Букин Василий Николаевич
Букин Василий Николаевич (27 ғинуар 1899 йыл — 21 ғинуар 1979 йыл) — СССР-ҙың ғалим-биохимигы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1964), биология фәндәре докторы (1943). Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1949), А. Н. Бах исемендәге премия (1963) лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969, 1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры.
Букин Василий Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 27 ғинуар 1899[1] |
Тыуған урыны | Знаменское[d], Керенский уезд[d], Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 ғинуар 1979 (79 йәш) или 1979[2] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | агроном, биохимик |
Эшмәкәрлек төрө | биохимия |
Эш урыны | Moscow State University of Food Production[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d][3] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВасилий Николаевич Букин 1899 йылдың 27 ғинуарында Пенза губернаһы[4] Знаменское ауылында тыуған.
Белеме һәм эше
үҙгәртергә- 1925 йылда Ленинград ауыл хужалығы институтын (хәҙер — Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты) тамамлай.
- 1925—1926 — Ленинград өлкә ер идаралығы агрономы
- 1927—1930 — Ленинград өлкәһенең «Ҡыҙыл семеновод» колхозы рәйесе
- 1932—1938 — Ленинград үҫемлекселек институтында эшләй.
- 1938 — Рәсәй Фәндәр академияһының А. Н. Бах исемендәге биохимия институты
- 1943 — Мәскәү аҙыҡ-түлек сәнәғәте технология институты профессоры.
Төп ҡаҙаныштары
үҙгәртергә1932—1938 йылдарҙа Ленинградта үҫемлекселек институтында эшләй. Унда СССР-ҙа тәүгеләрҙең береһе булған витаминдар буйынса лаборатория ойоштора. Төп хеҙмәттәре витаминдар биосинтезы, уларҙың матдәләр алмашыныуҙа роле, алыу ысулдары буйынса.
Ғалим һәм уның хеҙмәттәштәре хеҙмәте нигеҙендә СССР-ҙа А, B12, B15, D2 витаминдарын, 5-метилметионин аминокислоталарын, гомосерин, лизин етештереү, уларҙы аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, малсылыҡта һәм дауалау практикаһында ҡулланыу яйға һалына.
Василий Николаевич Букин етәкселегендә A, B, U һ.б. витаминдарҙы етештереү үҙләштерелә, уның башланғысы буйынса 1966 йылда илдә тәүге тапҡыр Өфө витамин заводында B15, 1970 йылдан — U витаминдары етештерелә башлай.
СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1964)
1979 йылдың 21 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1949) — витаминлы балыҡ майы етештереү ысулын эшләгәне һәм сәнәғәткә индергәне өсөн.
- А. Н. Бах исемендәге премия (1963)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1969, 1975)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1953)
- миҙалдар[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Bukin, Vasilij Nikolajevič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Бровина А. А., Рощевский М. П., Рощевская Л. П. Исследования физиологии растений д.б.н. А.Л. Курсанова в Коми АССР в годы Великой Отечественной войны, Studies on plant physiology conducted by A. L. Kursanov, Doctor of Biological Sciences, in the Komi ASSR during the Great Patriotic War (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2020. — Т. 12, вып. 2. — С. 44—66. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24411/2076-8176-2020-12003
- ↑ Хәҙер Пенза өлкәһе Башмаков районы
- ↑ Букин Василий Николаевич (фонд 1774) // Сайт Архивов Российской академии наук
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Букин Василий Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2019)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Букин Василий Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Букин, Василий Николаевич в словарях и энциклопедиях на Академике