Ғарифуллин Флорит Сәғит улы

тау инженеры

Ғарифуллин Флорит Сәғит улы (19 октябрь 1948 йыл — 23 май 2010 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2003).

Ғарифуллин Флорит Сәғит улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 октябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Рәтамаҡ, Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 май 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Флорит Сәғит улы Ғарифуллин 1948 йылдың 19 октябрендә Башҡортостан АССР-ының Йәрмәкәй районы 1-се Рәтамаҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылы) тыуған.

1965—1967 йылдарҙа «Башзападнефтеразведка» тресының Бәләбәй быраулау контораһында хеҙмәт итә.

1972 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған[1].

1972 йылдан «Краснохолмскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында эшләй. 1973—1983 йылдарҙа һәм 1987—2003 йылдарҙа ошо идаралыҡта цех начальнигы вазифаһын үтәй, ә 1983—1987 йылдарҙа бүлек начальнигы була[1].

2003 йылдан Өфөлә «Башнефть‑Геопроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бүлек мөдире булып эшләй. 2004 йылдан ошо ойошмала сектор мөдире вазифаһын башҡара[1].

2010 йылдың 23 майында Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Флорит Сәғит улы нефть промыслалары ҡоролмаларында сульфидлы ултырмалар барлыҡҡа килеүҙе күҙаллау методикаһын, уны булдырмаҫ өсөн химик реагенттар эшләй, улар «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһында ғәмәлгә индерелә. Флорит Ғарифуллин — 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 12 уйлап табыу авторы[1].

Хеҙмәттәре
  • Повышение эффективности эксплуатации нефтепромысловых систем, осложненных сульфидсодержащими осадками : диссертация … доктора технических наук : 25.00.17. — Уфа, 2003. — 268 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә