Джонатан Свифт

инглиз-ирланд яҙыусы-сатирик, публицист, философ, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре, англикан сиркәүе руханийы

Джонатан Свифт (ингл. Jonathan Swift; 30 ноябрь 1667 йыл, Дублин, Ирландия — 19 октябрь 1745 йыл, шунда уҡ) — инглиз-ирланд яҙыусы-сатирик, публицист, философ, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре, англикан сиркәүе руханийы.

Джонатан Свифт
ингл. Jonathan Swift
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Королевство Ирландия[d][3]
Псевдоним Isaac Bickerstaff, Lemuel Gulliver, M. B. Drapier һәм Simon Wagstaff
Тыуған көнө 30 ноябрь 1667({{padleft:1667|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Дублин, Королевство Ирландия[d][2][4][7][…]
Вафат булған көнө 19 октябрь 1745({{padleft:1745|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1][4][8][…] (77 йәш)
Вафат булған урыны Дублин, Королевство Ирландия[d][2][4]
Ерләнгән урыны Собор Святого Патрика[d]
Атаһы Джонатан Свифт[d][9][10]
Әсәһе Эбигейл Эрик[d][9][10]
Бер туғандары Джейн Свифт[d]
Внебрачный партнёр Esther Vanhomrigh[d]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө шағир, романист, сатирик, фәлсәфәсе, хоҡуҡ яҡлаусы, памфлетист, англиканский священник, яҙыусы, писатель научной фантастики, эссеист, публицист, балалар яҙыусыһы, прозаик, йәмғиәт эшмәкәре, рухани
Уҡыу йорто Тринити Колледж[d]
Хартфорд-колледж[d]
Kilkenny College[d]
Ғилми дәрәжә доктор богословия[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1745
Сәйәси фирҡә ағзаһы Тори[d]
Архивы хранятся в University of Wisconsin–Madison Libraries[d][11]
Жанр Сатира, эссе[d], притча[d] һәм памфлет[d]
Эра поколение XVII века[d]
Вики-проект Iedereen Leest[d] һәм Проект:Математика[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Миннеаполис сәнғәт институты[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Geldersch Landschap en Kasteelen[d][12], Royal Collections of the Netherlands[d][13] һәм Городской музей[d][14]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Jonathan Swift
 Джонатан Свифт Викимилектә

«Гулливер сәйәхәттәре» фантастик романы авторы булараҡ киң билдәле. Автор үткер тел, кинәйәле образдар менән кешеләрҙәге һәм йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе сатира утына тота. Свифт Дублинда (Ирландия) йәшәй, Изге Патрик соборында декан булып хеҙмәт итә. Сығышы буйынса инглиз булыуына ҡарамаҫтан, ул ябай ирландтарҙың хоҡуҡтарын яҡлай һәм халыҡ араһында абруй һәм ихтирам ҡаҙана.

Свифт тик «Инглиз телен төҙәтеү, яҡшыртыу һәм нығытыу тураһында тәҡдим» (1712) тип аталған брошюраһын ғына үҙ исеме аҫтында баҫтыра, башҡа ижад емештәре Британияла аноним рәүештә йәки уйлап сығарылған исемдәр аҫтында донъя күрә[15].

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы һәм йәшлеге (1667—1700)

үҙгәртергә

1731 йылда яҙылған һәм 1700 йылға тиклемге осорҙо үҙ эсенә алған «Автобиографик фрагмент» әҫәре — уның ғаиләһе, бала сағы һәм йәшлек йылдары тураһындағы мәғлүмәттәрҙең төп сығанағы. Унда әйтелеүенсә, граждандар һуғышы йылдарында Гудрич ҡасабаһы (Херефордшир, көнбайыш Англия) руханийы булған олатаһы ғаиләһе менән Ирландияға[16] күсеп килә.

Буласаҡ яҙыусы Ирландияның Дублин ҡалаһында, әллә ни бай булмаған протестант ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы (исеме шулай уҡ Джонатан Свифт, 1640—1667), суд системаһында бәләкәй чиновник, ғаиләһен (ҡатынын, ҡыҙын һәм улын) бик ауыр хәлдә ҡалдырып, улы тыуғанға тиклем үк вафат була. Шуға күрә малайҙы тәрбиләү менән атаһының хәлле генә йәшәгән ағаһы Годвин шөғөлләнә, әсәһе менән Джонатан осрашмай ҙа тиерлек. Мәктәптән һуң 14 йәшлек малай Дублин университетының Тринити-колледжына уҡырға инә (1682), уҡыу йортон 1686 йылда тамамлай. Һөҙөмтәлә Свифт бакалавр дәрәжәһен ала һәм ғилми хикмәттәргә ҡарата ғүмерлек скептик ҡарашты үҙләштерә[17] [18].

 
Сэр Уильям Темпл

Король Яков Икенсе ҡолатылғандан һуң (1688) Ирландияла граждандар һуғышы башланыуға бәйле, Свифт Англияға китә һәм унда 2 йыл була. Был ваҡытҡа Годвин ағаһы бөлә һәм ҡустыһының улына ярҙам итә алмай. Англияла Свифт әсәһенең танышының улында — хәлле отставкалағы дипломат Уильям Темплда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, әсәһенең алыҫ туғанында) секретарь булып эшләй. Темплдың имениеһында Свифт беренсе тапҡыр ошо йорттағы хеҙмәтсенең ҡыҙы Эстер Джонсонды (1681—1728) осрата. Ул саҡта Эстерға ни бары 8 йәш була; Свифт уның уҡытыусыһы ла, дуҫы ла була[19].

1690 йылда ул Ирландия ҡайта, әммә һуңынан бер нисә тапҡыр Темплдарға бара. Свифт яҡшы эшкә урынлаша алһын өсөн Темпл уға характеристика-рекомендация яҙып бирә, унда уның латин һәм грек телдәрен яҡшы белеүе, француз әҙәбите менән таныш булыуы һәм һоҡланғыс ижади һәләте барлығын да билдәләй. Үҙе һәләтле эссе яҙыусы булғанға күрә, Темпл секретарының әҙәби йәһәттән дә талантлы булыуын таный һәм Свифтҡа үҙенең китапханаһында шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә; ә Свифт Темплға бай мемуарҙар әҙерләүгә булышлыҡ итә. Тап ошо йылдарҙа ул әҙәби ижадҡа тартыла башлай, башта шағир булараҡ үҙен таныта. Абруйлы адвокатҡа исемдәре күптәргә билдәле ҡунаҡтар, шул иҫәптән король Вильгельм дә йыш килә, уларҙың әңгәмәләрен күҙәтеп, Свифт күңеленә һеңдереп бара, аҙаҡ сатирик әҫәрҙәрендә был күҙәтеүҙәрҙе йыш ҡына ҡуллана.

1692 йылда Свифт Оксфордта магистр дәрәжәһен ала, 1694 йылда англикан сиркәүендә рухани дәрәжәһен ҡабул итә. Ул ирланд ҡасабаһы Килрутҡа (ингл. Kilroot) дин әһеле итеп тәғәйенләнә. Әммә тиҙҙән Свифт, уның үҙ һүҙҙәре буйынса[20] «бер нисә айҙа үҙенең вазифа бурыстарынан ялҡып», Темплға кире эшкә ҡайта. 1696—1699 йылдарҙа «Әкиәт мискәһе» һәм «Китаптар һуғышы» (1704 йылда баҫыла) сатирик повесть-мәҫәлдәрен, шулай уҡ бер нисә поэма яҙа.

1699 йылдың ғинуарында уны ҡурсалап йәшәгән Уильям Теспл вафат була. Темпл уның өсөн тик иэге һүҙҙәр менән иҫкә алған кешеһе була. Свифт яңы вазифа эҙләп, Лондон вельможаларына мөрәжәғәт итә. Был эҙләнеүҙәр тиҙ арала ғына уңыш килтермәй, ә Свифт һарай ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан таныша[21]. Ниһайәт, 1700 йылда уны Дублинда Изге Патрик ғибәҙәтханаһына эшкә алалар. Был осорҙа ул бер нисә аноним памфлет баҫтырып сығара. Замандаштары уның сатирик стиленең бик үҙенсәлекле булыуын билдәләй[22].

Сатира оҫтаһы (1700—1713)

үҙгәртергә
 
Изге Патрик ғибәҙәтханаһында Свифт бюсы

1702 йылда Свифт Тринити-колледжында дини фәндәр докторы дәрәжәһен ала. Вига оппозиция партияһы менән яҡынлаша. Яҙыусы һәм аҡыл эйәһе булараҡ уның абруйы күтәрелә. Был йылдарҙа Свифт Англияға йыш бара, әҙәби даирә ағзалары менән таныша һәм дуҫлаша. «Әкиәт мискәһе» һәм «Китаптар алышы» (1704 йылда аноним исем аҫтында баҫыла) повестары сыға. Китаптар шунда уҡ популярлыҡ яулай, беренсе йылында уҡ улар өс тапҡыр баҫтырып сығарыла. Свифтың бөтә әҫәрҙәре тиерлек төрлө псевдонимдар аҫтында сыға, әммә уларҙың авторының кем булыуы бер кемдә лә шик тыуҙырмай[21].

1705 йылда вигалар бер нисә йылға парламентта күпселекте яулай, әммә хәл барыбер яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй. Свифт ҡайтанан Ирландияға ҡайта, унда уға Ларакор ауылындағы приходты бирәләр, һәм унда 1707 йыл аҙағынаса йәшәй.

 
Свифт һәм Ванесса. Уильям Фрайт картинаһы, 1881

1707-се йылдарҙа Свифт 19 йәшлек Эстер Ваномри (ингл. Esther Vanhomrigh, 1688—1723) менән таныша, уны ул Ванесса тип атай. Ул да Эстер Джонсон кеүек атайһыҙ үҫә. Ванессаның Свифтҡа яҙған хаттары һаҡланған — «моңһоу, яғымлы һәм һоҡланғыс»[23][24].

Шул уҡ ваҡытта көн һайын тиерлек Эстер Джонсон да (Свифт уны Стелла тип атай) Свифтҡа хаттар яҙа; Свифттың вафатынан һуң был хаттар «Стелла өсөн көндәлек» тигән китапҡа тупланып сығарыла. Эстер-Стелла, йәтим ҡалғандан һуң Свифтың Ирландиялағы йортонда йәшәй. Биографтарҙың бер өлөшө, Эстер-Стелла Свифт менән 1716 йылдар тирәһендә никахҡа инә, тип раҫлай, ләкин был хәбәрҙе бер генә документ менән дә иҫбатламайҙар.

1723 йылда Ванесса вафат була. Һеңлеһен тәрбиәләгәндә ул үҙенә туберкулез сирен йоҡтора. Ванесса мөлкәтенең күп өлөшө, уның васыятына ярашлы, Свифтың дуҫы, киләсәктә яҡшы философ булып таныласаҡ Джордж Берклиға күсә. Беркли ул саҡта Ирландияның Дерри ҡалаһында декан була[25].

Декан (1713—1727)

үҙгәртергә
 
Ирландия халыҡҡа өндәмә («Буҫтаусы хаттары», 1724)

1713 йылда тори лагерындағы дуҫтары ярҙамында Свифт Изге Патрик ғибәҙәтханаһы деканы итеп тәғәйенләнә. Был вазифа уға финанс үҙаллылығын биреүҙән тыш ныҡлы сәйәси көрәш алып барыуҙа асыҡ трибуна була, әммә Лондондың ҙур сәйәсәтенән алыҫлаштыра. Шуға ҡарамаҫтан Свифт илдең ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, көнүҙәк проблемалар буйынса памфлет һәм мәҡәләләр баҫтырып тора[21].

1714 йылда вигалар ҡайтанан власҡа килә. Якобиттар менән аралашыуҙа ғәйепләнгән Болингброкҡа, Францияға эмиграцияларға тура килә. Свифт дуҫына үҙенең ярҙамын тәҡдим итә. Ошо уҡ йылда Ванессаның әсәһе вафат була. Йәтим ҡалғас, ул Свифт янына Ирландияға күсенә[18].В 1720 году палата лордов ирландского парламента, сформированная из английских ставленников, передала британской короне все законодательные функции в отношении Ирландии. Лондон немедленно использовал новые права для создания привилегий английским товарам[22]. С этого момента Свифт включился в борьбу за автономию Ирландии, разоряемой в интересах английской метрополии. Он провозгласил по существу декларацию прав угнетённого народа[26][27].

1723 йылда Ванесса вафат була. Һеңлеһен тәрбиәләгәндә ул үҙенә туберкулез сирен йоҡторған була. Ванесса мөлкәтенең күп өлөшө, уның васыятына ярашлы, Свифтың дуҫы, киләсәктә яҡшы философ булып таныласаҡ Джордж Берклиға күсә. Беркли ул саҡта Ирландияның Дерри ҡалаһында декан була[25].

Шиғри әҫәрҙәрен Свифт ғүмере буйына ваҡыт-ваҡыт туҡтап яҙа.

 
Еху аттар илендә

1724 йыл: инглиз тауарҙарына һәм тәңкәһенә бойкот иғлан итергә саҡырған «Буҫтаусы хаттары» аноним рәүештә меңәрләгән тираж менән баҫыла һәм таратыла. Баш Резонанс «Хаттарҙың» шаңдауы бөтә кимәлдәргә етә һәм властағыларҙы шаңҡыта, шуға күрә Лондонға, ирландтарҙы тынысландырыу өсөн, ашығыс рәүештә яңы наместник, Картеретты, тәғәйенләргә тура килә. Картерет памфлеттың авторын атаған кешегә премия бирергә вәғәҙә итә, әммә премия бирелмәгән килеш ҡала. Судҡа бирергә форсат табығыҙ һәм аҫтына печатник «Хатты» баҫып сығарыусыны табып, судҡа бирәләр, ләкин присяжный уны бер тауыштан аҡлай. Премьер-министр лорд Уолпол «ҡотҡо таратыусыны» ҡалға алырға тәҡдим итә, әммә Картерет, бының өсөн ун мең һалдат кәрәк буласаҡ, тип белдерә[28].

Аҙаҡ килеп Англияла бер ни тиклем иҡтисади ташламалар яһауҙы өҫтөн күрә (1725 йыл), шул мәлдән алып англикан деканы Свифт католик динен тотҡан Ирландияның милли геройы һәм рәсми булмаған лидерына әйләнә. Замандаштары билдәләүенсә: «… уның портреттары Дублиндың барлыҡ урамдарына ла ҡуйыла… Ҡайҙа ғына булһа ла уны сәләмләйҙәр һәм уға ҡарата ихласлыҡ күрһәтәләр»[29]. Бер ваҡыт ғибәҙәтхана алдындағы майҙанға бик күп халыҡ йыйыла һәм тауыш күтәрә. Свифтҡа, улар ҡояш тотолоуын күҙәтергә йыйына, тиҙәр. Асыуланған Свифт йыйылған халыҡҡа, декан ҡояш тотолоуын булдырмай, тип хәбәр итергә ҡуша. Шулай итеп, халыҡ тыныс ҡына таралыша[18]. Дуҫтарының хәтирәләре буйынса, Свифт йыш ҡына шундай фекерҙе ҡабатлар була: «Ирландияға килгәндә, бында мине тик минең дуҫтарым — ябай халыҡ ярата, мин дә уларҙы яратам, сөнки тик улар ғына шундай мәнәсәбәткә лайыҡ»[30].

Метрополияның артабан да иҡтисади баҫым яһауын дауам итеүенә яуап итеп, Свифт үҙ аҡсаһына Дублинда йәшәгән һәм бөлөү янағандарға ярҙам итеү өсөн Ярҙам фондын булдыра, өҫтәүенә уларҙы ул англикан һәм католиктарға бүлмәй, бер төрлө ҡарай. Свифтың киң танылыу алған «Ябай тәҡдим» памфлеты Англия һәм Ирландияла бик ҙур ғауға күтәрә[31].

Изге Патрик ғибәҙәтханаһындағы күп кенә ҡәберҙәрҙең ҡаралмауы һәм таштарының ыуалыуын күреп, Свифт мәрхүмдәрҙең туғандарынан ҡәберҙәрҙе тәртипкә килтереү өсөн аҡса ебәреүҙәрен талап итеп, хаттар яҙа; тәртипкә килтереүҙән баш тартҡан осраҡта ҡәберлектәр приход иҫәбенә тәртипкә килтереләсәк, ләкин таштарына мәрхүмдең туғандарының ни тиклем һаран булыуҙары тураһында яҙыу ҡуйыласаҡ, тип иҫкәртә. Хаттарҙың береһе король Георг Икенасегә ебәрелә. Ғәли йәнәптәре хатты иғтибарһыҙ ҡалдыра, һәм вәғәҙә ителгәнсә, уның мәрхүм туғандарының ҡәберҙәре өҫтөндәге таштарҙа королдең һаранлығы һәм мәрхәмәтһеҙлеген билдәләгән яҙыу хасил була[27].

Һуңғы йылдары (1727—1745)

үҙгәртергә
 
"Гулливер сәйәхәттәре"нең беренсе баҫмаһының титул бите

1726 йылда «Гулливер сәйәхәттәренең» тәүге ике томы (авторҙың ысын исеме күрһәтелмәй) донъя күрә; ҡалған ике томы киләһе йылда нәшер ителә. Цензура тарафынан ҡайһы бер төҙәтмәләр индерелһә лә китап ғәйәт ҙур уңыш килтерә. Бер нисә ай эсендә китап өс тапҡыр нәшер ителә, тиҙ арала уның башҡа телдәргә тәржемәһе лә барлыҡҡа килә[32].

1728 йылда Стелла вафат була. Свифтың физик һәм күңел торошо насарая бара. Уның популярлығы артҡандан-арта: 1729 йылда Свифтҡа Дублиндың почетлы гражданы исеме бирелә, уның әҫәрҙәре йыйынтыҡтары сыға: беренсеһе 1727 йылда, икенсеһе — 1735 йылда[33]. Һуңғы йылдарҙа Свифт етди күңел төшөнкөлөгөнән яфалана; хаттарының береһендә тәнен һәм рухын һындырыусы «үлемесле хәсрәттән» яфаланыуы тураһында иҫкә алып үтә. 1742 йылда инсульттан һуң Свифт телдән яҙа һәм (өлөшләтә) аҡылына ла зыян килә. Өс йылдан һуң Свифт вафат була (1745). Үҙенең ғибәҙәтханаһының үҙәк нефтендә (колонналар араһы) Эстер Джонсон ҡәбере янында ерләнә, ҡәбер ташына эпитафияны үҙе иҫән саҡта (1740) васыятнамәһе тексында яҙып ҡалдыра [22][34]:

Бында ғибәҙәтхана деканы Джонатан Свифтың һөйәге ята, инде ҡаты нәфрәт уның йөрәген өҙгөсләмәй. Артабан атла, юлсы, мөмкин булһа азатлыҡ өсөн ҡаһармандарса көрәшкән кешегә оҡшарға тырыш.

1731 йылда уҡ Свифт « Доктор Свифтың үлеме айҡанлы шиғыр» тип аталған үҙенсәлекле автопортретын яҙып ҡалдыра[35]

 
Свифтың үҙенә арнап яҙылған эпитафияһы. Изге Патрик ғибәҙәтханаһы

Свифт мөлкәтенең ҙур өлөшөн аҡылдары зәғифләнгәндәргә дауахана төҙөүгә тотонорға, тигән васыятнамә ҡалдыра; 1757 йылда Дублинда «Изге Патрик госпитале» асыла, һәм ул әлеге көндә лә бар. Был госпиталь Ирландиялағы иң боронғо психиатрия клиникаһы[36].

 
Свифт әҫәрҙәре йыйынтығынның тышына ҡуйылған һүрәт (1735): Ирландия Свифтҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, ә фәрештәләр уға лавр веногы бүләк итә

Свифт тик «Инглиз телен төҙәтеү, яҡшыртыу һәм нығытыу тураһында тәҡдим» (1712) тип аталған брошюраһын ғына үҙ исеме аҫтында баҫтыра, башҡа ижад емештәре аноним рәүештә йәки уйлап сығарылған исемдәр аҫтында донъя күрә. Улар араһында сатирик памфлеттар һәм поэмалар төп урынды биләй. Ул заманда Свифты «сәйәси памфлет оҫтаһы» тип атайҙар. Әммә ваҡыт үтеү менән был памфлеттар үҙҙәренең көнүҙәк әһәмиәтен юғалта бара, ләкин улар сатираның аҫтыртын көлөү өлгөһө булып ҡала. Уның китаптары үҙе иҫән саҡта уҡ ҙур тираждар менән Ирландияла ла, Англияла ла нәшер ителә. Уның ҡайһы бер әҫәрҙәре, уларҙы барлыҡҡа килтереүгә сәбәп булған сәйәси шарттарҙан айырылып, үҙҙәренең әҙәби-нәфис тормошо менән йәшәй[22].

"Гулливер сәйәхәттәре " тетралогияһы тап шундай әҫәрҙәр иҫәбенә инә, ул донъяның күп кенә илдәрендә классик һәм үтә күп уҡыған китапҡа әйләнә, шулай уҡ уның әҫәрҙәре тиҫтәләгән тапҡыр экранлаштырыла. «Гулливер сәйәхәттәре» китабы беренсе тапҡыр урыҫ телендә 1772—1773 йылдарҙа «Путешествия Гулливеровы в Лилипут, Бродинягу, Лапуту, Бальнибарбы, Гуигнгмскую страну или к лошадям» тигән исем аҫтында донъя күрә. Уны француз теленән Ерофей Каржавин тәржемә итә[37].

Китаптары

үҙгәртергә

Свифтың бер нисә тиҫтә памфлеттары һәм хаттары араһынан түбәндәгеләре киң популярлыҡ яулай:

Свифт хөрмәтенә аталғандар:

Шиғырҙары һәм поэмалары

үҙгәртергә
  • «Китаптар һуғышы», (ингл. The Battle of the Books, 1697).
  • «Сказка бочки[en]», (ингл. A Tale of a Tub, 1704).
  • «Стелла көндәлектәре» (ингл. The Journal to Stella, 1710—1714).
  • «Гулливер сәйәхәттәре» (ингл. Travels into Several Remote Nations of the World, in Four Parts. By Lemuel Gulliver, First a Surgeon, and then a Captain of Several Ships) (1726).
 
Джонатан Свифтың International Mag гәзитендә баҫылып сыҡҡан портреты, 1850

Публицистикаһы

үҙгәртергә
  • «Англияла христианлыҡты бөтөрөүҙең уңайһыҙ булыуы тураһындағы фекерләүҙәр» (1708).
  • «Инглиз телен төҙәтеү, яҡшыртыу һәм нығытыу тураһында тәҡдим» (1712) (ингл. A Proposal for Correcting, Improving and Ascertaining the English Tongue, 1712).
  • Буҫтаусы хаты (1724—1725).
  • Ябай тәҡдим (1729).

Джонатан Свифт тураһында әҙәби әҫәрҙәр

үҙгәртергә

Ирландияның Үҙәк банкы 1981 йылда Джонатан Свифт һүрәте төшөрөлгән 10 фунтлыҡ купюралар сығара[38].

  • Марстың ул билдәләгән юлдашындағы кратер[39] (Айҙағы Свифт кратеры астроном Льюис Свифт хөрмәтенә аталған);
  • Ирландиялағы тиҙ йөрөшлө паром (HSC Jonathan Swift[en]);
  • майҙан (ингл. Dean Swift Square) һәм Дублиндағы бер урам, шулай уҡ башҡа бер нисә ҡаланың урамына уның исеме бирелгән.

Дублинда Свифтҡа ике бюст ҡуйылған[40]:

  • Тринити-колледжында, мәрмәрҙән, авторы: Луи Франсуа Рубийяк (франц. Louis François Roubillac), 1749;
  • Изге Патрик ғибәҙәтханаһында, авторы: Патрик Каннингем (ингл. Patrick Cunningham), 1766.

Библиографияһы

үҙгәртергә
  • Свифт төҙөгән йорт — телевизион нәфис фильмын 1982 йылда Григорий Гориндың шул исемдәге пьесаһы буйынса режиссер Марк Захаров төшөрә.
  • Владимир Карев. Джонатан Свифтың йәшерен хеҙмәтендә (киносценарий, 1989).

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118620193 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. http://web.archive.org/web/20170324033539/http://jeugdliteratuur.org/auteurs/jonathan-swift
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Муравьёв В. С. Свифт Джонатан // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1976. — Т. 23 : Сафлор — Соан. — С. 83—84.
  5. Jonathan Swift // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. Jonathan Swift // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
  7. https://www.nytimes.com/books/first/g/glendinning-swift.html
  8. Jonathan Swift // SNAC (ингл.) — 2010.
  9. 9,0 9,1 Lundy D. R. Jonathan Swift // The Peerage (ингл.)
  10. 10,0 10,1 Kindred Britain
  11. https://www.library.wisc.edu/specialcollections/collections/english-american-literature/
  12. Swift, Jonathan // (unspecified title)
  13. Swift, Jonathan (1667-1745) // Gulliver's travels into several remote regions of the world
  14. Gulliver's travels
  15. Рак В. Д., 1987, с. 6
  16. Leslie Stephen. Swift, Jonathan // Dictionary of National Biography. — Smith, Elder & Company, 1898. — Vol. 55.
  17. Яковенко, 1891, Глава I
  18. 18,0 18,1 18,2 Свифт, 2003
  19. Рак В. Д., 1987, с. 388
  20. Муравьёв, 1968, с. 10
  21. 21,0 21,1 21,2 Климов А . Ложь, которую разрушил Свифт // Свифт, Джонатан. Путешествия Гулливера. — Харьков: Книжный клуб «Клуб семейного досуга», 2010. — 240 с.
  22. 22,0 22,1 22,2 22,3 Рак В. Д., 1987
  23. Муравьёв, 1968, с. 164
  24. Яковенко, 1891
  25. 25,0 25,1 Муравьёв, 1968, с. 165
  26. Левидов, 1986
  27. 27,0 27,1 Муравьёв, 1968
  28. Memoirs of Jonathan Swift in The Works of Jonathan Swift, D.D. …, by Walter Scott, Vol. I, Edinburgh, 1814, p. 305.
  29. Dennis N. Jonathan Swift. — New York, 1965. — P. 134.
  30. Свифт, 1987
  31. Рак В. Д., 1987, с. 347
  32. Рак В. Д., 1987, с. 394—398
  33. Рак В. Д., 1987, с. 390
  34. Ireland Information Guide 2008 йыл 5 октябрь архивланған.
  35. Ю. Д. Левин, М. А. Шерешевская. Примечания // Джонатан Свифт. Памфлеты. — 1955. — С. 324.
  36. Сайт госпиталя Св. Патрика 2008 йыл 8 октябрь архивланған., основанного на деньги Свифта. Исторический раздел. (инг.)
  37. Заблудовский, 1945
  38. 10 Фунтов 1981, Ирландия.
  39. MathPages — Galileo’s Anagrams and the Moons of Mars
  40. Бюсты Свифта 2021 йыл 9 ғинуар архивланған.
Интернеттағы текстар