Лағыр
Лағыр (рус. Лагерево) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 856 кеше булған[2]. Почта индексы — 452497, ОКАТО коды — 80247825001.
Ауыл | |
Лагерево башҡ. Лағыр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452497 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәАныҡ географик координаталары: киңлек 55.2616938; оҙайлыҡ — 58.4441986.
- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 28 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 35 км
Лағыр ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 28 километрҙа һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 35 километрҙа урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәЛағыр (Васик, Васҡын) ауылына XVIII быуат башында Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған[3]. Борон Лағыр ауылы тәүге төпләнеүсенең исеме Васҡын атамаһы менән билдәле булған. Уның улы Асы Васҡын исеме мәғлүмәттәрҙә һаҡланған.
Ҡараһаҡал яуынан һуң ауыл яндырылғас, иҫән ҡалыусылар, ике саҡрым көньяҡҡараҡ күсеп, Лағыр ауылына нигеҙ һала. Был атаманың килеп сығышының варианттары бер нисә: уны 1740—1750 йылдарҙа немец тикшеренеүселәренең лагерына ла, XVIII быуатта, 1774 йылда, Салауат Юлаевтың ғәскәр туплау өсөн ҡорған лагерына ла бәйләйҙәр[4]. Лагерь һүҙе тора-бара Лағырға әйләнеп китә лә инде.
1960 йылдар аҙағында археолог Нияз Мәжитов етәкселегендәге экспедиция Лағыр ауылының көньяҡ-көнсығыш осонда урынлашҡан зыяраттағы убаларҙа тикшеренеү эштәре алып бара. Ғалимдар был ҡәберҙәрҙе, беҙҙең эраның VII быуатына ҡарай, тип билдәләй.
1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында старшина Яуын Сыуашев етәкселегендә 184 Тырнаҡлы ырыуы башҡорто ҡатнаша. Баш күтәреүселәрҙән һорау алыу документтарында Лағыр ауылынан уларҙың алтыһының исеме телгә алына. Бөгөн ауылда уларҙың ишле нәҫел-нәсәбе тырышып донъя көтә.
1795 йылда 29 йортта 208 кеше донъя көткән.
1816 йылда Лағырҙа Себер даруғаһының элекке ахуны, 60 йәшлек Яңыбай Ишмөхәмәтов йәшәгән. Был ваҡытта бер даруғаға бер генә ахун булып, ул да Лағырҙа йәшәгән икән, тимәк, лағырҙарҙың уҡымышлы кешеләре күп булған.
Шулай уҡ Мәжит Ғафури менән бергә мәҙрәсәлә уҡыған ике указлы мулла хаҡында ла әйтеп китеү урынлы. Уларҙың береһе — Талип Хәйеров Шәрәк ауылында мулла булһа, Лағырҙа Ғималетдин Хәсәнов мулла булған[5].
1865 йылда 136 йортта — 814 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған.
1906 йылда Лағыр ауылында 2 мәсет, 3 һыу тирмәне, 2 бакалея һәм мануфактура кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй булған.
Колхозлаштырыу осоро
үҙгәртергәУҙған быуаттың 20-се йылдары һуңында Башҡортостанда тотош колхозлаштырыу мәсьәләһе етди ҡуйыла һәм колхозға инеү хәрәкәте әүҙем башланған иң беренсе улус булып Үрге Ҡыйғы һәм Мәсәғүт кантондары тора. Лағыр, Мөхәмәт, Сыбаркүл, Луново, Ибрай, Салауат ауылдары крәҫтиәндәре дүрт артель, өс товарищество төҙөп, «Большевик» колхозына берләшә. Улар араһында Лағыр ауылының 157 хужалығы ингән «Ҡыҙыл Башҡортостанға 10 йыл» ауыл хужалығы артеле иң ҙуры була[6].
Артабан Лағыр ауылы территорияһында «Большевик», Карл Маркс исемендәге, Сыбаркүл, Сталин исемендәге колхоздар ойошторола. Уларҙы Алтайский фамилиялы 25 меңенсе коммунист ойоштора, һуңынан ул репрессиялана.
Төрлө йылдарҙа колхоз рәйестәре булып Ғәлимулла (фамилияһы билдәһеҙ), Рәхимйән Ғәлин, Ахунйән Зәйнуллин, Әхтәр Тарханов, Хәмзә (фамилияһы билдәһеҙ), А. Корнеев эшләй.
1951 йылда «Большевик», Карл Маркс исемендәге, Сыбаркүл колхоздары берләшә һәм төрлө йылдарҙа Ленин исемендәге, Маленков исемендәге колхоз, «Әй» колхозы була. «Әй» колхозы менән Хатип Йәндүрин етәкселек итә. Төрлө йылдарҙа колхоз рәйесе булып Әхмәтов, Ғәлимйән Вәкилов, Ғаззал Хәйров, Ғәлиҡарый Сөләймәнов эшләй[7].
Әлеге ваҡытта Лағыр ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[8].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәЛағыр ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1221 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 857 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 730 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 883 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 961 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 856 | 414 | 442 | 48,4 | 51,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергә- Әй урамы (рус. Айская (улица)
- Ҡайынлы урамы (рус. Берёзовая (улица)
- Ғәлимов урамы (рус. Галимова} (улица)
- Йәшел урам (рус. Зелёная (улица)
- Урман урамы (рус. Лесная (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Яңы төҙөлөш урамы (рус. Новостройка (улица)
- Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица)
- Шишмә урамы (рус. Родниковая (улица)
- Ҡояшлы урамы (рус. Солнечная (улица)[9][10]
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Боева Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы (22.05.1945), ғалим-физик‑химик, химия фәндәре докторы (2006), профессор.
- Вәкилов Булат Ғәлимйән улы (27.01.1947 — ?.02.2021), хужалыҡ эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Вәкилов Марат Ғәлимйән улы (9.12.1950), хоҡуҡ белгесе, суд органдары ветераны. 1995−1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды судьяһы, 1997—1998 йылдарҙа Юғары Суд рәйесенең енәйәт эштәре буйынса урынбаҫары, 1999—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды рәйесе. Юстицияның 3-сө класлы дәүләт советнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.[11].
- Вәкилов Борис Миңлеәхмәт улы (14.01.1937), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1973)
- Вәлиуллина Зәйнәб Рәхимйән ҡыҙы (11 июль 1973) — философия фәндәре кандидаты, БДУ-ның Философия һәм социология факультетының Этика, эстетика һәм культорология кафедраһы ассистенты[12].
- Вәлиуллина Зөләйха Рәхимйән ҡыҙы — химия фәндәре кандидаты.
- Вәлиуллина Зөлхизә Рәхимйән ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2022).
- Ғилемханова Зәйтүнә Ғилемхан ҡыҙы (14 август, 1922—2015) — гвардия сержанты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
- Ғилемханова Рита Ғәлимйән ҡыҙы (? апрель, …) — терапевт, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Ғилемханов Ринат Ғәлимйән улы (…) — медицина фәндәре кандидаты.
- Ғәлимов Хәбир Латип улы (5 февраль 1905 — 20 февраль 1996) — башҡорт совет опера йырсыһы, Башҡорт АССР-ының (1942) һәм РСФСР-ҙың (1947) атҡаҙанған артисы.
- Ғәлимова Земфира Әхәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002).
- Миһранов Ғәлимулла Ғимран улы (1924—2005) — педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). «Почёт билдәһе» ордены (1972) кавалеры. Урмансы ауылы мәктәбенең директоры.
- Дәүләтбаева Венера Ғилемхан ҡыҙы Ғилемханова (15 декабрь 1940 йыл) — юғары категориялы нейроофтальмолог, иридодиагност. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Балалар офтальмологы[13].
- Ғәлимова Земфира Әхәт ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[11].
- Кәримов Мөҙәрис Рәсүл улы (1949) — Башҡортостан Республикаһы Милли банкының беренсе рәйесе[14], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экономисы[15].
- Моратов Рәфҡәт Ғәзимулла улы (26.02.1954) — партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай депутаты (1995 — ?). Салауат районы хакимиәте башлығы (1990—2000). Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары.
- Ситдиҡов Шәмсетдин Мөхәмәтдин улы (17 июнь, 1924, БАССР, хәҙерге Салауат районы, Лағыр ауылы — 7 декабрь, 2002 йыл, Лағыр ауылы) — педагог, разведчик. Өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған.
- Сөләймәнов Риф Сафа улы (9 июнь 1936) — сәнғәт фәндәре докторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012)[16].
- Үтәшева Рузидә Рәсүл ҡыҙы (18 февраль 1958) — Башҡортостан Республикаһының мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[17].
- Ханов Закирйән Хан улы — башҡорт совет һәм Рәсәй театр актёры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1971) һәм халыҡ (1978) артисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Шәрипова Әҡлимә Мансур ҡыҙы — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Шәрипов Урал Арыҫлан улы (22 март 1957) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[11].
- Шәрипов Адик Нәҡи улы (14 март 1951) — саңғы спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, хәрби күпалышы буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты, профессор, отставкалағы полковник[18].
- Йәндүрин Дияс Хатип улы (20 ғинуар 1940) — тарих фәндәре докторы, профессор.
- Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы (ижади псевдонимы З. Әйле; 10 апрель 1971 йыл) — журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018).
- Ситдиҡов Ринат Даян улы (1968 йыл) — Лағыр урта мәктәбе директоры, крайҙы өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Вәлиев Салауат Мөҙәрис улы (12 июль 1980 йыл) — актер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).
1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Сит ил походтарында ҡатнашыусылар
үҙгәртергә1836, 1840 йылдарҙағы формуляр исемлектәр буйынса, 8-се кантондың 9-сы йортона ҡараған Лағыр ауылынан 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Сит ил походтарында ике кеше ҡатнаша:
- Юлғотло Фәйзуллин — башҡорт казагы.
- Яҡшығол Ҡаҙыбаев — башҡорт казагы.
Һәйкәлдәр
үҙгәртергә-
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл
-
Яугир-интернационалистарға һәм Чечня һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл
Музейҙар
үҙгәртергәИҫтәлекле урындары
үҙгәртергәАрхеологик ҡомартҡылар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
- Рафиков Б. Ҡараһаҡал. Роман.- Өфө, 1989.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лағыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 524. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- http://yeshlek-gazeta.ru/2008/06/10/tamyry-ny1184-a1170as-aumajj.html 2019 йыл 7 май архивланған.
- Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО — ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
- Лағыр ауылы «Тормош» тапшырыуында
- 2020 йылдың Еңеү көнө
- Лағыр ауылы
- Коллектив авторов. История Башкортостана с древнейших времен до наших дней в двух томах / И. Г. Акманов. — Уфа: Китап, 2006. — Т. 2.XX век. — С. 222. — 600 с. — ISBN 5-295-03873 (т.12).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Лағыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 524. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ ТАМЫРЫ НЫҠ АҒАС АУМАЙ. «Йәшлек гәзите». 2019 йыл 7 май архивланған.
- ↑ Коллектив авторов. История Башкортостана с древнейших времен до наших дней в двух томах / И. Г. Акманов. — Уфа: Китап, 2006. — Т. 2.XX век. — С. 222. — 600 с. — ISBN 5-295-03873 (т.12).
- ↑ Исследовательские работы. История села
- ↑ Лағыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО — ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
- ↑ Карта д. Лагерево. Улицы
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Лағыр виртуаль музей мәғлүмәтенән
- ↑ http://rfk2015.bashedu.ru/node/46#Валиуллина 2018 йыл 15 декабрь архивланған.
- ↑ Вечерняя Уфа, 18 февраль 2011, 14 с.
- ↑ http://www.cbr.ru/region/info/bash/history/
- ↑ http://www.bashinform.ru/news/535155-chetyre-predstavitelya-bankovskogo-soobshchestva-bashkirii-udostoeny-gosudarstvennykh-nagrad/
- ↑ http://www.ufaras.ru/?part_id=557 2022 йыл 26 март архивланған.
- ↑ http://ruzida58.jimdo.com 2016 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ http://na-zemle-salavata.ru/arhiv-gazety/628-biatlon-po-lagerevski.html 2017 йыл 16 июнь архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Лағыр Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |