Тимерова Нәсимә Морат ҡыҙы
Тимерова Нәсимә Морат ҡыҙы (21 апрель 1971 йыл) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006).
Тимерова Нәсимә Морат ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 1971 |
---|---|
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биографияһы
үҙгәртергәНәсимә Морат ҡыҙы Тимерова 1971 йылдың 21 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Әмин ауылында тыуған. Башланғыс белемде Әмин ауылында ала, артабан уҡыуын Темәс урта мәктәбендә дауам итә. 1988 йылда Йылайыр ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң «Һәүәнәк» совхозында алған һөнәре буйынса бухгалтер булып эшләй[1]. Йырға булған һөйөүе уны Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. 1995 йылда ошо училищеның соло бүлеген (Д. Мусин класы) тамамлаған йәш йырсы яңы ойошторолған Сибай дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла (тормош иптәше Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Азамат Тимеров менән бергә)[1].
2008 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһы саҡырыуы буйынса ғаиләһе менән Өфө ҡалаһына күсә һәм «Каруанһарай» төркөмө составында эшләй башлай. 2009 йылда «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөнә (етәксеһе А. Тимеров) күсә[2].
2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәгендә бүлек мөдире булып эшләй, «Ауаз» башҡорт фольклор төркөмөн етәкләй.
Нәсимә Тимерованың репертуарына башҡорт халыҡ йырҙары («Аҫылыҡай буйы», «Йәмелекәй тауы», «Томан», «Зәлифәкәй», «Ғилмияза», «Зөлхизә» һәм башҡа йырҙар), шулай уҡ башҡорт һәм татар композиторҙарының эстрада йырҙары инә[2].
Йыр-моң һөйөүселәр Нәсимә Тимерованың һәм Азамат Тимеровтың башҡарыуындағы лирик йырҙарҙы ихлас яратып тыңлайҙар, уларҙың үҙ тамашасылары, көйөп-яныусылары барлыҡҡа килде.
Йырсы халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә (Франция, 1996; Греция, Лефкада утрауы, 2001); төрки телле халыҡтар фестивалендә (Төркиә, Ялова ҡалаһы, 2005); Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (Санкт-Петербург, 2001; Төркиә, Истанбул ҡалаһы, 2006; Мәскәү, 2007), йыл һайын үткәрелгән һабантуйҙарҙа (Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Себерҙә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономия округтарында) ҡатнашты. Греция, Төркиә, Украина, Франция һәм башҡа илдәрҙә, шулай Рәсәй ҡалалрында гастролдәрҙә булды[2].
Репертуары
үҙгәртергә- Бик һағындым ауылымды /Р. Сәфиуллин муз., Н. Латифуллин һүҙ.)
- Бәхет юҡ тимә (Р. Зарипов муз., Н. Ғәниев һүҙ.)
- Дуҫтарым (М. Аҡҡошова музыкаһы һәм һүҙҙәре)
- Йырҙарым (И. Яхин муз., З. Бураҡаева һүҙ.)
- Килер беҙҙең осрашыу (С. Низаметдинов муз., Ә. Таһирова һүҙ.)
- Ландыштар (Р. Хәбиров муз., Г. Афзалов һүҙ.)
- Мандолина (Р. Хәсәнов муз., М. Кәрим һүҙ.)
- Нимә булды (Р. Хәбиров муз., К Аҡбашев һүҙ.)
- О, һандуғас (Ю. Моратов муз., Ф. Рәхимғолов һүҙ.)
- Осрашыу йыры (М. Аҡҡошова музыкаһы һәм һүҙҙәре)
- Тамсы там (Р. Әхейәров музыкаһы һәм һүҙҙәре)
- Таң ата (Б. Байморатов муз., Р. Дәүләтҡолов һүҙ.)
- Таралығыҙ, томандар (Р. Хәбиров муз., Г. Рәхим һүҙ.)
- Уйнаhын әле ҡурайым (С. Низаметдинов муз., Л. Һаҡмар һүҙ.)
- Усаҡ (Солтанов Дамир муз., М. Хисамова һүҙ.)
- Яратам (Р Ханнанов музыкаһы һәм һүҙҙәре)
- Эй, ғәзиз ҡалам (Шәхсад муз., З. Фәйзуллина һүҙ.)
- Ҡайтығыҙ, торналар (С. Садыҡова муз., И. Ғәниева һүҙ.)
- Ҡоштар ҡайтҡан саҡ ине
- Ҡыр ҡаҙҙары (Н. Сабитов муз., М. Сөндөклө һүҙ.)
- Үзбәк йыры
- Һағындым
- Әсәйҙәр фатихаһы (Р. Хәкимов муз., Р. Сурағол һүҙ.)
- Өмөт менән бағам аҡ көнгә[2].
Азамат Тимеров менән йырлаған йырҙары
үҙгәртергә- Мөхәббәт шаяртмай (Р. Хәсәнов муз., Ә. Атнабаев һүҙ.)
- Ә ниңә һуң (Т. Кәримов муз., И. Йомағолов һүҙ.)
- Ләйсән ямғыр (Р. Хәсәнов муз., А.Игебаев һүҙ.)
- Аҡ сирен, күк сирен
- Беҙ бейейбеҙ рок-н-ролл
- Бәхет юраның (З. Усманова муз., Д. Килдина һүҙ.)
- Ләйлә һәм Мәжнүн
- Мин бәхетле һин булғанда (З Хәйретдинов муз.)
- Мөхәббәт тураһында йыр (Х. Дәүләтов муз., Г. Рәхим һүҙ.)
- Пар алма (З. Хәйретдинов музыкаһы)
- Сибайыма ҡайтам
- Тыуған ерҙе һағынып (С. Низаметдинов муз., Л. Һаҡмар һүҙ.)
- Фәрештәм һин (Имаев Азат муз., Р. Сурағол һүҙ.)
- Хәбәр һал елдәргә
- Эй, йәнем (Юлай Үҙәнбаев муз., Наил Ғәйетбаев һүҙ.)
- Яралғанбыҙ бер моңдан
- Ҡайт, йәнем (Ю. Үҙәнбаев муз., Н. Ғәйетбаев һүҙ.)
- Ҡурайсы егеткә (И. Дилмөхәмәтов)
- Һаман яратам (Ф. Хәтипов муз., Зөлфәт һүҙ.)
- Һине һағынған саҡта (А. Афин музыкаһы һәм һүҙҙәре)
- Кул буйында (Ю. Үҙәнбаев муз., Э. Ғиззәт һүҙ.)
- Һағыш hары тимә (А. Кәримов муз., У. Кинйәбулатов һүҙ.)
- Һин байрамым минең (Р. Әүбәкеров муз., К. Аҡбашев һүҙ.)
- Югалтаhым килмәй (З. Хәйретдинов муз, Г. Сабиров һүҙ.)
- Миляушәләр (Ф. Иҙрисов муз., Т. Ғәниева һүҙ.)[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Ирәндек моңдары» Төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Сибай ҡалаһы, 1999);
- «Урал моңо» Халыҡ-ара төрки йәштәр музыкаль конкурсы дипломанты (Өфө,, 2000);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006)[1];
- Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәте министрлығы Маҡтау грамотаһы (2003);
- «Гәлсәр һандуғасы» эстрада йыры телевизион конкурс-фестивале номинанты (Өфө, 2006; «Йыл йыры» номинацияһы);
- Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы Рәхмәт хаты (2014);
- "«Байыҡ» «Бейеү-шоу» күрһәтә" байрамы номинанты (Өфө, 2016; «Мисс большая харизма» номинацияһы) һәм башҡалар.
- «Фолк-Тайм» Республика фольклор сәнғәте конкурсы, 3-сө дәрәжә дипломы («Ауаз» башҡорт фольклор төркөмө, «Йола» номинацияһы, 25+ категорияһы, 2018).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Тимирова Насима Муратовна
- Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 74 бит.
Видеояҙмалар
үҙгәртергә- Студия ҡунағы Нәсимә Тимерова 2022 йыл 13 февраль архивланған.
- Нәсима Тимерова «Ландыштар»