Бөрйән район үҙәк дауаханаһы
Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы (рус. Государственное бюджетное учреждение здравоохранения Республики Башкортостан «Бурзянская ЦРБ», «Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы» Башҡортостан Республикаһы дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында урынлашҡан медицина учреждениеһы.
Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы | |
Урынлашыуы | |
---|---|
Нигеҙләнеү датаһы | |
Характеристикалар | |
Участкалар |
Байназар амбулаторияһы, 26 фельдшерлыҡ пункты |
Хеҙмәткәрҙәр |
274 |
Табиптар |
38 (2022) |
Среднего медперсонала |
143 (2022) |
Койкомест |
52 |
Координаттары |
Тарихы
үҙгәртергәРайон халҡына беренсел, амбулатор, стационар медицина ярҙамы күрһәтеү; ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм кәметеү буйынса иҫкәртеү саралары, халыҡты диспансерлаштырыу, эпидемиологияға ҡаршы саралар үткәреү; сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса саралар ойоштороу, үткәреү һәм башҡа хеҙмәттәр менән шөғөлләнә. Дөйөм алғанда 70 төр медицина ярҙамы күрһәтә. Терапевт, паллиатив, акушер, педиатр бүлектәре, көндөҙгө һәм тәүлек әйләнәһе стационары эшләй.
Район дауаханаһы составына поликлиника, Байназар амбулаторияһы, 26 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм бер күсмә ФАП инә.
1927 йылда Иҫке Мөсәт ауылындағы фельдшерлыҡ пункты Иҫке Собханғол ауылына күсерелә һәм 1928 йылда уның базаһында 7 койка урынлыҡ дауахана асыла. 1932 йылдан район дауаханаһы тип атала башлай.
Үҙәк район дауаханаһы эшмәкәрлегенә табиптар Н. Урмантаева, Г. Ҡарағужина, хирург Г. Н. Кацерик[1], хирург Р. Х. Вәлиуллин[2], психиатр Исхаҡов Н. С., гинеколог Ҡолдәүләтова Х. Х., педиатр Р. Ғ. Иҡсанова[3], терапевт Л. З. Сәфәрғәлина[4], һ.б., шәфҡәт туташы С. С. Баһауетдинова[5] ҙур өлөш индерә.
Хәтер
үҙгәртергәБөрйән үҙәк район дауаханаһында оҙаҡ йылдар эшләгән Вәлиуллин Рәхимйән Хаммат улы[6] һәм Исхаҡов Нәжип Сәхипзада улы[7] иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыла һәм Бөрйән үҙәк район дауаханаһы алдындағы фасадта ҡуйыла.
Етәкселәре
үҙгәртергә- А. И. Леонов (1927 йылдан)
- Г. М. Лукьянов (1928 йылдан)
- Р. А. Михайлицина (1930 йылдан)
- Алиева (1940 йылдан)
- Н. А. Астахова
- П. И. Пушкарев
- М. А. Царев (1956 йылдан)
- Исхаҡов Нәжип Сәхипзада улы (1959 йылдан)
- У. А. Ҡаһарманов[8] (1990 йылдан)
- Ф. Ф. Мырҙағолов (1995 йылдан)
- Д. Р. Вәлиуллин[9] (1999 йылдан)
- Ғәбитов Наил Исмәғил улы[10] (2005 йылдан)
- У. М. Хәбибуллин (2013 йылдан)
- И. Ф. Фәтҡуллин[11] (2017 йылдан)
Табиптары
үҙгәртергә- Кацерик Георгий Иванович (12 май 1934 йыл — 26 декабрь 2020 йыл) — табип, Башҡортостанда тыуып, рус телендә ижад иткән яҙыусы, шағир, тәржемәсе һәм журналист. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2007) һәм «Бельские просторы» журналы премияһы лауреаты
- Ҡолдәүләтова Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы (5 май 1941 йыл), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1960—2016 йылдарҙа Бөрйән районы үҙәк дауаханаһының табип-акушеры һәм гинекологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1984), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1974), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы
- Сәфәрғәлина Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы (15 апрель 1940 йыл) — табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995)
- Әлибәкова Флүрә Мөҙәрис ҡыҙы (19 июль 1959 йыл) — Бөрйән район үҙәк дауаханаһы педиатры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Центральная районная больница // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 555. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кацерик Георгий Иванович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 266. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Валиуллин Рахимьян Хамматович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 144. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Ихсанова Резеда Гиматовна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 238. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Сафаргалина Ляля Зайнетдиновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 464. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Багаутдинова Сайда Сайфетдиновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 78. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Открытие мемориальных досок в память врачей Валиуллина Р. Х. и Исхакова Н. С.
- ↑ Состоялось открытие мемориальных досок Заслуженным врачам Башкирской АССР 2022 йыл 1 март архивланған.
- ↑ Кагарманов Усман Абдулхакович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 252. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Валиуллин Даньяр Рахимьянович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 143. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Габитов Наиль Исмагилович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 161. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- ↑ Фаткуллин Ильмир Фанилович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 532. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.