Науразбаев Иҙрис Хәмит улы
Науразбаев Иҙрис Хәмит улы (25 июль 1942 йыл) — механизатор, хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәр.
Науразбаев Иҙрис Хәмит улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
механизатор |
Наградалары һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1977). |
Биографияһы
үҙгәртергәИҙрис Хәмит улы Науразбаев 1942 йылдың 25 июлендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
1949 йылда Байназар мәктәбенең 1-се класына уҡырға бара. 7-се класты тамамлағас, артабан уҡырға мөмкинселеге булмау сәбәпле, колхозға эшкә төшә һәм 1958—1960 йылдарҙа ауылдан 10 саҡрым тирәһендә урынлашҡан Бешәке фермаһында колхоз малдарын көтә.
1961—1964 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Артабан Учалы ауылында урынлашҡан һөнәрселек училищеһында уҡый һәм «тракторсы-механизатор» таныҡлығы ала.
1965 йылда «Ағиҙел» колхозында тракторсы булып эш башлай. 35 йыл буйына колхоздың алмаштырһығыҙ механизаторы була. Ниндәй генә техникаға ултыртмаһындар, алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй. Техникаһын һәр саҡ төҙөк тота, ниндәй эшкә ҡушһалар, шунда эшләй. Һөрөү, сәсеү, урып-йыйыу, туңға һөрөү ваҡытында ҡуна ятып эшләргә лә тура килә. Аҙналар буйына өйгә ҡайтып инмәгән саҡтары ла була.
1967 йылда Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылы ҡыҙы Уразаева Фәрзәнә Мөхәмәтзәки ҡыҙы менән донъя ҡороп, алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Иҙрис Хәмит улы йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Эшләгән дәүерендә ауыл һәм район Советы депутаты итеп һайлана, хаҡлы ялға сыҡҡас — ветерандар советы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы һәм профсоюздарҙың Өлкә советы тарафынан бирелгән 1974 йылдың *Социалистик ярыш еңеүсеһе билдәһе (19 ғинуар 1975 йыл)
- Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы һәм профсоюздарҙың Өлкә советы тарафынан бирелгән IX, XI биш йыллыҡтар ударнигы билдәләре
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (4 март 1977 йыл)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (27 июнь 1997 йыл)
- Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1972 йыл)
- Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1982 йыл)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Танытма «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» (27 июнь 1997 йыл)