Морев Николай Николаевич
Морев Николай Николаевич (25 июль 1917 йыл — 5 август 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, кесе сержанты, Советтар Союзы Геройы.
Морев Николай Николаевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 июль 1917 |
Тыуған урыны | Павловск (Санкт-Петербург), Царскосельский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 5 август 1997 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
БиографияһыҮҙгәртергә
Морев Николай Николаевич 1917 йылдың 25 июлендә Петроград губернаһының Павлов ҡалаһында тыуған.
Урыҫ. Рыбинск авиация техникумын тамамлаған. 1946 йылдан алып КПСС ағзаһы. 1939 йылдан Рыбинск мотор заводында эшләгән. Эвакуацияланғандан һуң 1941 йылдан Өфө моторҙар заводында эшләй.
1942 йылдың февралендә Өфө ҡалаһының Молотов район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Әстерхан хәрби пехота училищеһында уҡый. 1943 йылдың июненән хәрәкәт иитеүсе армияла.
Кесе сержант Н. Н. Морев 1943 йылдың 22 сентябрендә Зарубинцы ауылы янында Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда (Черкассы өлкәһе Канев районы) батырлыҡ күрһәтә.
1944 йылда ауыр яраланғандан һуң Н.Н. Морев демобилизациялана.
1944—1955 йылдарҙа Өфө агрегат заводында цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй; 1955—1957 йылдарҙа — Рыбинск механик заводының баш инженеры. Аҙаҡ Өфөгә ҡайта.
1957—1967 йылдарҙа Өфө «Гидравлика» заводында цех начальнигы урынбаҫары; 1967—1973 йылдарҙа — Өфө агрегаттар, машиналар төҙөү заводында эшләй. 1973 йылдан 1977 йылға тиклем Өфө приборҙар заводында пенсияға киткәнгә тиклем эшләй.
1997 йылдың 5 авгусында вафат була. Өфөлә ерләнгән.
БатырлығыҮҙгәртергә
« 69-сы механизацияланған бригаданың миномет расчеты командиры (9-сы механизацияланған корпус, 3-сө гвардия танк армия, Воронеж фронты) кесе сержант Н. Н. Морев 1943 йылдың 22 сентябрендә ҡулдан яһалған һалда беренселәрҙән булып Зарубинцы ауылы районында Днепрҙы һуғышып аша сыға һәм шунда уҡ үҙенең миномет уты менән беҙҙең частәрҙең кисеүен тәьмин итә. Һөжүм иткәндә пехотаның хәрби тәртибендә эш итеп, үҙенең миномет уты менән һөжүм итеүеләргә юл аса.
1943 йылдың 29 сентябрендә плацдармды киңәйткәндә һәм нығытҡанда дошмандың танк һәм пехота һөжүме ваҡытында Н.Н. Морев миномет ротаһының сафтан сыҡҡан командирын алмаштыра һәм көслө ут менән һөжүмде кире ҡаға. Дошмандың ете ут нөктәһен һәм 200-гә яҡын гитлерсыһын юҡ итә».
1943 йылдың 17 ноябрендә Н. Н. Моревҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[1].
БүләктәреҮҙгәртергә
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (17.11.1943)[2][3].
- Ленин ордены.
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (05.10.1943)[4].
- Миҙалдар.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Наградной лист 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 69/32, л. 1/184, 185).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 67, л. 2).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1108, л. 2, 63, 64).
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Т. 4: Л-О. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Морев Николай Николаевич . «Герои страны» сайты.
- Республиканский музей Боевой Славы: Морев Николай Николаевич 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған..