Исхаҡова Фәниҙә Әғзәм ҡыҙы

(Фәниҙә Исхаҡова битенән йүнәлтелде)

Исхаҡова Фәниҙә Әғзәм ҡыҙы (25 июль 1965, БАССР-ҙың Учалы районы Көсөк ауылы) — яҙыусы. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997).

Исхаҡова Фәниҙә Әғзәм ҡыҙы
Тыуған көнө:

25 июль 1965

Тыуған урыны:

БАССР-ҙың Учалы районы Көсөк ауылы)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Шағир, яҙыусы, драматург

Премиялары:

I республика балалар өсөн драма әҫәрҙәре конкурсы лауреаты (1996)


Биографияһы үҙгәртергә

Исхаҡова Фәниҙә Әғзәм ҡыҙы 1965 йылдың 25 июлендә БАССР-ҙың Учалы районы Көсөк ауылында тыуған. 1982 йылда Мулдаҡай урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Университетта уҡыған йылдарҙа уҡ уның «Ер әйләнә» поэмаһы донъя күрә. Йәш әҙибә шул осорҙа йәнә «Ваҡыт аты» балладаһын һәм «Аҡ ҡылғандар» поэмаһын ижад итә. Шишмә районында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта[1],[2]. 19891992 йылдарҙа Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институты хеҙмәткәре. 19942010 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә төрлө вазифаларҙы биләй: 2005 йылдан алып — редакция мөдире, 2007 йылдан — бүлек начальнигы. 2011—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәби драма бүлегенең баш мөхәррире булып эшләй.

Ижады үҙгәртергә

Фәниҙә Исхаҡованың бөтә жанр формаларында ла (шиғриәт, проза һәм драматургия) иркен эшләй алыуы уның ижади үҙенсәлеге булып тора. «Таң алдынан ҡайтырмын» повесы 1991 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылып сыға. 1993 йылда тәүге китабы — «Аҡ ҡылғандар» исемле шиғри йыйынтығы донъя күрә. «Бүре күҙҙәре» исемле дөйөм йыйынтыҡта балалар өсөн «Йондоҙ булаһым килә» повесы ла урын ала. Проза жанрында әҙибә тәүге осорҙа башлыса фантастика өлкәһендә эшләне. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә фантастик әҫәрҙәр бик самалы. Фәниҙә Исхаҡованың фантастик һәм фәнни-фантастик әҫәрҙәре ниндәйҙер кимәлдә был бушлыҡты тултыра. Исхаҡованың фәнни фантастикаһы башлыса ХХ быуаттың уртаһындағы фәнни гипотезаларға нигеҙләнә. Был, үҙ сиратында, яҙыусынан ижади таланттан тыш, замандың фәнни-техник ҡаҙаныштарын, психология һәм психоанализ нигеҙҙәрен, көнсығыш философияһын һәм мифологияны белеүҙе талап итә[2]. «Кеше-күсермә» (1996) романы, «Аҡ тәңкәләр яуған төн ине…» (2003), «Көмөш ҡауырһын», «Кем һин, көҙгөләге мин?» һәм «Юғалған ваҡыт» исемле һәм башҡа тиҫтәләгән фантастик повестар, «Мәңгелектең бер миҙгеле» («Одно мгновение вечности»; 2008) сәсмә әҫәрҙәр йыйынтыҡтары авторы[2].

Фәниҙә Исхаҡованың һуңғы осорҙа өс роман-хикмәттән торған трилогия ижад итте. Уларҙа әҙибәнең тәүге повесы "Таң алдынан ҡайтырмын" һәм "Кеше-күсермә" романында уҡ күтәрелгән темалар киңәйтелә төшә, һәм авторҙың уй-фекерҙәре тулы бер фәлсәфәүи концепцияға тиклем үҫтерелә.Трилогияны башлап ебәргән “Аҡ һәм Ҡара” романы 2015 йылда китап булып баҫылып сыҡты, “Юғалтылған ожмах” һәм “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр...” роман-хикмәттәре  2017, 2018 һәм 2019 йылдарҙа “Ағиҙел” журналы биттәрендә донъя күрҙе.

2020 йылда "Ағиҙел" журналында баҫылып сыҡҡан "Асманға ашыу" романы яҙыусы ижадында яңы баҫҡыс булараҡ һанала ала, сөнки әҙибә уны бер үк ваҡытта ике телдә - башҡорт һәм рус телдәрендә ижад итте. Шул уҡ йылда Рәсәйҙә иң ҙур һаналған "ЭКСМО" нәшриәте был романды "Прикосновение к Раю" исеме аҫтында китап итеп баҫтырып сығарҙы. 2021 йылда ошо уҡ нәшриәттә Фәниҙә Исхаҡованың "Невидимый человек" исемле рус телендәге сираттағы китабы донъя күрҙе.

Яҙыусы драматургия жанрында ла ижад итә, 1997 йылда «Зәңгәрсәс» пьесаһын яҙа[1]. Фәниҙә Исхаҡова балалар әҙәбиәте өлкәһендә шулай уҡ әүҙем эшләй. Уның үҫмерҙәр өсөн яҙылған тиҫтәнән ашыу мауыҡтырғыс повесы "Йәншишмә" гәзитендә һәм "Аманат" журналында баҫылып сыҡты, һәм был әҫәрҙәр бер нисә тапҡыр йыл йомғаҡтары буйынса лауреат исемен яуланы.

I республика балалар өсөн драма әҫәрҙәре конкурсы лауреаты (1996).

Фәниҙә Исхаҡованың айырым әҫәрҙәрен А. П. Майоров, Г. Я. Хамматова рус теленә тәржемә иткән ("Одно мгновение вечности" йыйынтығы).

Китаптары үҙгәртергә

Сал ҡылғандар: Шиғырҙар һәм поэма. Өфө, 1993.;

Йондоҙ булғым килә. Колл. йый. «Бүре күҙҙәре»: Повестар һәм хикәйәләр. Өфө, 1993.;

Кеше-күсермә: Роман, повесть һәм хикәйә. Өфө, 1996.;

Зәңгәрсәс. Колл. йый. «Зәңгәрсәс»: Пьесалар. Өфө, 1997.;

Аҡ тәңкәләр яуған төн ине...: Повестар һәм хикәйәләр. Өфө, 2003.;

Вернусь на рассвете. В колл. сб.«Бельские просторы»: Повесть. Уфа, 2005.;

Одно мгновение вечности: Роман, повесть и рассказы. Уфа, 2008.;

Аҡ һәм Ҡара: Роман-хикмәт. Өфө, 1915.;

Прикосновение к Раю: Роман-баллада. Москва, 2020.;

Невидимый человек: Роман. Москва, 2021.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.
  • Исхакова, Фанида Агзамовна // Башкирская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. Т. 3. С. 222.
  • Аҙнағолов Р. Сәйләндәрем төҫлө-төҫлө (ижади портреттар). Өфө, 2007.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 [1] 2018 йыл 18 ноябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 [2](недоступная ссылка)