Уинстон Черчилль

(Черчилль Уинстон битенән йүнәлтелде)

Сэр Уи́нстон Леона́рд Спе́нсер-Че́рчилль (ингл. Sir Winston Leonard Spencer-Churchill, ['ʧɜːʧɪl][1]; 1874 йылдың 30 ноябре, Бленһайм һарайы, Бөйөк Британия — 1965 йылдың 24 ғинуары, Лондон) — Британияның хөкүмәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, 19401945 һәм 19511955 йылдарҙа Бөйөк Британияның премьер-министры; хәрби хеҙмәткәр, журналист, яҙыусы, Британ академияһының почётлы ағзаһы (1952)[2], Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты (1953).

Уинстон Черчилль
Winston Churchill
Бөйөк Британияның премьер-министры
Хаким итә башлауы: 26.10.1951
Тамамланыуы: 6.10.1955
Алдағы хаким: Невилл Чемберлен
Тыуған ваҡыты: 30.11.1874
Тыуған урыны:Вудсток, Англия
Үлем ваҡыты:24.01.1965
Үлем урыны:Лондон, Бөйөк Британия
Ҡатыны:Клементина Хозье
Балалары:улы: Рэндольф
ҡыҙҙары: Диана, Сара, Маригольд һәм Мэри

2002 йылда Би-би-си үткәргән һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, ул тарихта иң бөйөк британлы тип таныла[3].

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

үҙгәртергә

Уинстон Черчилль 1874 йылдың 30 ноябрендә Марлборо герцогтарының ғаилә имениеһы булған Бленһайм һарайында тыуа. Черчиллдың атаһы, лорд Рэндольф Генри Спенсер Черчилль билдәле сәйәсмән, Консерватив партияһынан Община палатаһы ағзаһы була, ҡаҙна канцлеры вазифаһын биләй. Әсәһе — Рэндольф Черчилль, ҡыҙ сағында Дженни Джером (ингл. Jennie Jerome), бай американ бизнесмынының ҡыҙы.

 
Дженни Черчилль үҙенең Джон (һулда) һәм Уинстон (уңда) улдары менән. 1889 йыл.

Сәйәси карьера менән мауыҡҡан атаһы менән әсәһе улына бик аҙ иғтибар бүләләр. 1875 йылдан алып уны бала ҡараусы (няня) Элизабет Энн Эверест (Elizabeth Anne Everest) хәстәрләй. Ул Уинстонды бик ныҡ ярата һәм Черчилль өсөн иң яҡын кешеләрҙең береһе булып ҡала.

Черчиллгә һигеҙ йәш тулғас, уны Сент-Джордж әҙерлек мәктәбенә бирәләр. Мәктәптә тән язаһы ҡулланыла, тиктормаҫ Уинстон йыш ҡына язаға дусар ителә. 1884 йылдың көҙөндә Черчилль ныҡ ауырып китә. Ғаилә табибы Робсон Руздың тәҡдиме буйынса уны Брайтон мәктәбенә күсерәләр, унда Руз үҙе баланың һаулығын күҙәтә. Яңы мәктәпкә күскәндән һуң, уҡыуы буйынса уңыштары бигүк шәп булмай, әммә тәртип буйынса аттетацияла ошолай яҙыу була:

  Класта балалар һаны — 13. Урыны — 12-се.  

1886 йылда ул үпкә шеше менән яфалана. Һаулығының насар булыуы, академик уңыштарҙың шикле булыуы һәм тәртипһеҙлеге ата-әсәһен уны Марлборо ғаиләһенең ир-егеттәре уҡыған Итон колледжына түгел, ә шулай уҡ абруйлы, әммә тәртипкә бик ҙур иғтибар бүлмәгән Хэрроу колледжына бирәләр. 1889 йылда «армия класына» күсерелә, унда дөйөм белем биреү предметтарын уҡытыуҙан тыш, студенттар хәрби карьераға әҙерләнә. Мәктәпте бөтә фәндәр буйынса имтихан тапшырыуға өлгәшкән 12 уҡыусы араһында тамамлай, бигерәк тә тарихты өйрәнеүҙә уңыштар ҡаҙана. Харроуҙа фехтование менән шөғөлләнә һәм ҙур уңышҡа өлгәшә, 1892 йылда мәктәп чемпионы була.

1893 йылдың 28 июнендә Черчилль Бөйөк Британияның иң абруйлы хәрби мәктәптәренең береһе булған Сандхёрстағы Король хәрби училищеһында имтихан тапшыра. Баһалары түбән булғанға (102-нән 92-се һөҙөмтә), кавалерия курсанты булып китә һәм иң абруйлы пехота класына күсә, сөнки иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән бер нисә абитуриент уҡырға инеүҙән баш тарта. 1893 йылдың сентябренән 1894 йылдың декабренә тиклем Сандхёрстта уҡый, уны 130 кешенән тоған сығарылыштан егерменсе булып тамамлай[4] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 150-нән 8-се булып[5]).). 1895 йылдың 20 февралендә Уинстон Черчиллгә икенсе лейтенант чины бирелә. Шул уҡ йылда ул ике ауыр юғалтыу кисерә: ғинуарҙа атаһы, ә июль айында перитониттан — уның һөйөклө няняһы вафат була.

Армияла хеҙмәте һәм тәүге әҙәби тәжрибәһе

үҙгәртергә
 
Черчилль 4-се Король гусар полкы хәрби формаһында. Олдершот, 1895 йыл.

Чин алғандан һуң, Черчилль Король Ғали йәнәптәренең 4-се Гусар полкына алына, әммә хәрби хеҙмәт уны ылыҡтырмай: «Ни тиклем оҙағыраҡ хеҙмәт итһәм, хеҙмәт итеү миңә нығыраҡ оҡшай бара, әммә шул уҡ ваҡытта был һөнәр минең өсөн түгел икәненә инана барам», — тип яҙа ул әсәһенә (1895 йылдың 16 августы).

1895 йылда Леди Рэндольфтың киң бәйләнештәре ярҙамында, Черчилль, урындағы халыҡтың испандарға ҡаршы ихтилалын яҡтыртыу өсөн, «Daily Graphy» гәзитенең хәрби хәбәрсеһе сифатында Кубаға ебәрелә, әммә ошо уҡ ваҡытта ғәмәлдәге хеҙмәттә иҫәптә тора. Бында ул тәүге тапҡыр ут аҫтына эләгә. Гәзиттә уның биш мәҡәләһе, ҡайһы берҙәре «Нью-Йорк Таймс» гәзитендә лә, баҫылып сыға. Мәҡәләләр ыңғай ҡабул ителә, ә гонорары Черчилль өсөн бик ҙур сумма булып күренә. Испания хөкүмәте уға Ҡыҙыл Тәре миҙалын тапшыра, һәм был Черчиллгә ҡамасау итә, сөнки был британ матбуғаты хәбәрсеһенең нейтраль булыуына шик тыуҙыра. Наградаһынан һәм әҙәби данынан тыш, Кубала ул ғүмерлек ике ғәҙәткә өйрәнә: куба сигараларын тартыу һәм төштән һуң сиестаны тотоу — ял итеү[6]. Англияға ҡайтып барғанда, Черчилль беренсе тапҡыр Америка Ҡушма Штаттарында була.

1896 йылдың октябрендә полк Британия колонияһы — Һиндостанға йүнәлә, унда полк Бангалорҙа урынлаша. Черчилль университет белеме етмәүен ҡапларға тырышып, күп уҡый һәм поло буйынса полктың иң яҡшы уйынсыларының береһе була. Хеҙмәттәштәренең хәтирәләре буйынса, ул офицерлыҡ бурыстарын намыҫлы башҡара һәм күп ваҡытын гусарҙар һәм сержанттар менән күнекмәләргә бағышлай, әммә хеҙмәт тәртибе уны мауыҡтырмай, ошо арауыҡта ул ике тапҡыр Англияға ялға барып килә (шул иҫәптән королева Виктория хакимлығының 60 йыллығына арналған тантанаһына), Һиндостанға сәйәхәт ҡыла, Калькутта һәм Хәйҙәрабадҡа бара.

1897 йылдың көҙөндә, үҙенең шәхси бәйләнештәрен һәм әсәһенең мөмкинлектәрен файҙаланып, илдең төньяҡ-көнбайышындағы пуштун ҡәбиләләренең ихтилалын баҫтырыуға йүнәлтелгән экспедиция корпусына эләгеүгә өлгәшә. Был кампания Кубаныҡынан күпкә аяуһыҙыраҡ һәм хәүефлерәк булып сыға. Операция барышында Черчилль йыш ҡына кәрәкмәгән осраҡта яһалма ҡыйыулыҡ (кәпрәнеү) күрһәтә. Әсәһенә яҙған хаттан өҙөк: « Мин был донъяла бар нәмәнән дә артығыраҡ ҡыйыу кеше абруйына ынтылам».

Малакандтан ҡайтҡас, Черчилль, Судандағы мәхдистәр ихтилалын баҫтырыуҙы яҡтыртыу маҡсатында, Төньяҡ Африкаға ебәреүҙе юллай башлай. Сираттағы журналистик сәфәргә сығыу теләген командование аңларға теләмәнлектән, туранан-тура премьер-министрға, лорд Солсбериға мөрәжәғәт итә, сәйәхәттең мотивтары булып тарихи мәлде яҡтыртыу теләге генә түгел, ә китапты баҫтырыуҙан финанс льготаларына өмөт итеүен йәшермәй, дөрөҫөн әйтә[7]. Һөҙөмтәлә хәрби ведомство уның үтенесен ҡабул итә һәм штаттан тыш лейтенант вазифаһына алына, тәғәйенләү тураһындағы бойороҡта яраланыу йәки үлем осрағында хәрби министрлығы фондынан матди ярҙамға дәғүә итә алмаясағы махсус билдләнә[6].

Омдурман алышында Черчилль Британия армияһының һуңғы кавалерия һөжүмендә ҡатнаша. Әлеге эпизодты ошолай тасуирлай:

Мин юртыуға күстем һәм дошманға ҡаршы саптым, пистолеттан уларҙың битенә атып, бер нисәүһен үлтерҙем — өсәүһен һис шикһеҙ, икәүһен әйтә алмайым, һәм тағы ла берәүҙе — раҫлау ҡыйын.

Үҙенең репортаждарында британ ғәскәрҙәре командующийын, үҙенең буласаҡ коллегаһын, генерал Китченерҙы тотҡондарға һәм яралыларға ҡарата тупаҫ мөғәмәлә иткәне һәм урындағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, атап әйткәндә, төп дошманы ҡәбер ташын хөрмәт итмәгәне өсөн тәнҡитләй. «Ул бөйөк генерал, әммә бер кем дә уны бөйөк джентльмен булманы тип әйтмәгән», — ти Черчилль уның тураһында шәхси әңгәмәлә, әммә был ҡылыҡһырлама тиҙ тарала билдәлелек ала[7].

Кампания тамамланғандан һуң, Черчилль Һиндостанға ҡайта һәм поло буйынса дөйөм милли турнирҙа ҡатнаша. Англияла ҡыҫҡа туҡталыш ваҡытында бер нисә тапҡыр консерватив митингыларҙа сығыш яһай. Ныҡышмалы матчта еңеп, турнир тамамланғандан һуң, 1899 йылдың мартында отставкаға китә.

Сәйәсәттә дебюты

үҙгәртергә

Отставкаға киткән мәлгә Черчилль айырым даирәләрҙә журналист булараҡ билдәлелек ала, ә уның Судан кампанияһы тураһындағы «Йылғалағы һуғыш» исемле китабы (ингл. The River War) бестселлер булып китә.

1899 йылдың июлендә Олдем ҡалаһы Консерватив партияһынан Парламентҡа һайланыу тәҡдимен ала. Общиналар палатаһына урын алырға тырышыу Черчилль өсөн уңышһыҙ була, әммә бында Черчиллдең ғәйебе булмай: округта нонконформистар өҫтөнлөк ала һәм һайлаусылар консерваторҙар башланғысы менән ҡабул ителгән Сиркәү десятинаһы тураһындағы закон менән ҡәнәғәт булмай. Һайлау алды кампания барышында Черчилль закон менән риза булмауын белдерә, әммә был аҙым уға ярҙам итмәй, һәм ике мандат та либералдарға күсә.

Инглиз-бур һуғышы

үҙгәртергә
 
Черчилль Инглиз-бур һуғышы ваҡытында
 
Черчилль 1900 йылда

1899 йылдың көҙөнә Бур республикалары менән мөнәсәбәттәр ҡырҡа насарая, сентябрҙә Трансваль һәм Ерән Республикаһы британ алтын рудниктарында инглиз эшселәренә тауыш биреү хоҡуғы биреү тураһындағы тәҡдимдәрен кире ҡаҡҡас, һуғыштың һис шикһеҙ башланыуы билдәләнә.

18 сентябрҙә Daily Mail хужалары Черчилльға Кариб республикаһына хәрби хәбәрсе сифатында барырға тәҡдим итә. Бер ниндәй яуап бирмәйенсә, ул был хаҡта «Morning Post» гәзите мөхәрриренә хәбәр итә, Черчилль Судан кампанияһы барышында ошо гәзит өсөн эшләй, уға ай һайын 250 франк тәшкил иткән эш хаҡы һәм бөтә сығымдар өсөн компенсация тәҡдим итәләр. Был бик ҙур сумма була (хәҙерге эквивалентта яҡынса 8 000 фунт стерлинг), һәм Черчилль шунда уҡ ризалаша.[6]. Ул Англиянан 14 октябрҙә, һуғыш башланғандан һуң ике көн үткәс, китә.

15 ноябрҙә Черчилль бронепоезда рекогносцировка рейдына китә. Был бронепоезд менән капитан Холдейн (ингл. Haldane) етәкселек итә, Черчилль Холдейн менән Малакандала танышҡан була. Тиҙҙән бронепоезд бур артиллерияһы уты аҫтына эләгә. Ҙур тиҙлектә сигенгән состав таштар өйөмөнә барып терәлә. Ремонт платформаһы һәм ике броневагон рельстарҙан төшә, берҙән-бер хәрби ҡорал сафтан сығарыла. Черчилль юл таҙартыу менән булыша, шаһиттар раҫлауынса, ул ут аҫтында үҙен бик ҡыйыу тота, әммә юл таҙартылғандан һуң рельста тороп ҡалған вагон да снаряд менән сафтан сығарылған булыуы билдәләнә. Холдейн, ауыр яралыларҙы паровозға тейәп, тылға ебәрергә мәжбүр була. Барыһы 50 инглиз кешеһе күп тапҡыр өҫтөнлөклө дошман алдында тороп ҡала. Тиҙҙән Холдейн һалдаттары менән әсирлеккә алына. Черчилль ҡасырға маташа, әммә уны бур кавалеристары тотоп ала һәм хәрби әсирҙәр лагерына урынлаштыралар. 12 декабрҙә Черчилль лагерҙан ҡаса. Уның менән бергә ҡасҡан Хальдан менән сержант майор Бруки ҡойма аша сығып өлгөрмәйҙәр, Черчилль уларҙы стенаның ҡапма-ҡаршы яғындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа бер аҙ көтөп тора. Һуңынан уны иптәштәрен ташлап китеүҙә ғәйепләйҙәр, әммә быға дәлилдәр юҡ, һәм 1912 йылда ул «Blackwoods Magazine» журналын яла яғыуҙа ғәйепләп судҡа бирә, баҫма кире ҡағыуҙы баҫтырып сығарырға һәм судҡа тиклем ғәфү үтенергә мәжбүр була[6]. Йөк поезында Уитбанкҡа барып етә, унда бер нисә көн шахтала йәшеренә, ә артабан уға инглиз тау инженеры Даниэль Дьюснэп ярҙам итә. Черчиллде ҡулға алған өсөн бурҙар 25 фунт стерлинг күләмендәге премия булдыра.

Әсирлектән ҡасыу уны билдәле итә, уға парламентҡа дәғүә итеү буйынса бер нисә тәҡдим килә[6], әммә ул ғәмәлдәге армияла ҡалыуҙы һайлай, еңел кавалерияла лейтенант вазифаһын түләүһеҙ башҡарырға ризалаша, шул уҡ ваҡытта Morning Post-нең махсус хәбәрсеһе булып эшләүен дауам итә. Ул күп кенә алыштарҙа ҡатнаша. Батырлығы өсөн генерал Гамильтон уны Виктория тәреһенә тәҡдим итә, әммә Черчилль был награданы ала алмай, сөнки был ваҡытта ул инде отставкаға китә.

Беренсе донъя һуғышына тиклемге сәйәси карьераһы

үҙгәртергә

1900 йылды июлендә Черчилль Англияға әйләнеп ҡайта һәм ҡабаттан Олдэмдан (Ланкашир)үҙ кандидатураһын тәҡдим итә. Либералдар кандидатынан ул 222 тауышҡа күберәк тауыш йыя[8] һәм 26 йәшендә тәүге тапҡыр Общиналар палатаһы ағзаһы булып китә. Консерватьорҙар был һайлауҙарҙа өҫтөнлөк алалар һәм етәксе партияға әүереләләр. Шул уҡ йылда ул үҙенең берҙән — берҙән-бер ҙур әҙәби әҫәрен — «Саврола» романын баҫтыра. Черчиллдең күп кенә биографтары романдың төп геройында ул үҙен һүрәтләгән, тип һанайҙар.

1901 йылдың 18 февралендә ул Общиналар палатында үҙенең тәүге телмәрен тота — Көньяҡ африканы һуғыштан һуңғы тәртипкә килтереү тураһында. Ул еңелгән бурҙарға шәфҡәтлелек күрһәтергә, «уларға еңелеү менән ризалашырға ярҙам итергә» саҡыра. Телмәр көслө тәьҫораттар ҡалдыра, һәм күп кенә сәйәсмәндәр «әгәр мин бур булһам, яу яланында һуғышыр инем тип өмөтләнәм» тигән фразаһын күп тапҡырҙар ҡуллана.

13 майҙа көтмәгәндә һуғыш министры Бродрик тәҡдим иткән армияға сығымдарҙы арттырыу проектына ҡырҡа тәнҡит менән сыға. Ғәҙәти булмаған нәмә — үҙ партияһы ойошторған кабинетты тәнҡитләү генә түгел, ә Черчилль телмәр тексын «Morning Post» гәзитенә алдан уҡ ебәрә. 1902—1903 йылдарҙа бер нисә тапҡыр ирекле сауҙа мәсьәләләре буйынса ризаһыҙлыҡ белдерә (Черчилль игенгә импорт пошлиналарын индереүгә ҡаршы була) һәм колониаль сәйәсәт алып барыуҙа ризаһыҙлыҡ белдерә. 1904 йылдың 31 майында Черчилль Либераль партияға күсә.

1905 йылдың 12 декабрендә Уинстон Черчилль Кэмпбелл-Баннерман хөкүмәтендә колониялар буйынса дәүләт секретары урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, ошо сифатта ул еңелгән бур республикалары өсөн конституция әҙерләү менән шөғөлләнә.

1908 йылдың апрелендә һаулығы насарайыу арҡаһында Кэмпбелл-Баннерман артабан министр бурыстарын үтәй алмай башлағанға күрә, кабинетта бер нисә үҙгәрештәр булып ала: Герберт Асквит хөкүмәт башлығы булып тәғәйенләнә, уның элекке урынына (ҡаҙналыҡ канцлеры) Дэвид Ллойд-Джордж күсерелә, 12 апрелдә сауҙа һәм сәнәғәт министры вазифаһын Черчилль биләй. Ллойд-Джордж һәм Черчилль дәүләт сығымдарын ҡыҫҡартыу, атап әйткәндә, хәрби сығымдарҙы ҡыҫҡартыу яҡлы була. Һәр ваҡыт уларҙың тырышлығы уңышҡа өлгәшмәй, хәрби караптар төҙөү программаһы менән билдәле эпизодты Черчилль һүрәтләй:

Бер үк ваҡытта көлкөлө һәм үҙенсәлекле хәл итеү юлы табылды. Адмиралтейство алты карап талап итә ине, иҡтисадсылар дүрт карап тәҡдим итте, ахыр сиктә һигеҙ карап тураһында килешелде.

Черчилль Асквит кабинеты үткәргән социаль реформалар яҡлы була, ә 1908 йылда минималь эш хаҡы тураһындағы закондың инициаторы була. Күпселек тарафынан ҡабул ителгән закон Англияла тәүге тапҡыр эш ваҡыты һәм эш хаҡы стандарттарын билдәләй.

Эске эштәр министры

үҙгәртергә

1910 йылдың 14 февралендә, 35 йәшендә, Черчилль илдең иң абруйлы вазифаларының береһе булған эске эштәр министры вазифаһын биләй. Министрҙарҙың эш хаҡы 5 000 фунт стерлинг тәшкил итә һәм ул әҙәби һөнәрен ҡалдыра, был һөнәргә тик 1923 йылда ғына әйләнеп ҡайта.

1911 йылдың йәйендә диңгеҙселәр һәм порт хеҙмәткәрҙәре забастовкаһы башлана. Август айында Ливерпулдә боларыштар башлана. 14 августа Черчилль бойороғо буйынса ҡалаға килгән «Антрим» хәрби карабы диңгеҙселәре халыҡҡа ут аса һәм 8 кешене яралай. 15-ендә ул һөжүм итеүсе докерҙар етәкселәре менән осрашып, Лондондағы хәлде бөтөрөүгә өлгәшә, әммә 19 августа тимер юлсылар забастовкаға ҡушылыу менән янай. Забастовкалар һәм сыуалыштар арҡаһында фалиж һуҡҡан ҡалаларҙа аҙыҡ-түлек етешмәүе, боларыштар хәүефе янаған мәлдә Черчилль 50 мең һалдатты йыя һәм армияны тик урындағы граждандар властары үтенесе буйынса ғына индереү тураһындағы положениены юҡҡа сығара[6]. 20 авгусҡа Ллойд Джордж аралашсылығы арҡаһында дөйөм забастовка ҡурҡынысы янамай. Черчилль Ллойд Джордж менән телефон аша һөйләшкәндә: «Был хаҡта ҙур үкенес менән белдем. Артабан да уларға эләктергәндә яҡшыраҡ булыр ине»[8].

Шул уҡ ваҡытта Германия менән мөнәсәбәттәрҙең насарайыуы Черчиллде тышҡы сәйәсәт мәсьәләләре менән шөғөлләнергә этәрә. Хәрби эксперттарҙан алынған идеяларҙан һәм мәғлүмәттәрҙән Черчилль «континенталь проблеманың хәрби аспекттары» тураһында меморандум төҙөй һәм премьер-министрға тапшыра. Был документ Черчилльдең һис шикһеҙ уңышы була. Черчилль, бик ябай хәрби белемгә эйә булыуға ҡарамаҫтан, бик тиҙ арала һәм профессиональ рәүештә бер нисә мөһим хәрби мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшә. 1911 йылды октябрендә премьер-министр Асквит Черчилльгә Адмиралтействоның Беренсе лорды вазифаһын тәҡдим итә, һәм 23 октябрҙә ул рәсми рәүештә әлеге вазифаға тәғәйенләнә.

Адмиралтействоның Беренсе лорды

үҙгәртергә

Эске эштәр министрлығы иң мөһим өс дәүләт учреждениеһының береһе һаналғанға күрә, формаль рәүештә Адмиралтействоға күсеү түбәнәйеү була. Шуға ҡарамаҫтан Черчилль икеләнмәйенсә Асквиттың тәҡдимен ҡабул итә, Британ геосәйәсәтенең һәр саҡ мөһим ҡоралдарының береһе булған Хәрби-диңгеҙ флоты был осорҙа үҙ тарихында иң ҙур яңырыуҙарҙың береһен кисерә.

Диңгеҙ ҡоралланыу ярышы оҙаҡ ваҡыт эсендә тәүге тапҡыр Британия флотының өҫтөнлөгөнә традицион дәғүәселәр Германия һәм Франция ғына түгел, АҠШ янай башлаған хәл тыуҙыра.

Хәрби-диңгеҙ сығымдары Британия бюджетына тотонолған иң ҙур сығымдар статьяһы була. Черчилльгә реформалар үткәреү, шул уҡ ваҡытта сығымдарҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү бурысы йөкмәтелә. Ул башлаған үҙгәрештәр бик күләмле була: хәрби-диңгеҙ флотының төп штабы ойошторола, диңгеҙ авиацияһы булдырыла, хәрби караптарҙың яңы төрҙәре проектлана һәм һалына. Әйтәйек, тәүге пландарға ярашлы, 1912 йылда караптар төҙөү программаһы «Айрон Дьюк» тибындағы 4 камиллаштырылған хәрби карап булырға тейеш була. Әммә адмиралтействоның яңы Беренсе Лорды, бындай орудиеларҙы төҙөү буйынса проект эштәре әле тамамланмаһа ла, 15 дюймлыҡ төп калибрлы проектты ҡайтанан эшкәртергә бойора. Һөҙөмтәлә «Куин Элизабет» тибындағы бик уңышлы хәрби караптар булдырыла, улар 1948 йылға тиклем Король хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә.

Хәрби-диңгеҙ флотын күмерҙән шыйыҡ яғыулыҡҡа күсереү мөһим ҡарарҙарҙың береһе була. Асыҡтан-асыҡ өҫтөнлөктәренә ҡарамаҫтан, күмергә бай Британияның нефть запасы бөтөнләй булмай. Флотты нефткә күсереү мөмкинлеге булһын өсөн Черчилль Англия-Иран нефть компанияһы акцияларының 51 процентын алыу өсөн 2,2 миллион фунт стерлинг бүлеү инициативаһы менән сығыш яһай. Был ҡарар ҙур сәйәси эҙемтәләргә килтерә — Фарсы ҡултығы төбәге Бөйөк Британия өсөн стратегик мәнфәғәттәр зонаһына әүерелә.

Бөйөк Британия рәсми рәүештә Беренсе донъя һуғышына 1914 йылдың 3 авгусында инә, әммә 28 июлдә Австро-Венгрия Сербияға һуғыш иғлан иткән көндө Черчилль флотҡа Англия ярҙарында хәрби позицияларға күсергә бойора.

5 октябрҙә Черчилль Антверпенға килә һәм шәхсән үҙе ҡаланы обороналау менән етәкселек итә, Бельгия хөкүмәте ҡаланы немецтарға тапшырырға тәҡдим итә. бөтә тырышлыҡтарға ҡарамаҫтан, 10 октябрҙә ҡаланы ҡалдырырға тура килә, 2500 һалдат һәләк була. Черчилль ресурстарҙы һәм ғүмерҙәрҙе әрәм итеүҙә ғәйепләнә, әммә күптәр Антверпенды яҡлау Кале менән Дункеркты тоторға ярҙам итә, тип билдәләй[8].

«Ҡоро ер караптары комиссияһы» рәйесе булараҡ Черчилль беренсе танкыларҙы эшләүҙә һәм танк ғәскәрҙәрен төҙөүҙә ҡатнаша.

1915 йылда союздаш ғәскәрҙәр өсөн һәләкәтле тамамланған һәм хөкүмәт кризисы тыуҙырған «Дарданеллес» операцияһын башлап ебәреүселәрҙең береһе була. Һәләкәт өсөн яуаплылыҡты Черчилль үҙ өҫтөнә ала, һәм яңы коалицион хөкүмәт төҙөлгәс, консерваторҙар уның адмиралтействоның беренсе лорды вазифаһынан отставкаға китеүен талап итәләр. Бер нисә ай дауамында Ланкастер герцоглығы канцлеры вазифаһын биләй, ә 15 ноябрҙә отставкаға китә һәм Көнбайыш фронтҡа юллана, унда подполковник званиеһында Шотландия Король Фузилерҙарының 6-сы батальоны менән командалыҡ итә. 1916 йылдың майында командованиены тапшыра һәм, ниһайәт, Англияға ҡайта. 1917 йылдың июлендә — ҡорал министры, ә 1919 йылдың ғинуарында хәрби министр һәм авиация министры итеп тәғәйенләнә.

Черчилль Рәсәй интервенцияһы яҡлыларҙың һәм төп инициаторҙарҙың береһе була. Интервенция премьер-министр ярҙамы менән файҙаланмаһа ла, Черчилль британ ғәскәрҙәрен Рәсәйҙән сығарыуҙы 1920 йылға тиклем кисектереп тороуға өлгәшә.

Һуғыштар араһындағы осор

үҙгәртергә

Консерватив партияға кире ҡайтыу

үҙгәртергә
 
Черчилль Колониялар эштәре буйынса министр вазифаһында, Тель-Авив, 1921
 
Балалары Диана һәм Рандольф менән 1923 йылда

1921 йылда Черчилль Колониялар эштәре буйынса министр итеп тәғәйенләнә. Әлеге сифатта ул Инглиз — ирланд килешеүенә ҡул ҡуя, килешеүгә ярашлы Ирланд Ирекле дәүләт төҙөлә. Сентябрҙә консерваторҙар хөкүмәт коалицияһынан сығалар, һәм 1922 йылғы һайлауҙарҙа Черчилль Либераль партиянан депутатлыҡҡа һайланаһәм Данди округында уңышһыҙлыҡҡа тарый. Шулай уҡ 1923 йылда парламентҡа ла үтә алмай, бынан һуң бойондороҡһоҙ кандидат булараҡ һайлауҙа, башта Вестминстер округынан (уңышһыҙ) ҡатнаша, һәм тик 1924 йылда Общиналар палатаһында үҙ урынын ҡайтарыуға өлгәшә.Киләһе йылда ул рәсми рәүештә Консерватив партияға ҡушыла. Күпмелер ваҡыттан һуң ул уны ташлап китә.

Каҙнасылыҡ канцлеры

үҙгәртергә

1924 йылда Черчилль көтмәгәндә Стэнли Болдуин хөкүмәтендә дәүләт кимәлендә икенсе урын — Ҡаҙнасылыҡ канцлеры — вазифаһына тәғәйенләнә. Был вазифалала, финанс мәсьәләләренә ынтылышы ла, уларҙы ныҡышмалы рәүештә өйрәнеү теләге булмаған килеш, Черчилль Британия иҡтисадын Алтын стандартҡа һәм фунт стерлингтың һуғышҡа тиклемге кимәлгә күтәрелеүе менән шөғөлләнә. Хөкүмәттең ғәмәлдәре дефляцияға, Британия экспорт тауарҙарының үҙҡиммәтен арттырыуға, сәнәғәтселәр тарафынан эш хаҡына тейешле тупланмаларҙы индереүгә, иҡтисади рецессияға, күпләп эшһеҙлеккә һәм һөҙөмтәлә 1926 йылдағы дөйөм забастовкаға килтерә.

Сәйәси изоляция

үҙгәртергә
 
Черчилль һәм Чарли Чаплин Лос-Анджелеста. 1929 г.

1929 йылғы һайлауҙарҙа консерваторҙар еңелгәндән һуң Черчилль, сауҙа тарифтары һәм Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғо буйынса консерватив лидерҙар менән аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында, партияның етәксе органдарына һайланырға ынтылмай. 1931 йылда Рамсей Макдональд коалицион хөкүмәт төҙөгәс, Черчилль хөкүмәткә саҡырылыу алмай.

Артабанғы бер нисә йыл әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүгә бағышлана, шул осорҙоң иң әһәмиәтле әҫәре булып Марлбороның 1-се герцогы, ата-бабаһы Джон Черчиллдең биографияһы буйынса «Марлборо: уның тормошо һәм заманаһы» (ингл. Marlborough: His Life and Times) һанала.

Парламентта ул консерватив партияһы составында ҙур булмаған фракция — «Черчилль төркөмө» — булдыра. Фракция Һиндостанға бойондороҡһоҙлоҡ һәм хатта доминион статусы биреүгә, тышҡы сәйәсәтте ҡәтғиләштереүгә, атап әйткәндә, Германияны үҙгәртеп ҡороуға әүҙемерәк ҡаршы тороу яҡлы була.

Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа Чемберлен хөкүмәтен Адольф Гитлер сәйәсәтенә ҡарата саманан тыш йомшаҡлыҡта ғәйепләй.

Икенсе донъя һуғышы

үҙгәртергә

Хөкүмәткә кире ҡайтыу

үҙгәртергә
 
Уинстон Черчилль 1932 йылда АҠШ-та Ҡоро закон дәүерендә «сикләнмәгән» спиртлы эсемлектәр эсеү буйынса табип рөхсәтен ала.

1939 йылдың 1 сентябрендә Германия Польшаға баҫып инә һәм Икенсе донъя һуғышы башлана. 3 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә — Бөйөк Британия, ә 10 көн эсендә бөтә Британия берләшмәһе рәсми рәүештә һуғышҡа инә. Шул уҡ көндө Уинстон Черчилль Хәрби советында тауыш биреү хоҡуғы менән адмиралтействоның беренсе лорд вазифаһына тәғәйенләнә. Польша армияһы тар-мар ителгәндән һәм Польшаны яулап алғандан һуң әүҙем хәрби хәрәкәттәр булмауға ҡарамаҫтан, «сәйер һуғыш» тип аталған хәрби хәрәкәттәр шунда уҡ тиерлек әүҙем фазаға күсә.

Премьер-министр

үҙгәртергә

1940 йылдың 7 майында Община палатаһында Норвегия һуғышында еңелеү тураһында тыңлауҙар үтә, ә икенсе көндө хөкүмәткә ышаныс мәсьәләһе буйынса тауыш биреү үткәрелә. Формаль рәүештә ышаныс вотумын алыуға ҡарамаҫтан [Невилл Чемберлен] отставкаға китергә ҡарар итә. Черчилль һәм лорд Галтфакс иң ҡулай кандидат тип һанала. 9 майҙа Чемберлен, Черчилль, лорд Галифакс һәм хөкүмәттең парламент ойоштороусыһы Дэвид Маргессон[en] ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа, Галифакс отставкаға китә, ә 1940 йылдың 10 майында Георг VI рәсми рәүештә Черчилль премьер-министры итеп тәғәйенләй. Черчилль был вазифаны һайлауҙа еңгән партия лидеры булараҡ түгел, ә ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттары һөҙөмтәһендә ала.

Күп кенә тарихсылар һәм замандаштар Черчилль һуғышты еңеүгә тиклем дауам итергә тәүәккәллеге өсөн юғары баһа бирәләр, шул уҡ ваҡытта уның кабинетының ҡайһы бер ағзалары, шул иҫәптән сит ил эштәре министры лорд Галифакс, Германия менән килешеүҙәр төҙөргә тырышыу яҡлы булалар. 13 майҙа премьер-министр сифатында үҙенең тәүге телмәрендә Черчилль шулай тип әйтә:

Британдарға ҡан, тырыш хеҙмәт, күҙ йәштәре һәм тирҙән башҡа тәҡдим итерлек бер нәмәм дә юҡ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Lingvo һүҙлегендәге «Churchill» мәҡәләһе Яндекста(недоступная ссылка)
  2. British Academy | The Fellowship — Fellows Archive
  3. Poll of the 100 Greatest Britons
  4. Роуз Норман. Черчилль. Бурная жизнь. — АСТ, 2004. — С. 20. — ISBN 5-17-014478-4.
  5. Roy Jenkins. Churchill: a biography. — 2001. — С. 20—21. — ISBN 0-374-12354-3.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 R. Holmes, In the Footsteps of Churchill. The Bubble Reputation 1895—1901. Basic Books, NY, 2005, ISBN 0-465-03082-3
  7. 7,0 7,1 7,2 R. Churchill, Winston S. Churchill, Volume I
  8. 8,0 8,1 8,2 Н. Роуз, Черчилль. Бурная жизнь. пер. Е. Ф. Левиной, М. «Издательство Аст», 2004, ISBN 5-17-014478-4

Һылтанмалар

үҙгәртергә