Башҡорт ихтилалы (1755—1756)

1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы — XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы ҙур ихтилалдарҙың береһе.

1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы
Дата

17551756

Урыны

Нуғай, Себер һәм Уҫы даруғалары территорияһы

Сәбәбе

аҫабалыҡ хоҡуғын боҙоу, көсләп суҡындырыу, һалымдар артыуы

Нәтижә

ихтилалды ҡаты баҫтырыу

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй империяһы

Башҡорттар

Командирҙар

И. И. Неплюев, подполковник Исаков, Бахмутов һ. б.

Бикбулат Арҡаев, Исмәғил Айытҡолов, Әликәш Һөйөндөков, Көсөкбай, Ялан Этҡол, Айҙар Байыҡ, Хоҙайбирҙе мулла, Сурағол Миңлебаев, Сураш Ҡалмырҙин, Темәс Илекәев һ. б.

Сәбәптәре үҙгәртергә

1740—1750 йылдарҙа батша хөкүмәте башҡорт аҫаба ерҙәрен тартып алыу сәйәсәтен дауам итә, һалымдарҙы арттыра, ҡәлғәләр һәм заводтар төҙөлә, күскенселәр килеүенә булышлыҡ күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта мосолмандарға рөхсәтһеҙ мәсет һәм мәҙрәсә төҙөргә тыйылған, хөкүмәт һәм сиркәү христанизация сәйәсәтен алып баралар. Мосолман руханиҙары властар күҙәтеүе аҫтында булғандар, ахундарҙың һаны дүртәүгә тиклем кәметелгән — улар барыһы ла хөкүмәт файҙаһына мәғлүмәт йыйырға тейеш булғандар. Көсләп суҡындырылып кире ислам динен алыусылар ҡаты язаланғандар. 1754 йылда сыҡҡан указға ярашлы башҡорттарға һәм мишәрҙәргә яһаҡ урынына хөкүмәттән ҡиммәт хаҡҡа тоҙ һатырға бойора һәм үҙҙәренә тоҙ сығарырға тыя. Был яһаҡ түләүҙән 6 тапҡыр ҡиммәтерәк килеп сыға, шул уҡ ваҡытта башҡорт ерҙәрендә тоҙ ығарыу урындары ҡаҙна файҙаһына күскән. Башҡорттар яһаҡ түләүҙе ғәмәлдән сығарыуҙы аҫабалыҡ хоҡуғын бөтөрөү тип тойғандар. 1754 йылда Нуғай даруғаһы башҡорттары ихтилалға әҙерлек башлай, тиҙҙән улар Уҫы һәм Себер даруғалары халҡы менән бәйләнеш урынлаштыра, мишәрҙәр ҙә болаға ҡушыласаҡтары хаҡында белдерә. Руханиҙар араһында иң билдәлеләрҙең һәм белемлеләрҙең береһе булған Ғабдулла Ғәлиевты (Батыршаны) ла ихтилалда ҡатнашырға йәлеп итәләр. Батырша барлыҡ мосолман халҡына 1755 йылдың 3 июлендә баш күтәрергә саҡырыу яҙа.

Ихтилал барышы үҙгәртергә

 
XVII—XVIII бб. башҡорт ихтилалдары

Ихтилал Нуғай даруғаһының Бөрйән улусында 1755 йылдың 15 майында тоҡана, һуңыраҡ уға Түңгәүер, Үҫәргән, Бошман-Ҡыпсаҡ, Һыуын-Ҡыпсаҡ, Сәнкем-Ҡыпсаҡ, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Гәрәй-Ҡыпсаҡ, Тамьян һәм Ҡатай улустары халҡы ҡушыла. Ихтилалсылар ҡәлғәләргә һәм заводтарға һөжүмдәр яһайҙар. Көсөкбай батыр етәкселегендәге баш күтәреүселәр Покровка заводын юҡ итәләр, капитан Шкапский командаһын тар-мар итәләр. Сурағол Миңлебаев етәкселегендәге Уҫы даруғаһының ғәйнә башҡорттары ла көрәшкә күтәреләләр. Батырша ихтилал башланғас та уҡ үҙенең ҡыйыуһыҙлығын һәм баҙнатһыҙлығын күрһәтә, шунлыҡтан Уҫы һәм Себер даруғаһында ихтилал киң ҡолас алмай, мишәрҙәр ҙә көрәшкә күтәрелмәйҙәр.

Батша хөкүмәте ихтилалды баҫтырыр өсөн ҙур көстәр йыя башлай — 1755 йылдың авгусына ҡарата Ырымбур губернаторы И. И. Неплюев командаһында яҡынса 36700 һалдаттар, драгундар, казактар һәм мобилизацияланған крәҫтиәндәр була, шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙы ла йәлеп итә. Неплюев баш күтәреүселәрҙе тотҡонға алмаҫҡа, шунда уҡ язаларға бойора. Ғәмәлдә каратель отрядтары ихтилалда ҡатнашмағандарҙы ла язалағандар. Властар шулай уҡ мишәрҙәрҙе һәм ҡазан татарҙарын ихтилалды баҫтырырға йәлеп итәләр. Яҡынса 50 мең баш күтәреүселәр ваҡытлыса ҡаҙаҡтарға ҡасалар. Неплюев бүләктәр биреп ҡаҙаҡ ханын һәм аҡһөйәктәрен ихтилалсыларҙың барлыҡ мөлкәтен тартып алырға һәм уларҙың үҙҙәрен властарға тапшырырға саҡырған. Һөҙөмтәлә баш күтәреүселәргә ҡаҙаҡтар менән дә карателдәр менән алышҡа инергә тура килгән, күптәрен каторгаларға йәки һалдат полктарына оҙатҡандар, уларҙың ҡатындарын һәм балаларын илдең үҙәк райондарына ҡоллоҡҡа таратҡандар.

1759 йылда Сенат башҡорттарҙы ҡурсалау кәрәген белдерһә лә[1], урындағы властар бәләкәй генә ташламаларға барғандар[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. «…впредь оному башкирскому народу отнюдь никому обид и разорений не чинить, и в угодьях их насильством не селиться, и от того всего их, башкирцев, не токмо защищать, но притом показывать им всякую благосклонность и надлежащее указом охранение.»

    История Башкортостана. Ч. 1. С древнейших времён до 1917 г. / Учебник для 8—9 кл. — Под ред. И. Г. Акманова. — Уфа: Китап, 1996. — С. 128—129. — 240 с. — ISBN 5-295-01918-7.

  2. Акманов И. Г., 1996, с. 128—129

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Валиди А.-З. История башкир: (перевод с турецк. А. М. Юлдашбаева; авт. вступ. статей А. М. Юлдашбаев, И. Тоган). — Уфа: Китап, 2010. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.
  • Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  • Доннелли А. С. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. — Уфа: Башкортостан, 1995. — 287 с.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  • История Башкортостана с древнейших времен до наших дней: В 2 т.: Т. 1. История Башкортостана с древнейших времен до конца XIX в. / И. Г. Акманов, Н. М. Кулбахтин, А. З. Асфандияров, и др.; Под ред. И. Г. Акманова. — Уфа: Китап, 2004. — 488 с.
  • История Башкортостана. Ч. 1. С древнейших времён до 1917 г. / Учебник для 8—9 кл. — Под ред. И. Г. Акманова. — Уфа: Китап, 1996. — 240 с. — ISBN 5-295-01918-7.
  • История Башкортостана с древнейших времен до 60-х годов XIX века. // Под ред. Х. Ф. Усманова. — Уфа: Китап, 1991. — 520 с.
  • Хрестоматия по истории Башкортостана. Часть первая. Документы и материалы с древнейших времён до 1917 г. // Учебное пособие / Составитель: Гумеров Ф. Х. — Уфа: Китап, 1996. — 336 с. — ISBN 5-295-01671-74.
  • Хадыев М., Фахретдинов А. История башкир. — Уфа: Китап, 2007. — 136 с. — ISBN 978-5-295-04231-7.
  • Чулошников А. П. Восстание 1755 г. в Башкирии. М.-Л., 1940.

Һылтанмалар үҙгәртергә