Үрге Әбдрәш (рус. Верхнее Абдряшево) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 458 кеше[1]. Почта индексы — 453605, ОКАТО коды — 80201804004.

Ауыл
Үрге Әбдрәш
Үрге Әбдрәш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

52°57′05″ с. ш. 58°45′53″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 804 004

ОКТМО коды

80 601 404 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрге Әбдрәш (Рәсәй)
Үрге Әбдрәш
Үрге Әбдрәш
Үрге Әбдрәш (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Әбдрәш


Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
440499458

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 458 227 231 49,6 50,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 56 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сиҙәм): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Әлмөхәмәт): 10 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Көрәй исемендәге урам
  • Мәктәп урамы
  • Ноғай урамы
  • Әбдрәш батыр урамы
  • Салауат Юлаев урамы
  • Ҡыҙыл урамы[4]

Әбдрәш ауылы XVIII быуат аҙағынан Нуғай утары булараҡ билдәле. 1795 йылда унда 12 ихата 63 кеше йәшәгән була. Шуныһы мәғлүм: хәҙерге Баймаҡ районы Яйыҡбай (Нуғай) ауылы халҡының Ҡыҙыл йылғаһы буйында үҙ утары булған, ул яҙлау һәм көҙләү урыны булған. 1816 йылда бында 19 ғаилә күсеп килгәс, утар ауылға әйләнә. Улар араһында Самаш һәм Туҡан Бәширов, Зәбир һәм Нәзир Вәлитов, Усман (улы Сәйфулла) һәм Ҡарағол Сөләймәнов, Юныс Ҡунаҡбаев, Йософ Хәмзин, Теләүбай Азбуров, Муса Үтәмәев, Тейенбай һәм Төлкөбай Ҡалҡаманов, Ишҡул һәм Ишбулды Барыҫкилдиндар, Нурбулат Мостафин, Аҡназар Ишбаев, Ҡулбай Солтанбәков һәм башҡаларҙың ғаиләләре була. Туҡандың улы Кинйәбай 1812 йылда армияла һәләк була.

Ауыл старшина ярҙамсыһы Әбдрәшит Араповтың исемен йөрөтә. Уның улдары һәм ейәндәре 1850 йылғы рәүиз мпатериалдарында теркәлгән. Улар араһында иң олоһо — Этҡол (1770—1817), унан һуң Шәмғүн (1793—1823), Байғужа (1796 йыл) һәм 1799 йылғы Батырша. Шәмғүндең балалары — Ғибәҙәт, Мөхәмәтсадиҡ, Мөхәмәтҡазы, Йыһанша, Байғужаныҡы — Ишмөхәмәт, Мөхәмәтсафа, Мөхәмәтшәриф, Мөхәмәтҡунафия, Батыршаныҡы — Шаһыбал, Мөхәмәҙиәр, Сәғәҙәт, Мәһәҙиә, Суфиян, Сөләймән. Тәүге төпләнеүсенең улдары старшина ярҙамсыһы, зауряд-яҫауыл, урядник, 14-се класлы чиновник булып хеҙмәт иткән.

1807 йылда Тильзит килешеүе төҙөлгәнгә тиклем Рәсәйҙең Францияға ҡаршы һуғышы ваҡытында Пруссия һәм Польша биләмәләрендә рядовой Назар Усманов була. Урядник Ибниәмин Бикҡолов һәм рядовой Нәҙирбай Нурбулатов — 1812 йылда ҡаһарманлыҡ өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнәләр.

1859 йылда ауыл 2-се Бөрйән улусына ингән саҡта унда 39 хужалыҡта 280 кеше йәшәгән. 1920 йылда Үрге Әбдрәштәге 40 йортта (Нуғайҙа) 213 кеше йәшәгән, Түбәнге Әбдрәштә (Нуғайҙа) 267 кеше 57 йортта донъя көткән.

Халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 229 кеше йәшәгән 37 хужалыҡта 100 ат, 80 һыйыр, 125 һарыҡ һәм 70 кәзә булған. Һандар күрһәтеүенсә, әбдрәштәр мал үрсетеп кенә йәшәмәгән, улар һөнәрселек менән дә шөғөлләнгәндәр. Ләкин XIX быуаттың 40-сы йылдарында ер эшкәртеү менән ныҡлап шөғөлләнмәгәндәр. Барлыҡ халыҡҡа 216 бот яҙғы иген сәселгән[5].

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә