Вашингтон Ирвинг

Америка романтик яҙыусыһы

Ва́шингтон И́рвинг (ингл. Washington Irving; 3 апрель 1783 йыл, Нью-Йорк — 28 ноябрь 1859 йыл, Тарритаун, Нью-Йорк штаты) — рәссам, Американың романтик яҙыусыһы, йыш ҡына «Америка әҙәбиәте атаһы» тип йөрөтөлә. Айырыуса «Рип ван Винкль» һәм «Йоҡоло уйһыулыҡ тураһында легенда» тигән хикәйәләре менән билдәле.

Вашингтон Ирвинг
ингл. Washington Irving
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Washington Irving
Псевдоним Diedrich Knickerbocker, Geoffrey Crayon һәм Launcelot Langstaff
Тыуған көнө 3 апрель 1783({{padleft:1783|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[2]
Вафат булған көнө 28 ноябрь 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2][1][3][…] (76 йәш)
Вафат булған урыны Тарритаун[d], Уэстчестер[d], Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Ерләнгән урыны Слипи-Холлоу[d][4]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы William Irving[d][5]
Әсәһе Sarah Sanders[d][5]
Внебрачный партнёр Matilda Hoffman[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө сәйәсмән, адвокат, дипломат, яҙыусы, эссеист, драматург, биограф, романист, журналист, тарихсы
Эш урыны Astor Library[d]
Биләгән вазифаһы илсе[d] һәм посол США в Испании[d]
Архивы хранятся в Библиотека редких книг и рукописей Бейнеке[d][6]
Сәнғәт йүнәлеше литература периода романтизма[d]
Ойошма ағзаһы Нью-Йоркское историческое общество[d], Америка антиквар йәмғиәте[d] һәм Saint Nicholas Society of the City of New York[d]
Жанр биография һәм приключенческая литература[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәттәре тупланмаһы Миннеаполис сәнғәт институты[d] һәм Гетти музейы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Washington Irving
 Вашингтон Ирвинг Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Вашингтон Ирвингтың ҡәбере

Вашингтон Ирвингтың атаһы — Шотландияның Оркней утрауҙары составындағы Шапинсей утрауында урынлашҡан Кухольм тигән ауылда тыуып үҫкән Уильям Ирвинг, әсәһе Англияның Корнуолл графлығы Фалмут ҡалаһынан Сара Ирвинг (Сондерс) була. Улар 1761 йылда, Уильям британ хәрби диңгеҙ флотында старшина булып хеҙмәт иткәндә өйләнешә. Уларҙың ун бер балаһы тыуа, һигеҙе бәлиғ булыу йәшенәсә иҫән була.

Ирвинг ғаиләһе Манхэттенда төпләнә һәм ҡала сауҙагәрҙәр синыфына инә. Вашингтон 1783 йылдың 3 апрелендә тыуа. Ул донъяға килгән аҙнала Америка революцияһы тамамлана. Ирвингтың әсәһе уға исемде Джордж Вашингтон хөрмәтенә ҡуша. Ирвинг аҙашы менән алты йәшлек сағында таныша, ул саҡта Джордж Вашингтон 1789 йылда президентлыҡҡа инаугурацияланғандан һуң Нью-Йоркта йәшәгән була.

Ирвингтар Вашингтон тыуған мәлдә 131-се Уильям-стритта йәшәй, һуңынан 128 William St. урамына күсә. Ирвингтың ҡайһы бер ағай-энеһе Нью-Йорктың әүҙем сауҙагәрҙәренә әүерелә; уның әҙәби ынтылыштарын дәртләндереп-хуплап торалар, ул яҙыусылыҡ карьераһын дауам иткәс, аҡса менән йыш ярҙам итәләр.

Мәктәптә Ирвинг латин телендә Цицеронды, Тит Ливийҙы ихлас уҡый, ә үҙенең бүлмәһендә инглиз сентименталисы Оливер Голдсмит шиғырҙарын уҡып йәш түгә, уны ғүмере буйы ярата. Үҫмер тормош-көнкүреш күнекмәләренә өйрәнә алмай. Нью-Йоркта малай саҡта күҙәткән тормош унда ысынбарлыҡты романтик күҙлектән ҡабул итеүҙе нығыта.

Мәктәптән һуң Ирвинг насар һаулығына һылтанып, артабан уҡырға телмәй һәм уны, ниһайәт, тыныслыҡта ҡалдыралар, ул тик әҙәбиәт менән мәшғүл була. Шиғырҙар, театр тәнҡите, юморескалар яҙа.

Ирвинг Европаға үҙ темаһы һәм үҙ геройы булған яҙыусы булараҡ китә.

Ирвинг бер аҙ ваҡытын адвокатлыҡ эшмәкәрлегенә әҙерләнеп үткәрә. Англия менән һуғыш ваҡытында, 1812 йылда, генерал Томпкинстың адъютанты була.

Ирвингтың идажының башы булып «Letters of Jonathan Oldstyle» тигән исем аҫтында 1802 йылда Питер ағаһы асҡан гәзиттә баҫылған юмористик очерктар һанала.

Ирвингтың иң яҡшы әҫәрҙәре — «Дидрих Никербокер һөйләгән Нью-Йорк тарихы» («Humorous history of New York, by Diedrich Knickerbocker») һәм 20 йыл йоҡлаған кеше тураһында «Рип ван Винкль» тигән әкиәт. Европаға икенсе тапҡыр килгәнендә Ирвинг Парижда «Брейсбридж Холл» («Bracebridge-Hall, or the humorists»; Лондон, 1823) тгән хикәйәһен яҙа; 1824 йылда Англияла «Сәйәхәтсе хикәйәләре» баҫылып сыға.

Испанияла Ирвинг дүрт йылын Американы асыу осорона бағышланған ҡулъяҙмалар һәм китаптарҙы уҡыуға бағышлай. Был тикшеренеүҙәренең емеше булып өс томлыҡ Христофор Колумбтың тормошо тураһындағы яҙмалары «History of the life and voyages of Christopher Columbus», Лондон, 1828—1830; руссаға тәржемәһе СПб., 1837), «Voyages and discoveries of the companions of Columbus» (шунда уҡ, 1831), «Гранаданы буйһондороу йылъяҙмаһы» («Chronicle of the conquest of Granada»; 1829) һәм «Альгамбра» тигән романтик хикәйәләр йыйынтығы тора.

Тикшеренеүселәрҙең байтағы билдәләүенсә, Колумбтың биографияһы башлыса уйҙырмаларҙан тора, атап әйткәндә, ул Колумбҡа тиклем кешеләр Ерҙе яҫы тип һанауы тураһында мифты сығара.

Бер аҙ ваҡыт Вашингтон Ирвинг Испания король һарайында Америка илсеһе була. Америка фәлсәфәселәр йәмғиәте ағзаһы (1829).

Ирвинг ҡартайғас ныҡлы консерваторға әүерелә Америкала тормоштан романтика юғала барыуына зарланыр була.

1859 йылдың 28 ноябрендә Нью-Йорк штатының Тарритаун ҡасабаһында вафат була. «Йоҡоло уйһыулыҡ» зыяратында ерләнгән.

Ирвингтың исеме Нью-Йорктағы урамға бирелгән.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Сальмагунди» (Salmagundi, 1807—1808);
  • «История Нью-Йорка» (A History of New York, 1809);
  • «Книга эскизов»/«Записная книжка» (The Sketch Book of Geoffrey Crayon, 1819—1820, содержание: «Рип Ван Винкль», «Жених-призрак», «Легенда о Сонной Лощине»);
  • «Рассказы путешественника» (Tales of a Traveller, 1824, содержание: «Кладоискатели», «Врата Дьявола», «Пират Кидд», «Дьявол и Том Уокер», «Вольферт Веббер, или Золотые сны», «Происшествие с чёрным рыбаком»);
  • «Брейсбридж-Холл» (Bracebridge Hall, 1826, содержание: «Полный джентльмен», «Аннета Деларбр», «Дом с привидениями», «Дольф Хейлигер»);
  • «История жизни и путешествий Христофора Колумба» (A History of the Life and Voyages of Christopher Columbus, 1828);
  • «Альгамбра»/«Легенды Альгамбры» (Tales of the Alhambra, 1832, рус. пер. 1979, содержание: «Легенда об Арабском астрологе», «Легенда о Трёх прекрасных принцессах», «Легенда о Принце Ахмеде аль Камель, или Паломник любви», «Легенда о Завещании мавра» (к 100-летию со дня смерти создан одноимённый советский мультфильм 1959 г., реж. Михаил Цехановский, Вера Цехановская), «Легенда о „Розе Альгамбры“, или Паж и сокол»);
  • «Астория» (Astoria, 1836);
  • «Miscellanies» (Л., 1835—1836);
  • «Жизнь Магомета» (History of Mahomet and his successors, 1849—1850, русск. пер. M., 1857);
  • Жизнь Магомета / Соч. Вашингтона Ирвинга; Пер. с англ. Петра Киреевского. — Москва: Унив. тип., 1857. — [4], 291 с.
  • Жизнь Магомета / Пер. Л. П. Никифорова. — Москва: М. В. Клюкин, 1898. — 407 с. — (Общеполезная библиотека для самообразования; № 23 и 24)
  • «Оливер Голдсмит» (Oliver Goldsmith, Л., 1849);
  • «Жизнь Вашингтона» (Life of George Washington, Нью-Йорк, 1855—1859).

Әҫәрҙәренең тулы йыйынтығы Нью-Йоркта 1848—1850 йылдарҙа һәи Лондонда 1851 йылда сыға.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118555855 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Washington Irving // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. 5,0 5,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  6. http://hdl.handle.net/10079/fa/beinecke.irving


Һылтанмалар

үҙгәртергә