Төп менюны асырға

Суфиянова Сафура Рафиҡ ҡыҙы (1 июль 1930 йыл19 октябрь 2001 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1959—1989 йылдарҙа Әлшәй районының «Заветы Ленина» колхозы һауынсыһы. КПСС-тың XXV съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1963).

Суфиянова Сафура Рафиҡ ҡыҙы
SufianovaS.jpg
Тыуған көнө:

1 июль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны[1], Иҫке Аҡҡолай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

19 октябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (71 йәш)

Вафат булған урыны:

Әлшәй районы

Награда һәм премиялары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

  • Сафура Рафиҡ ҡыҙы Суфиянова 1930 йылдың 1 июлендә БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны [1] Иҫке Аҡҡолай ауылында тыуған.
  • 1944—1959 йылдарҙа «Заветы Ленина» колхозының быҙау ҡараусы.
  • 1959—1989 йылдарҙа шул уҡ хужалыҡта, хаҡлы ялға сыҡҡас та 5 йыл, һауынсы булып эшләй.
  • 2001 йылдың 19 октябрендә тыуған ауылында вафат була.

Хеҙмәт юлыҮҙгәртергә

Сафура Суфиянова ярлы крәҫтиән ғаиләһендә үҫә. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. 5-се класты тамамлау менән, 12 йәштән «Заветы Ленина» колхозы һөтсөлөк фермаһына эшкә бара. Тәүҙә быҙауҙар ҡарай, 1959 йылдан — һауынсы булып эшләй. Һыйырҙар ул ваҡытта ҡул менән һауыла, механизация 1969 йылдан ғына индерелә.

С. Р. Суфиянова һауымды тәүҙә һәр һыйырҙан 3 000 кг-ға еткерә. Унан был күрһәткес 4 000, 5 000 кг-ға етә. Алдынғы һауынсы районда социалистик ярышта еңеп сыға, КПСС-тың XXV съезына делегат итеп ебәрелә, район Советы депутаты итеп һайлана. Эш тәжрибәһен башҡалар менән ихлас уртаҡлаша, һайлаусылар наказдарын тырышып үтәй. Ауыл хужалығын үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн уға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» (1971) исеме бирелә, Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Почёт грамоталары менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ХәтерҮҙгәртергә

  • Иҫке Аҡҡолай ауылында Герой йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Әлшәй районы

СығанаҡтарҮҙгәртергә