Бабушкин Роман Романович

Бабушкин Роман Романович (27 ғинуар 1919 йыл — 29 июль 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары, гвардия өлкән лейтенанты[1]. Һуғыштан һуң СССР Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре, 1973 йылдан отставкала, эске хеҙмәт полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).

Бабушкин Роман Романович
Тыуған ваҡыты

27 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Ҡорҫаҡ Түбәләре ауылы

Үлгән ваҡыты

29 июль 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (80 йәш)

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

19381973

Хәрби звание

Эске хеҙмәт полковнигы

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар

Советтар Союзы Геройы

Ленин ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
«Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы
«Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
Ҡалып:Заслуженный работник МВД СССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Роман Романович Бабушкин 1919 йылдың 27 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2] Корсаковские Вершины ауылында (хәҙер юҡ) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте рус. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай. 19361938 йылдарҙа Бәләбәй районы Краснознаменский спирт заводында ағас эшкәртеү буйынса десятник булып эшләй.

1938 йылдың май айында БАССР-ҙың Бәләбәй районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. 1942 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1943 йылда кесе лейтенант, 1944 йылда комсостав әҙерләүсе «Выстрел» курстарын тамамлай.

1945 йылдың 7 апрелендә Кёнигсберг крепость-ҡалаһының төньяғында батальон биләгән хәрби позицияларҙан гвардия өлкән лейтенанты Роман Бабушкин шәхсән үҙе һуғышсыларҙы ҡәлғәне штурмлауға алып бара.

Офицер үҙенең төркөмө менән штурм күперҙәре ярҙамында һыу каналын аша сыға һәм ҡәлғә стеналарына барып етә. Артабан сапёрҙар тарафынан шартлатып эшләнгән тишек аша улар ҡәлғәгә үтеп инә һәм форт эсендә һуғыш башлай. Һөҙөмтәлә 43 немец һалдаты һәм офицеры юҡ ителә. Шулар араһынан ун ике һалдат һәм өс офицерҙы гвардия өлкән лейтенанты Роман Бабушкин үҙе юҡ итә. 254 дошман һалдаты һәм офицеры әсиргә алына.

Үҙенең батырҙарса эш итеүе менән Роман Бабушкин 5-се фортҡа һөжүмдең уңышын хәл итә һәм Кёнигсберг ҡалаһына юл аса.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 апрелендәге Указы менән гвардия өлкән лейтенанты Бабушкин Роман Романовичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Ҡыҙыл Йондоҙ» (№ 6266) миҙалы тапшырыла.[3][4].

1946 йылда Роман Бабушкин демобилизациялана. Башҡорт АССР-ның Эске эштәр министрлығында лагерь бүлеге коменданты, артабан 9-сы һәм 10-сы холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт колониялары башлығы булып эшләй. СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Эске хеҙмәт полковнигы дәрәжһендә 1973 йылда отставкаға сыға.

1999 йылдың 29 июлендә вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  Тышҡы рәсемдәр
  Надгробный памятник
  Мемориальная доска в Уфе
  • Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән.
  • Өфө ҡалаһының Октябрь районында Октябрь проспекты буйлап Герой йәшәгән 65 һанлы йорттоң ал яғында мемориал таҡтаташ ҡуйылған.
  • Р. Р. Бабушкиндың исеме Калиниград ҡалаһының Форт № 5 эргәһендә ҡуйылған мемориал таҡтаташта мәңгеләштерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Должность и воинское звание на дату представления к присвоению звания Героя Советского Союза.
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы биләмәләре
  3. 3,0 3,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 45, л. 1)
  4. 4,0 4,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 4, л. 96, 97)
  5. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Базекин Г. Отвоёванный рассвет //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

Һылтанмалар

үҙгәртергә