Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы

ҡурайсы, педагог
(Азат Айытҡолов битенән йүнәлтелде)

Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27 ғинуар 1956 йыл) — ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы(1990) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 27 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Юлдыбай
Һөнәр төрө уҡытыусы, музыкант
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов 1956 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Матрай районының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Юлдыбай ауылында тыуған. Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә белем ала[1]. 1977 йылда Өфө сәнғәт училищеһын Ғата Сөләймәнов класы буйынса тамамлай. 1975—1978 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы булып эшләй, 1978 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсы—солисы[2].

1994 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай[2].

2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы идараһы рәйесе[2].

2021 йылдың 27 ғинуарында Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[3].

Ижади эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Инструменталь башҡарыу сәнғәтенең классик традицияларын дауам итеүсе, ҡурайҙа уйнауҙың бөтә алымдарын виртуоз ҡуллана. Репертуарында оҙон көйҙәрҙең инструменталь варианттары, шул иҫәптән «Ашҡаҙар», «Буранбай», «Ғилмияза», «Таштуғай», «Тәфтиләү», «Уйыл», «Урал», инструменталь көйҙәр «Йәйәүле Мәхмүт», «Сыңрау торна», йыр‑бейеү көйҙәре «Зарифа», «Мөғлифә», «Суҡ муйыл», «Перовский», «Порт‑Артур» һ. б.

Ҡарағалпаҡ АССР‑ы (1976) һәм Яҡут АССР‑ында (1978) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша. Донъяның 30 илендә гастролдә була. Уҡыусылары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы һәм йырсы Рәсүл Ҡарабулатов, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Н. М. Кейекбирҙин һәм Р. Х. Нәҙерғолов.

Башҡортостандың Ауырғазы, Бишбүләк, Дәүләкән, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Шишмә һәм Әлшәй райондарында, Ҡурған һәм Пермь өлкәләрендә, Мәскәүҙә ҡурайсылар ансамблдәрен ойошторған[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә