҡуйылған «Крах и отчаяние» спектаклендә Сыңғыҙхан роле өсөн (2003)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ҒАИЛӘ БӘХЕТЕ БЕР УЙЛЫ БУЛЫУҘА УЛ
- ↑ В Башкортостане скоропостижно скончался известный актёр Азамат Халилов. Башинформ мәғлүмәт агентлығы, 2018, 28 май (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2018)
- ↑ Азамат Хәлилов(недоступная ссылка)
- ↑ Ысынбарлыҡ — көлкө аша(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Халилов Азамат Саматович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 543. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Азамат Хәлилов(недоступная ссылка)
- Ысынбарлыҡ — көлкө аша(недоступная ссылка)
- Все аннотации Стерлитамакского государственного театрально-концертного объединения 2018 йыл 12 апрель архивланған. (рус.)
- Афиша Стерлитамакского театрально-концертного объединения (рус.)
- ҒАИЛӘ БӘХЕТЕ БЕР УЙЛЫ БУЛЫУҘА УЛ
Видеояҙмалар
үҙгәртергә- Йәш йөрәктәр(недоступная ссылка)
- Сируси 2018 йыл 18 май архивланған.
- СЕРИАЛ «СОСЕДИ» (КҮРШЕЛӘР) 2018 йыл 17 май архивланған.
- БСТ, яңылыҡтар