Ғибәҙәтов Рафиҡ Әбделхаҡ улы

Ғибәҙәтов Рафиҡ Әбделхаҡ улы (рус. Гибадатов Рафик Абдулхакович; 19 октябрь 1939 йыл24 февраль 2022 йыл) — дәүләт органдары хеҙмәткәре, юрист. 1980 йылдан Башҡорт АССР-ының юстиция министры урынбаҫары, 1983—1993 йылдарҙа — юстиция министры. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1994), 3-сө класлы юстиция советнигы.

Ғибәҙәтов Рафиҡ Әбделхаҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 19 октябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Асҡар, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө юрист, сәйәсмән
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рафиҡ Әбделхаҡ улы Ғибәҙәтов 1939 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1962 йылда Һарытау дәүләт юридик институтында уҡып сыҡҡан, 1973 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

1962 йылдан алып Дыуан, Салауат райондары прокуратураһында, 1967 йылдан Әбйәлил район Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй.

1973 йылдан алып БАССР Юғары Советы Президиумының әйҙәүсе-юрисконсульты, бүлек мөдире.

1978 йылдан Өфө ҡалаһының Киров районы суды судьяһы, артабан ошонда уҡ район суды рәйесе.

1980 йылдан алып БАССР юстиция министры урынбаҫары, 1983 йылдан — министры. 1993-1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе аппаратында, БР Президенты Хакимиәтендә эшләй.

1989 йылдан алып Юристар союзы рәйесе.

1990 йылдың сентябрендә Рафиҡ Ғибәҙәтов бик яуаплы миссияла: республика исеменән Федератив килешеү — Советтар Союзы киләсәк ҡоролошоноң проектын әҙерләүҙә ҡатнаша. Мәскәүҙән Башҡортостандың статусы тураһында документтар менән ҡайтып килгән юлда автоһәләкәткә осрай һәм бер нисә ай үлем менән көрәшә, мәгәр юрист булараҡ та, сәйәсмән булараҡ та сафта ҡала[1].

Рафиҡ Әбделхаҡ улы 69-сы Урал һайлау округынан (Өфө ҡалаһы Совет районы) 11-се саҡырылыш БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана[2].

Ветеран-юрист 2022 йылдың 24 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1994)

Ҡатыны Луиза Әҙеһәм ҡыҙы менән балалар үҫтергәндәр, ейәндәре бар[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә