Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы
Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы (16 март 1851 йыл — 1921 йыл) — Рәсәй империяһы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осороноң хәрби эшмәкәре. Генерал-лейтенант (1918). Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.
Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы | ||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы) Өйҙөрәкбаш ауылы | |||||
Үлгән ваҡыты | ||||||
Вафат урыны |
Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ ҡалаһы | |||||
Хеҙмәт иткән урыны |
Рәсәй империяһы | |||||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||||
Хәрби звание | ||||||
Командалыҡ итеү | ||||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре. Башҡорт[1][2]. 1918—1920 йылдарҙа Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы.
Биографияһы
үҙгәртергәХажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатов Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылында 1851 йылдың 16 мартында тыуған. Атаһы Исхаҡ Мөхәммәтрәхим улы — 3-сө Мишәр кантонының хәрби старшинаһы.
1866 йылда Ырымбур кадет корпусын тәмамлай. 1900—1904 йылдарҙа — Орск пехота полкында. 1908 йылда генерал-майор чинында отставкаға сыға. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1915 йылда яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
1916 йылдың 18 апреленән 152-се запас пехота полкы командиры. 1918 йылдың 8 ғинуарынан 1-се Мосолман уҡсылар бригадаһы командиры. 1917 йылда — Бәләбәй гарнизоны башлығы.
1918 йылда башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып. 1918 йылдың 28 сентябренән 1-се Башҡорт пехота дивизияһы башлығы, һуңынан Башҡорт айырым корпусы командиры. Октябрҙә генерал-лейтенант званиеһы бирелә. 1918 йылдың 28 ноябренән — Башҡорт милли ғәскәре башлығы.
1921 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.
Наградалары
үҙгәртергә- 3-сө дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены;
- 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены;
- 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены;
- 2-се дәрәжә Изге Анна ордены;
- 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены.
Хәтер
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылында бюст ҡуйылған[3].
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡатыны — Бибизәйнәп, Бохара сауҙагәре Камалбай Йәҙгәровтың ҡыҙы.
- Улдары
- Сәйетгәрәй (1904—1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Өфө моторҙар эшләү заводы хеҙмәткәре.
- Рөстәм (1905—1938) — хәрби эшмәкәр. Ҡара диңгеҙ флоты һыу аҫты кәмәләре дивизионының командиры. 3-сө ранг капитаны.
- Ҡыҙы — Миәссәр (1907—1964), Мәскәү медицина институтының ике курсын тамамлай, Ҡырымда йәшәй, 1926 йылда Башҡортостанға ҡайта.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ислам на Урале. Энциклопедический словарь. Серия Ислам в Российской Федерации. Выпуск V. Москва-Нижний Новгород. ИД «Медина». 2009. — 479 с. (на с.148)
- ↑ Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.):Монография.- Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с. (на с.194)
- ↑ Азат Садреев. В Башкирии открыли бюст генералу Хаджи-Ахмету Ишбулатову . Bash.News (6 октябрь 2018). Дата обращения: 24 сентябрь 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Булатов Ғ. Ғ., Таймаҫов Р. С. Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ислам на Урале. Энциклопедический словарь. Серия Ислам в Российской Федерации. Выпуск V. Москва-Нижний Новгород. ИД «Медина». 2009. — 479 с.
- сайт «Русская армия в Первой мировой войне»
- Шежере Ишбулатова Х. И. 2016 йыл 4 март архивланған.
- Ганин А. В., Семенов В. Г. Офицерский корпус Оренбургского казачьего войска (1891—1945): Биографический справочник. — М., 2007. — 676с.:ил (на с.242)