Сәхәбиева Зөһрә Ҡотдос ҡыҙы

йырсы, педагог

Сәхәбиева Зөһрә Ҡотдос ҡыҙы (27 апрель 1951 йыл) — йырсы, педагог. 1977 йылдан Татар опера һәм балет театры, 1984 йылдан Татар дәүләт филармонияһы, 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1996 йылдан «Иҙел» концерт-филармония берләшмәһе йырсыһы. Бер үк ваҡытта 1993 йылдан Ҡазан дәүләт консерваторияһы уҡытыусыһы. Татар АССР-ының халыҡ артисы (1984).

Сәхәбиева Зөһрә Ҡотдос ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 апрель 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (73 йәш)
Тыуған урыны Сәлих-Туҡай ауылы[d], Иҫке Дөреш ауыл биләмәһе[d], Туҡай районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Татар АССР-ының халыҡ артисы Татар АССР-ының халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Зөһрә Ҡотдос ҡыҙы Сәхәбиева 1951 йылдың 27 апрелендә Татар АССР-ының Ворошилов районы[2] Сәлих-Туҡай ауылында тыуған. Атаһы сығышы менән шул уҡ райондың Шөкрәле, әсәһе — Арса районының Наласа ауылынан. Туҡай районының күршеләге Октябрь Бүләге ауылында башлангыс мәктәптән һуң шулай уҡ күрше ауылдағы Иҫке Дөрөш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.

Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген урындағы колхозда малсылыҡта башлай. Артабан Ҡазан медицина училищеһында урта махсус һөнәр ала. Бала саҡтан һәм бигерәк тә медучилищела уҡығанда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә әүҙем шөғөлләнеү уны Ҡазан дәүләт консерваторияһына алып килә. Бында музыка һәм йыр сәнғәте нескәлектәрен ныҡлап үҙләштерә.

Йырсы 1977—1984 йылдарҙа Татар опера һәм балет театрында, һуңынан тиҫтә йыл дауамында Татар дәүләт филармонияһында солист булып эшләй. 1993—1996 йылдарҙағы ижади эшмәкәрлеген Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында дауам итә. 1996 йылдан йырсы «Иҙел» концерт-филармония берләшмәһендә.

1993 йылдан Н. Ғ. Жиһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһында йәш йырсыларға вокал серҙәрен өйрәтә.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Йырсы репертуарында хәлыҡ йырҙары менән бер рәттән төрлө быуын композиторҙарының әҫәрҙәре лә ныҡлы урын алған. Ул тәү сиратта «Сарман», «Һин сазыңды уйнаның», «Сәғәт сылбыры», «Зөбәржәт», «Тыуған ауылым», «Һаҡмар», «Бөҙрә талдар», «Язғы йыр», «Хәйерле иртә», «Етегән шишмә» исемле йырҙар менән Татарстанда һәм күрше Башҡортостанда ғына түгел, элекке Советтар Союзының күп кенә өлкәләрендә һәм милли республикаларында йәшәүсе башҡорт һәм татар тамашасылары араһында киң билдәлелек яулай[3].

Өҫтәмә мәғлүмәт

үҙгәртергә

Ире йырсы Хәйҙәр Бигичев — РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1986), Татар АССР-ының халыҡ (1980) артисы һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984)[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 http://www.millattashlar.ru/index.php/%D0%A1%D0%B0%D1%85%D0%B0%D0%B1%D0%B8%D0%B5%D0%B2%D0%B0_%D0%97%D1%83%D1%85%D1%80%D0%B0_%D0%9A%D0%BE%D1%82%D0%B4%D1%83%D1%81%D0%BE%D0%B2%D0%BD%D0%B0
  2. Хәҙер Татарстан Республикаһының Туҡай районы
  3. Илһамлы Сарман. Антология (төзүче-мөхәррире Дамир Гарифуллин). Казан: Яз, 2017, 322нче бит. ISBN 978-5-95-00696-1-1 (тат.)
  4. «Милләттәшләр» сайты. Бегичев Хайдар Аббясович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 май 2021)

Һылтанмалар

үҙгәртергә