Ҡотдосов Наил Яҡуп улы

Ҡотдосов Наил Яҡуп улы (19 октябрь 1941 йыл7 июнь 1995 йыл) — ғалим-зоотехник, яҙыусы һәм журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1964 йылдан КПСС, 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1993). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980).

Ҡотдосов Наил Яҡуп улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1941
Тыуған урыны Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Наил Яҡуп улы Ҡотдосов 1941 йылдың 19 октябрендә БАССР-ҙың Ҡандра районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Йәрмөхәмәт ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Етенсе класҡа тиклем үҙҙәренең ауылында уҡый. 1958 йылда Ҡандра урта мәктәбен тамамлай. Бер йыл үҙҙәренең колхозында эшләгәндән һуң, Башҡортостан ауыл хужалығы интитутына уҡырға инә, уны 1963 йылда тамамлай.

1963—1964 йылдарҙа Туймазы районында колхоз зоотехнигы, район комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй. 1965—1966 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Армиянан һуң КПСС-тың Бәләбәй район комитетында инструктор, Бәләбәй районының ауыл хужалығы идаралығында баш зоотехник булып эшләй.

1971—1974 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында аспирантурала уҡый. 1974 йылдан алып ошо юғары уҡыу йортонда ғилми-тикшеренеүҙәр секторы етәксеһе, 1994 йылдан — шәхси зоотехния кафедраһы мөдире.

1992—1995 йылдарҙа «Сельские узоры» журналының баш мөхәррире вазифаһында эшләй.

1995 йылдың 7 июнендә Өфөлә вафат була.

Наил Ҡотдосов йәштән үк әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. 1970 йылда «Ғәфү ит, әсәйем» тигән тәүге повесы баҫылып сыға. 1973 йылда «Егет һүҙе» тигән икенсе повесы һәм хикәйәләр йыйытығы донъя күрә. Ҙур тормош тәжрибәһе туплағанлығы һәм ауыл хужалығының мөһим тармағының, малсылыҡтың, белгесе булыуы уға әҫәрҙәрендә колхоз, совхоздар тормошоноң актуаль проблемаларын, ауыл тормошондағы үҙгәрештәрҙе, яңылыҡҡа ынтылыуҙарҙы, ғалимдар тормошон, үҙенсәлекле кеше характерҙарын һүрәтләргә ярҙам итә. «Йәй уртаһы», «Олимп тауы текәме?», «Йәшен яҡтыһы», «Оло юл башы», «Аҙымдар» повестары шундай йүнәлештә ижад ителгән.

Фәнни эшмкәрлеге

үҙгәртергә

Наил Ҡотдосовтың, ғалим-зоотехник булараҡ, ғилми тикшеренеүҙәре һыйыр малы селекцияһына, гетерозисына һәм малсылыҡта тоҡом-ара ҡауыштырыу мәсьәләләрен өйрәнеүгә арналған. Н. Ҡотдосов етәкселегендә Башҡортостанда тәүге тапҡыр бестужев тоҡомо һәм симменталь тоҡомо һыйырҙарын аберден-ангус тоҡомо, лимузин һәм башҡа тоҡом иркәк малдары менән ҡушыу һөҙөмтәһендә алынған ҡатнаш тоҡомло малдарға һынауҙар үткәрелә. Ғилми-тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса ит биреү йүнәлешендәге һыйыр малдары араһында юғары продуктлы инә мал көтөүҙәрен тиҙерәк булдырыу тәҡдимдәре эшләнә, улар Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре ауыл хужалығына индерелә. Наил Ҡотдосов — 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (1980)

Китаптары

үҙгәртергә
  • Егет һүҙе. Өфө, 1973 й.;
  • Йәй уртаһы. Өфө, 1980 й.;
  • Эффективность скотоводства на промышленной основе. Уфа, 1981 (авторҙ.) й.;
  • Олимп тауы текәме? Өфө, 1982 й.;
  • Резервы увеличения производства говядины в Башкирии. Уфа, 1984 г.;
  • Йәшен яҡтыһы. Өфө, 1985 й.;
  • Оло юл башы. Өфө, 1988 й.;
  • Аҙымдар. Өфө, 1991 й.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 16 октябрь 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 16 октябрь 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 16 октябрь 2018)