Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы

Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы (25 июнь 1908 йыл18 июнь 1971 йыл) — Башҡортостан инженер-электригы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958).

Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы
Тыуған көнө 25 июнь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (115 йәш)
Тыуған урыны Ҡырмыҫҡалы районы
Һөнәр төрө ғалим

Биографияһы үҙгәртергә

Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы 1908 йылдың 25 июнендә Өфө губернаһы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы) Мөҡсин ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Районда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Мәскәү электр-машиналар төҙөү институтына уҡырға инә. 1933 йылда институтты тамалап сыға һәм тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайтып, Өфө Үҙәк электр станцияһында прораб, баш инженер урынбаҫары, баш инженер булып эшләй. 1936-1938 йылдарҙа Өфө моторҙар заводының баш энергетигы була. 1939-1954 йылдарҙа Өфө 20-се заводының баш инженеры. 1955- 1957 йылдарҙа Өфө ТЭЦ-2 ойошмаһының директоры. 1958-1960 йылдарҙа һәм 1958-1971 йылдарҙа «Башкирэнергоның» район энергетика идаралығының идарасыһы. 1961-1963 йылдарҙа Башҡортостан совнархозы рәйесенең урынбаҫары. Был вазифаларҙа эшләү дәүерендә М. С. Рәжәпов Салауат һәм Күмертау ТЭЦ-тарында еүешлеге зур башҡорт һоро күмерен яндырыу технологияһын үҙләштереүгә һәм камиллаштырыуға тос өлөш керетә. Уның етәкселеге аҫтында Бекетовола 500 кВ ҡеүәтле подстанция һәм Бөгөлмә— Бекетово——Златоуст юғары электр линияһы эксплуатацияға тапшырыла. Рәжәпов шулай уҡ Ҡарман ГРЭС-ын төҙөүҙең инициаторы була. М. С. Рәжәповтың исеме менән 1982 йылда Өфөнөң ТЭЦ-2 предприятиеһы аталған. Республиканы электр энергияһы менән тәьмин итеүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн М. С. Рәжәпов Октябрь революцияһы ордены (1971), «Почёт Билдәһе» ордены (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943) менән бүләкләнгән. 1971 йылдың 21 июнендә Өфө ҡалаһында вафат булған.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958)

Октябрь революцияһы ордены (1971)

«Почёт Билдәһе» ордены (1945)

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә