Батыров Артур Артур улы

хәрби хеҙмәткәр, өлкән лейтенант

Батыров Артур Артур улы (19 октябрь 1993 йыл — 21 май 2022 йыл) — Рәсәйҙең Украиналағы махсус хәрби операцияһында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, мотоуҡсылар взводы командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары кавалеры (үлгәндән һуң).

Батыров Артур Артур улы
татар. Артур Артур улы Батыров
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 19 октябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Дәүләкән, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Вафат булған көнө 21 май 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (28 йәш)
Вафат булған урыны Изюм
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы взвод командиры[d]
Уҡыу йорто Военная академия материально-технического обеспечения имени А. В. Хрулёва[d]
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙең Украиналағы махсус хәрби операцияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Батырлыҡ ордены генерал Шайморатов ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Артур Артур улы Батыров 1993 йылдың 19 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән ҡалаһында тыуған. Атаһы Артур Батыров, әсәһе Рәсилә Сәғәҙи ҡыҙы Батырова Дәүләкән ҡалаһы 4-се лицей-мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Дәүләкән ҡалаһында 4-се лицейҙа 9-сы класты тамамлағандан һуң 103-сө һөнәрселек училищеһына ашнаҡсы-кондитер һөнәре буйынса уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2012 йылда Армия хеҙмәтенә саҡырыла. 2013 йылда генерал А. В. Хрупёв исемендәге матди-техник тәьминәт хәрби академияһы курсанты, 2019 йылдан Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында офицер званиеһында хеҙмәтен дауам итә. Ураиналағы махсус хәрби операцияла уның башынан уҡ ҡатнаша. Мотоуҡсылар взводы командиры Артур Батыров Харьков өлкәһендәге Изюм янында батырҙарса һәләк була[1]. 2022 йылдың 23 майында Дәүләкән районы Мәҙәниәт йортонда хәрби офицер хөрмәтенә матәм митингыһы үтә. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Ул һәләк булған яугирҙың ата-әсәһенә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң бүләкләнгән Генерал Шайморатов орденын тапшыра. Район хакимиәтенә уның исемен мәңгеләштереү сараһын күрергә ҡуша[2].

Артур хеҙмәт иткән часть вәкиле өлкән лейтенант Сергей Маринов иптәше менән хушлашҡанда: «Мин уны яҡшы белә инем, ул намыҫлы һәм әҙәпле офицер, изге күңелле һәм ихлас кеше ине. Рәсәй Президенты Указы менән ҡаһарманлыҡ һәм батырлығы өсөн өлкән лейтенант Артур Батыров үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланды, ул уның ата-әсәһенә тапшырыласаҡ. Геройға мәңгелек дан, Рәсәй һине бер ҡасан да онотмаясаҡ»[3].

4-се лицей директоры Фирүзә Ҡунаҡбай ҡыҙы Ахунйәнова Артур тураһында: «Мәктәп йылдарында уҡ унда тәртиплелек, ғәҙәти булмаған аҡыл, уҡыуҙа һәм хеҙмәттә ныҡышмалылыҡ күрһәтте. Ул эске мәҙәниәте һәм һөйкөмлөлөгө менән айырылып торҙо».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Батырлыҡ» ордены (2022);
  • Генерал Шайморатов ордены (2022);

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә