Исхаҡов Нәжип Сәхипзада улы
Исхаҡов Нәжип Сәхипзада улы (28 ноябрь 1930 йыл — 2015 йыл) — табип-психиатр. 1959—1990 йылдарҙа Бөрйән район үҙәк дауаханаһының баш табибы, 1990—2008 йылдарҙа табип-психиатры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1990). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры ((1971).
Исхаҡов Нәжип Сәхипзада улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 ноябрь 1930 |
Тыуған урыны | Әхмәт, Тайнаш ауыл Советы, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2015 |
Вафат булған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | табип |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНәжип Сәхипзада улы Исхаҡов 1930 йылдың 28 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Әхмәт ауылында тыуа.
1958 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ы Бөрйән районының Ырғыҙлы участка дауаханаһына эшкә ебәрелә. 1959 йылда Бөрйән район дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнә һәм 1990 йылда хаҡлы ялға киткәнсе ошо вазифала эшләй. 31 йыл дауамында ул райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен етәкләй. Ул эшләгән йылдарҙа үҙәк дауахананың яңы биналары, Ырғыҙлы, Аҫҡар, Байназар участка дауаханалары биналары төҙөлә. Район ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ эшен башлай. Дауалау учреждениеларын матди-техник яҡтан йыһазландырыуға, кадрҙар менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленә. 1990 йылдан 2008 йылға тиклем алыштырғыһыҙ табип-психиатр була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәИсхаҡов Нәжип Сәхипзада улы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 1971 йылда «Почет билдәһе» ордены, 1984 йылда «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, 1990 йылда «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған табибы» исеме бирелә.
Хәтер
үҙгәртергә2017 йылдың 8 февралендә Иҫке Собханғол ауылында Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы - Исхаҡов Нәжип Сәхипзада улына мемориаль таҡтаташ асылды[2]. Мемориаль таҡтаташ Бөрйән үҙәк район дауаханаһы алдындағы фасадта ҡуйылды.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Министерство здравоожхранения Республики Башкортостан 2022 йыл 25 февраль архивланған.
- ↑ Состоялось открытие мемориальных досок Заслуженным врачам Башкирской АССР 2022 йыл 1 март архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Министерство здравоожхранения Республики Башкортостан 2022 йыл 25 февраль архивланған.
- Состоялось открытие мемориальных досок Заслуженным врачам Башкирской АССР 2022 йыл 1 март архивланған.