Петрова Ираида Алексеевна

Петрова Ираида Алексеевна (Нарс Урини; 16 март 1913 йыл — 4 октябрь 1983 йыл) — прозаик, шағир, драматург.

Петрова Ираида Алексеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Псевдоним Нар Урини
Тыуған көнө 16 март 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] или 16 (29) март 1913[2]
Тыуған урыны Йылболаҡ-Матвеевка, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 октябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2] (70 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, прозаик, драматург
Жанр повесть[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ираида Алексеевна Петрова 1913 йылдың 16 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Елбүләк-Матвеевка ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы) уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Ҡазан сыуаш педагогия техникумында уҡый. Һуңынан Сыуаш дәүләт академия драма театрының театр студияһында, Рәсәй театр сәнғәте институтында (1931—1934)[3], Ленинград музыка училищеһында белем ала.

Ленинград блокадаһы йылдарында Ираида Алексеевна Ленинград госпиталдәрендә шәфҡәт туташы булып эшләй. 1943—1946 йылдарҙа ул Ырымбур ҡалаһында заводтың йыр һәм бейеү ансамблен етәкләй. 1946 йылда Мытищи ҡалаһының «Путь к победе» («Еңеүгә юл») гәзитендә эшләй. Беренсе тапҡыр үҙенең әҙәби әҫәрен 1955 йылда «Родная Волга» журналында баҫтыра[4]. 1980 йылда СССР Яҙыусылар союзына ағзаһы булып инә. Нарс Урини исеме аҫтында ижад итә. Ираида Алексеевна яҡташтары менән тығыҙ бәйләнештә була, Бишбүләк районының «Светлый путь» гәзитендә уның шиғырҙары даими донңя күреп тора. Уның шиғырҙары 12 йыйынтыҡта сыҡҡан, баҫмаларының дөйөм тиражы 2,5 миллион дана самаһы.

1983 йылдың 4 октябрендә оҙаҡ ауырыуҙан һуң вафат була[5].

Тыуған ауылындағы мәктәп Ираида Алексеевна Петрова исемен йөрөтә. Белем усағында яҙыусының музейы бар.

Китаптары

үҙгәртергә
    • «Тядюк» — Тядюк (1969);
    • «Çул юппинче» (1973);
    • «Савпипе Кришна» — Савпи и Кришна (1975);
    • «Пурнăç çиппи» — Ниточка жизни (1979);
    • «Телейпе Илем» — Счастье и Красота, 1982);

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  3. Петрова Ираида Алексеевна//Литературная карта Республики Башкортостан (рус.)
  4. Петрова Ираида Алексеевна//Литературная карта Республики Башкортостан (рус.)
  5. Ираиды Алексеевны Петровой-Нарс 2020 йыл 18 сентябрь архивланған.//Bizhbulyak.ru (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә