Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы

Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы (27 ғинуар 1928 йыл — 19 март 2003 йыл) — уҡытыусы, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).

Әҙеһәм Исҡужин
Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы
Исеме

Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы

Тыуған

27 ғинуар 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Темәс ауылы

Үлгән

19 март 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (75 йәш)

Үлгән урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Инструменттар

ҡурай

Наградалар
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)

Биографияһы

үҙгәртергә

Әҙеһәм Динислам улы Исҡужин 1928 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1] Темәс ауылында тыуған. 1945 йылда Темәс педагогия училищеһын, 1954 йылда Уман летчиктар әҙерләү училищеһын, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1961—1996 йылдар — Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназияһында уҡыта. Ҡурай түңәрәктәре алып бара.

Уҡыусылары: Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Роберт Юлдашев һ.б.

2003 йылдың 19 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
  • Ҡатыны — башҡорт тел белгесе, антропонимист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы (1927—1999)[2]
  • Ю. И.Ғайнетдинов, Ф. Ш. Ҡоҙаҡаев. «Әҙеһәм ҡурайы» китабы (2003)
  • Режиссёр Булат Йосопов Әҙеһәм Исҡужинға арналған «Связь времен» тигән документаль фильм төшөргән[3].
  • Баймаҡ ҡалаһындағы һәм Баймаҡ районының Темәс ауылындағы урамдар Әҙеһәм Исҡужин исемен йөрөтә.
  • Республика кимәлендә Ә. Исҡужин исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе уҙғарыла.
  • Өфө ҡалаһының 9-сы балалар музыка мәктәбенә Әҙеһәм Исҡужин исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә