Аллама Мөхәммәт Иҡбал (урду علامه محمد اقبال, ингл. Allama Muhammad Iqbal; 1877 — 1938) — Британ Һиндостаны шағиры, сәйәсмәне һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, адвокат[6]. Философ һәм аҡыл эйәһе, «Пакистандың рухи атаһы» тип иҫәпләнелгән шәхес[7], был илдең киләсәген алдан хәбәр итеүсе. Урду телендәге әҙәбиәттең төп фигураһы.. Уның хеҙмәттәре урду, фарсы, панджаб һәм инглиз телдәрендә яҙылған.

Мөхәммәт Иҡбал
урду علامه محمد اقبال‎
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Британ Һиндостаны
 Пакистан
Тыуған көнө 9 ноябрь 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Сиалкот[d], Пенджаб[d], Британ Һиндостаны
Вафат булған көнө 21 апрель 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][1][3][…] (60 йәш)
Вафат булған урыны Лахор, Пенджаб[d], Британ Һиндостаны
Ерләнгән урыны Лахорская крепость[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Sheikh Noor Muhammad[d]
Әсәһе Imam Bibi[d]
Хәләл ефете Karim Bibi[d], Mukhtar Begum[d] һәм Sardar Begum[d]
Балалары Javid Iqbal[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле фарсы теле
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, яҙыусы, шағир, балалар яҙыусыһы, сәйәсмән, адвокат
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт[5], фәлсәфә[5] һәм Сәйәсәт[5]
Уҡыу йорто Murray College[d]
Кембридж университеты
Тринити колледжы[d]
Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университеты
Правительственный колледж[d]
Правительственный колледж[d]
Гейдельбергский университет[d]
Oriental College[d]
Йоғонто яһаусы Толстой, Лев Николаевич, Йоһанн Вольфганг фон Гёте, Георг Вильһельм Фридрих Гегель, Фридрих Ницше, Аристотель, Арнольд, Томас Уолкер[d], Анри Бергсон[d], Мөхәммәт (Пәйғәмбәр), Йәләлетдин Руми, Ахмад Сирхинди[d], Абу-ль-Аля Маудуди[d] һәм Абу Язид Бистами[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт allamaiqbal.com
Тасуирлау биттәре epdlp.com/escritor.php?i…
 Мөхәммәт Иҡбал Викимилектә

Пакистан, Иран халыҡтары, шулай уҡ халыҡ-ара әҙәбиәт белгестәре[8], күренекле шағир булараҡ, уның менән һоҡлана. Иҡбал, күренекле шағир булараҡ билдәле булыу менән бергә «хәҙерге замандың мосолман философияһы буйынса аҡыл эйәһе» булараҡ та киң танылыу алған шәхес[9]. Уның «Шәхес тылсымы» (Асрар-и худи) тип аталған беренсе шиғри китабы 1915 йылда фарсы телендә баҫыла. Иҡбалдың түбәндәге шиғри китаптары ла иғтибарға лайыҡ: «Аллегориянан баш тартыу» (Рамуз-и бекхуди), «Көнсығыштан хат» (Пайам-и машрик) һәм «Фарсы доғаһы» (Забур-е Аджам). Улар араһында урду телендәге иң билдәле эштәре түбәндәгеләр: «Ҡарауан ҡыңғырауы сыңы» (Банг-и дара), «Ғазраил ҡанаты» (Бал-и Ябраил), «Кәлим таяғы һуғыуы» (Зарб-и Калима һәм) һәм «Хиджаз байлығы» (Армаган-и Хиджаз). Урду һәм фарсы телдәрендәге шиғриәте менән бер рәттән, урду һәм инглиз телдәрендә яҙылған лекциялары һәм хаттары мәҙәни, социаль дини һәм сәйәси дискурстарға[10] ҙур йоғонто яһай.

1922 йылда король Георг Бишенсенән ул рыцарь-бакалавр дәрәжәһен ала[11]. Англияла Хоҡуҡ һәм философияны өйрәнеп, Иҡбал Бөтә Һиндостан Мосолман лигаһының Лондон бүлексәһе ағзаһы булып китә[9][10]. Аҙаҡ, Лиганың 1930 йылдың декабрендәге сессияһы ваҡытында, киң билдәле президент телмәре булып яңғыраған һәм Аллаһабад Мөрәжәғәтнамәһе булараҡ танылған телмәрендә ул Британия Һиндостанының төньяҡ-көнбайышында мосолман дәүләтен төҙөүҙең көнүҙәк булыуын дәлилләй[9][10].

Көньяҡ Азияның аралашыу урду телендә барған ҙур өлөшөндә, Иҡбал Шайр-э-Машрик (урду: مشرق شاعر, «көнсығыш шағиры») булып һанала[12][13]. Уны шулай уҡ Муфаккир-и-Пакистан (урду: پاکستان مفکر, «Пакистандың аҡыл эйәһе»), Мусавар-и-Пакистан (урду: پاکستان مصور, «Пакистанды булдырыусы») һәм Хәким-уль-Уммат (урду: حکیم الامت, «Өммәнең аҡыл эйәһе») тип тә атайҙар. Пакистан хөкүмәте рәсми рәүештә уны «Пакистандың милли шағиры» тип атай. Уның тыуған көнө Йом-е Веладат-е Мөхәммәт Иҡбал (урду: «Мөхәммәт Иҡбалдың тыуған көнө») Пакистандың дәүләт байрамы булараҡ билдәләнелә.

Иҡбалдың йорто элеккесә Сиалкотта урынлашҡан, һәм килеүселәр өсөн Манзилем Иҡбал һәр саҡ асыҡ. Ғүмеренең күп өлөшөн шунда йәшәгән һәм шунда вафат булған йорто Лахорҙа урынлашҡан, һәм ул Джавед Манзил тип атала. Музейы Лахорҙың (Пенджаб, Пакистан) тимер юл вокзалынан алыҫ түгел Аллама Иҡбал Роудта урынлашҡан. 1975 йылдан алып ул Пенджабтың боронғолоғо тураһындағы Законға ярашлы дәүләт яҡлауына алынған, ә 1977 йылда ул Пакистандың милли ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Иҡбалдың Лахорҙағы мавзолейы

Иҡбал 1877 йыллың 9 ноябрендә Сиалкотта[14] дин тотҡан тегенсе ғаиләһендә тыуа. Уларҙың ғаиләһе ислам динен ҡабул иткән брахмандарҙан сыға. Иҡбалдың әсәһе, Имам Биби Кашмирҙан, оҙаҡ ваҡыт Самбриал ҡалаһында(Сиалкот районы) йәшәй[15]. Итәғәтле һәм тыйнаҡ ҡатын-ҡыҙ булараҡ, ул ярлыларға һәм күршеләренә ярҙам итә. Ул 1914 йылдың 9 ноябрендә Сиалкотта вафат була[16].

Иҡбал башланғыс белемде тыуған ҡалаһында ала; дүрт йәштән Ҡөрьәнде өйрәнә башлай. 1892 йылда Гуджарат табибының ҡыҙы Кәрим-Бибигә килешеү буйынса өйләнә.

1895 йылда Иҡбал Лахорҙағы хөкүмәт колледжына уҡырға инә, унда философия, ғәрәп, инглиз телдәре һәм әҙәбиәттәрен өйрәнә башлай; уҡытыусылар араһында ориенталист Томас Уокер Арнольд була, ул Иҡбалға, аң даирәһен киңәйтеү өсөн, Европаға барырға кәңәш итә. 1899 йылда Иҡбал магистр дәрәжәһен ала.

Артабан белемен Англияла (Тринити-колледж, Кембридж университеты) һәм Германияла (Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университеты) дауам итә. 1908 йылдан философия профессоры. Мюнхенда «Фарсияла метафизика үҫеше» («The development metaphysicsof in Persia», 1908)[17] темаһы буйынса диссертация яҡлай. Философия һәм юриспруденция, ғәрәп теле һәм әҙәбиәтен өйрәнә. Бөйөк Британияла Иҡбал Бѳтә Һиндостан Мосолман лигаһының Лондон бүлексәһе ағзаһы була. Германияла Гете, Гейне һәм Ницше хеҙмәттәре менән таныша.

1908 йылдан Лахорҙа йәшәй, унда философиянан уҡыта, әммә артабан ваҡытын юридик практикаға йүнәлтә[18].

1890-сы йылдар аҙағында матбуғатта сығыш яһай башлай. 1915 йылда шиғыр китабын («Минең үҙемдең серҙәрем») баҫтырып сығара. Шиғырҙарын урду, фарсы һәм пенджаб телдәрендә яҙа. Тәүҙә ул үҙенең туған теле булған урду телендә яҙһа, Европала йәшәгән сағында фарсы телендә яҙыуға күсә. «Шәхес тылсымдары» («Асрāр-и худи», 1915) һәм «Үҙ-үҙеңдән баш тартыу кинәйәһе» («Рамуз- бекхуди» фәлсәфәүи поэмаларын, 1918), «Фарсы доғалары» («Забур-е Аджам», 1927) йыйынтығын, «Джавид-наме» (1932) һәм «Мосафир» («Мусафир», 1934) поэмаларын баҫтырып сығара. Әҙәбиәткә ул Руми ижады йоғонтоһонда килә. Ижадында суфыйсылыҡ һәм мистикаға ҙур урын бүлә. Урду телендә баҫылып сыҡҡан «Ғазраил ҡанаты» («Бал-и Джабраил», 1935) шиғырҙар йыйынтығы публицистик тематикаһы менән айырылып тора. 1923 йылда баҫылып сыҡҡан «Көнсығыштан Хат» («Пайам-и машрик») лирик шиғырҙар йыйынтығы И. В. Гетеның «Көнбайыш-көнсығыш диван» поэмаһына яуап булып тора[18].

1922 йылда король Георг V Иҡбалға рыцарь дәрәжәһен бирә.

1920-се йылдар урталарынан ул Һиндостандың сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша. 1926 йылда Иҡбал Пенджаб Закондар сығарыу йыйылышына һайлана. 1928 йылда исламды яңыртыу идеяһы менән сығыш яһай («Исламда дини фекерҙе яңыртыу» — «The reconstruction of religious thought in islam», Лохорҙа баҫылған — 1930, тулыландырылған инглиз баҫмаһы — 1934.). 1930 йылда Иҡбал Мосолман лигаһы сессияһының почетлы рәйесе сифатында бойондороҡһоҙ Һиндостан федерацияһы составында мосолман дәүләтен төҙөү өсөн сығыш яһай. Һуңынан тап ошо тәҡдим Иҡбалды «Пакистандың рухи атаһы» иғлан итеүгә нигеҙ була[17]. Иҡбалдың вафатынан һуң уның идеяларын Пакистан хәрәкәте үҫтерә һәм айырым бойондороҡһоҙ Пакистан дәүләтен барлыҡҡа килтерә. Артабан Иҡбал Лондонда ике түңәрәк өҫтәл ултырышында ҡатнаша, Францияла (Анри Бергсон һәм Массиньон менән таныша), Испания, Италия (Муссолини менән осраша) була, Иерусалимда мосолмандар конференцияларында ҡатнаша. Ул 1933 йылдың көҙөнә, Ҡабул ҡалаһында университетын ойоштороуҙы тикшереү өсөн Афғанстанға саҡырыла[18].

 
1938 йылда Иҡбал

Үҙ ижадының социаль-революция дәүерендә, «коммунистик атеизмды» кире ҡағып, социализм идеялары яҡлы була: уның ижадында Аллаһы Тәғәлә Ленин менән осраша һәм Ерҙәге бөтә иҙелгән халыҡтарҙы ихтилалға күтәреү өсөн Ғазраилфәрештәне Ергә ебәрә.

Иҡбал 1938 йылдың 21 апрелдә Лахорҙа вафат була. 1953 йылда «Иҡбал йәмғиәтенә» («Базм-е-Иҡбал») нигеҙ һалына. Уның улы Джавид Иҡбал философ һәм Юғары суд судьяһы була судьяһы.

Пакистан, Һиндостан, Бөйөк Британия, Канада һәм башҡа илдәрҙә Иҡбалдың ижади мираҫын өйрәнеү өсөн ғилми йәмғиәттәр булдырылған. Пакистанда Иҡбал Академияһы (Лахор) эшләй. Исламабадта Асыҡ университет, Фейсалабадта крикет стадионы һәм Лахорҙа халыҡ-ара аэропорт уның исемен йөрөтә[17].

Форт Лахорҙа Бадишаһи мәсете алдында урынлашҡан баҡсала Хазури Багтағы Иҡбал кәшәнәһе Пакистан хөкүмәте тарафынан рәсми рәүештә һаҡлана. Пакистанда уның тыуған көнө «Иҡбал көнө» (9 ноябрь) байрамы булараҡ билдәләнә.

Фразалар

үҙгәртергә
  • «Тормош асылы — үҙ-үҙеңде табыу»
  • «Батшалыҡтың балҡышы йәки республика тамашаһы булһынмы, динһеҙ сәйәсәт тиранияға килтерә».
  • Иносказания о самоотречении. Пер. с персидского. 1918.
  • Послание Востока. Пер. с персидского. 1923.
  • Книга вечности. Пер. с персидского. 1932.
  • Крыло Гавриила. Пер. с персидского. 1935.
  • Дары Хиджаза. Пер. с персидского. 1938.
  • Звон караванного колокольчика. Пер. с урду. — М., 1964.
  • Реконструкция религиозной мысли в исламе. Пер. с англ., предисл. и коммент. М. Т. Степанянц. Под ред. П. В. Густерина. — М.: Вост. лит., 2002.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #11855574X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 McDonough S. D. Sir Muhammad Iqbal // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. Muhammad Iqbal // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 5,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  6. Rehman, Javaid. Islamic State Practices, International Law and the Threat from Terrorism: A Critique of the 'Clash of Civilizations' in the New World hgOrder. — Bloomsbury Publishingr. — 2005. — С. 15. — ISBN 9781841135014.
  7. Craig, Albert M. et al. The heritage of world civilizations. — 9th. — Harlow: Pearson Education (инг.)баш., 2011. — С. 800. — ISBN 978-0-205-80347-7.
  8. Love letter to Persia (25 апрель 2014). 13 сентябрь 2016 тикшерелгән.
  9. 9,0 9,1 9,2 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  10. 10,0 10,1 10,2 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  11. Iqbal's pro Kashmir approach. GroundReport.com (19 август 2009). Дата обращения: 24 ғинуар 2012.(недоступная ссылка)
  12. Samiuddin, Abida. Encyclopaedic dictionary of Urdu literature (2 Vols. Set). — Global Vision Publishing House, 2007. — С. 304. — ISBN 81-8220-191-8.
  13. Sharif, Imran. Allama Iqbal's 73rd death anniversary observed with reverence, Pakistan Today (21 апрель 2011). 6 август 2012 тикшерелгән.
  14. Mushtaq, Faraz. Life of Allama Iqbal  (инг.), International Iqbal Society (Formerly DISNA). 28 март 2018 тикшерелгән. 2019 йыл 18 декабрь архивланған.
  15. The Pakistan Review, Volume 17, p. 5
  16. Sharma, Jai Narain. Encyclopædia of eminent thinkers, volume 17. — Concept Publishing Company, 2008. — С. 14. — ISBN 978-81-7022-684-0.
  17. 17,0 17,1 17,2 Икбал / В. Н. Москаленко // Излучение плазмы — Исламский фронт спасения. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 79. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 11). — ISBN 978-5-85270-342-2.
  18. 18,0 18,1 18,2 Iḳbāl / Schimmel, Annemarie // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Ҡалып:Refbegin2

Һылтанмалар

үҙгәртергә