Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы

Сәнғәт эшмәкәре

Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы (16 март 1927 йыл — 29 март 2005 йыл) - хор дирижёры. РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  РСФСР
Тыуған көнө 16 март 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 29 март 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Тольятти, Городской округ Тольятти[d], Һамар өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы Исхаҡова 1927 йылдың 16 мартында Өфө ҡалаһында тыуған.

1950 йылда Башҡортостан музыка училищеһын ( О.М.Райцын класы), 1958 йылда Мәскәү консерваторияһын (К.Б.Птица класы) тамамлаған.

1944—1946 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы хоры йырсыһы.

19501953 йылдарҙа ҡатын‑ҡыҙҙар хоры дирижёры.

1958 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры хормейстеры.

19601984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстеры.

Бер үк ваҡытта 1965 йылдан башлап Өфө сәнғәт училищеһында, 19681982 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.

1969 йылда Л. Исхаҡова етәкселек иткән ижади коллективтар Ленинградта БАССР көндәрендә ҡатнаша, СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Опера һәм балет театрында Л. Исхаҡова ҡатнашлығында ватан һәм сит ил композиторҙары ижадынан 50‑нән ашыу спектакль, шулар араһынан Дж.Верди, Дж.Пуччини; Ю.С.Мейтус, Н.А.Римский‑Корсаков, В.А.Успенский, П.И.Чайковский; З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин, Х.Ф.Әхмәтов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре ҡуйыла.

Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы 2005 йылдың 29 мартында Тольятти ҡалаһында вафат була [1]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969)
  • РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре(1978)
  • "Хеҙмәт ветераны" миҙалы (1982) [2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы [1] 2019 йыл 24 декабрь архивланған..
  2. Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 16.11.1982 “О награждении медалью “Ветеран труда“ [2](недоступная ссылка)

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы [3] 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
  • Список заслуженных деятелей искусств РСФСР [4]
  • Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 16.11.1982 “О награждении медалью “Ветеран труда“ [5](недоступная ссылка)