Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улы

ғалим-агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1965), профессор (1991). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы

Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улы (27 апрель 1930 йыл — 30 март 1999 йыл) — ғалим-агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1965), профессор (1991). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987)[1].

Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Ташлы, Рәсәй
Әлшәй районы, СССР
Вафат булған көнө 30 март 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улы 1930 йылдың 27 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Ташлы ауылында (хәҙер Әлшәй районы) тыуған. 1955 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң Дүртөйлө районының Я. М. Свердлов исемендәге колхозында, 1958 йылдан алып Биология институтында эшләй. 1963—1994 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1993 йылдарҙа агрохимия һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау кафедраһы мөдире була.

Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улының фәнни эшмәкәрлеге минераль ашламалар ҡулланыу ысулдарын һәм дозаларын, сидераттарҙың ҡомло һәм ныҡ ҡомло тупраҡтарҙың агрохимик үҙенсәлектәренә тәьҫирен һәм Башҡортостандың урман-дала зонаһында ауыл хужалығы культураларының уңдырышлылығын өйрәнеүгә арналған. Ғиззәтуллин ҡатнашлығында тупраҡҡа минераль ашламалар һибеүҙең ауыш таҫма ысулы уйлап табыла. Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улы 160 фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы[1]

Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улы 1999 йылдың 30 мартында Өфөлә вафат була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә