Лимон
Лимон
Лимон ағасы.
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Сапинда сәскәлеләр (Sapindales)
Ғаилә: Руталар
Суб-ғаилә: Цитрустар
Ырыу: Цитрус
Төр: Лимон
Латинса исеме
Citrus × limon (L.) Burm.f.
ITIS 28885
NCBI 2708

Лимо́н (лат. Citrus limon) — Цитрус ағастары төркөмөнөң гибридлы төрө. Шулай уҡ был ағастың емешен дә лимон тип атайҙар. Килеп сыҡҡан ере — Һиндостан. Ҡырағай көйө Гималай тауҙары итәгендә үҫә.

Таралышы

үҙгәртергә

Таралған ере — Һиндостан, Ҡытай һәм Тымыҡ океан тропик утрауҙары. Шулай уҡ Кавказ аръяғында һәм Урта Азияла үҫә.

Ботаник характеристикаһы

үҙгәртергә
 
 
Лимон сәскәһе.

Морфология

үҙгәртергә

Лимон — 5-8 м бейеклегендәге ҙур булмаған емеш ағасы. 45 йыллыҡ ағастар осрай

Ҡабығы һорғолт төҫтә, энәле. Япраҡтары ҡалын тиреле, йәшел төҫтә, оҙонлоғо 10—15 см, ҡалынлығы 5—8 см, ялтырауыҡлы, 3 йылға бер ҡойолалар. Сәскәләре айырым, йәки парлы, 2-3 см ҙурлығында. Таждары ап-аҡ йәки һарғылт аҡ, тыштан ал төҫтә, нескә хуш еҫле. Емештең оҙонлоғо 6—9 см, диаметры 4—6 см, һарғылт, ауыр һыҙырылған ҡабыҡлы, эфир майҙары тупланған биҙҙәре бар. Емештең эске өлөшө бер нисә уйымлы. Орлоҡтары йәшкелт-һары йәки аҡ, киҫелештә йәшкелт, оҙонса.

Яҙҙан алып сәскә ата. Емештәре көҙ бешә. Теплица шарттарында йыл әйләнәһенә өлгөрөп тора.

Биологик үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Лимон япрағының төҙөлөшө ҡыҙыҡлы: тәү ҡарамаҡҡа ябай япраҡ. Ботаникала ҡатмарлы япраҡ тип бер нисә өлөштән торған, һәр береһе айырым ҡойолған япраҡты атайҙар. Лимондың япраҡ пластинкаһы төпһәһенән алдараҡ ҡойола. Йәғни, лимондың япрағы ҡатмарлылар иҫәбенә инә, әммә уның өлөшө берәү генә ҡалған.

Химик составы

үҙгәртергә

Емеш йомшағының ҙур өлөшөн лимон, алма органик кислоталары тәшкил итә, шулай уҡ пектин матдәләр, шәкәрҙәр ( 3,5 %-ҡа тиклем), каротин, фитонцидтар; витаминдар — тиамин, рибофлавин, аскорбин кислотаһы (0,085 %-ҡа тиклем), рутин, флавоноидтар, галактурон кислотаһы, сесквитерпендар, гесперидин, эриоцитрин, эридиктиол. Орлоҡтарында май һәм әсе матдә лимонин бар. Май шулай уҡ ботаҡтарҙа һәм япраҡтарҙа ла бар (0,24 %). Ҡабығында гликозид һәм цитронин.

Лимондың үҙенсәлекле еҫе лимон майының ағастың төрлө өлөштәрендә булыу менән аңлатыла. Лимон эфир майының компонентары — терпен, α-лимонен (90 %-ҡа тиклем), цитраль (6 %-ҡа тиклем).

Лимон, ҡабыҡһыҙ, сей килеш
100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте
Энергетик ҡиммәте 29 ккал 121 кДж
Аҡһымдар1.10 г
Майҙар0.30 г
Углеводтар9.32 г
дисахаридтар2.50 г 

Тиамин (B1)0.040 мг
Рибофлавин (B2)0.020 мг
Ниацин (B3)0.100 мг
Пантотен кислотаһы (B5)0.190 мг
Пиридоксин (B6)0.080 мг
Фолацин (B9)11 мкг
Аскорбин кислотаһы (С витамины)53.0 мг

Кальций26 мг
Тимер0.60 мг
Магний8 мг
Фосфор16 мг
Калий138 мг
Цинк0.06 мг

Сығанаҡ: USDA Nutrient Database

Әһәмиәте һәм ҡулланышы

үҙгәртергә
 
Лимондан мармелад

Кулинарияла ҡулланыу

үҙгәртергә

Аҙыҡҡа өлгөрөп етеү менән ҡулланалар, шулай уҡ спиртһыҙ эсемлектәр, парфюмерияла ла файҙаланалар. Тәмләткес итеп төрлө емеш-еләк салаттарына, татлы ризыҡтарға, печеньеға, соустарға, балыҡҡа, ҡош итенә һәм дөгө ашамлыҡтарына ҡушыла. Лимон һуты менән балыҡ, салаттарҙың тәмен яҡшырталар. Шулай уҡ ҡайнатма, соустар, кремдар, сироптар һәм эсемлектәргә лә өҫтәйҙәр. Лимон өлөштәре биҙәү өсөн дә ҡулайлы. Лимон торттары һәм бәлештәре лә бик тәмле.

Лимонды сәйгә лә өҫтәйҙәр. Уны Көнбайышта «урыҫ сәйе» тип атайҙар.

Лимон башҡорт милли ризыҡтарында ҡулланылмаған. Емеш егерменсе быуатта аш-һыу даирәһенә ныҡлап инә, шулай уҡ дауа сараһы булараҡ та таныла бара. Башта лимонды сәйгә генә һалһалар, тора-бара ул ҡамыр аштарында ла үҙ урынын таба. Хәҙер иһә был емештең һутын ит, балыҡ әҙерләгәндә лә ярайһы киң ҡулланалар.

Медицинала ҡулланыу

үҙгәртергә

Гиповитаминоз, авитаминоз, ашҡаҙан аурыуҙары, минераль алышыныу боҙолоуы, ревматизм, атеросклерозе, цинга, ангина, юғары ҡан баҫымы менән интеккән ваҡытта файҙалы. Көнсығыш медицинаһында лимон яраларҙы һәм үпкә ауырыуҙарын дауалағандар. XI б. Ибн Синна лимонды йөрәк ауырыуҙарынан, һарысанан, ауырлы саҡта ашарға кәңәш иткән. Лимон һыуы менән бит тиреһен һөрткәндә, тире йомшара һәм ағара, һипкелдәрҙе лә лимон һөртөп бөтөргәндәр. Лимон һуты тырнаҡтарҙы нығыта. Лимон ҡабығын, балда бешереп, аш һеңдереү процесын яҡшыртҡанда ҡулланғандар.

 
Лимон емештәре

Етештереү

үҙгәртергә

Иң ғәжәбе, беҙҙең шарттарҙа ла лимон үҫтерергә өйрәнгәндәр. 1984 йылда Башҡорт АССР-ы Урман хужалығы министрлығы, РСФСР Урман хужалығы дәүләт комитеты һәм КПСС-тың БАССР өлкә комитеты ҡарары менән Өфө ҡалаһында Урман хужалығы паркы биләмәһендә теплица-лимонарийға нигеҙ һалына.Шулай итеп, Рәсәй киңлектәрендә тәүге тапҡыр ят шөғөлдө башлап ебәрәләр.

Бөгөн был нәзәкәтле йылы яҡ емеше бер гектар майҙанда үҫтерелә, ҡала кибеттәренә сығарылыу менән һатылып та бөтә.Хәҙер инде үҙебеҙҙә сығарылған сорттар ҙа бар. РФ Дәүләт реестрына «Урман», «Салауат», «Ләйсән» лимоны, «Уралтау» һәм «Зилә» тигән цитрон индерелгән. Хәҙер инде ҡала халҡы ла теплицанан үҫентеләр алып, тәҙрә төбөндә үҫтерә. Лимон ағасы емеште йыл әйләнәһенә бирә ала. Сәскә атҡан ағас бүлмәгә хуш еҫтәр тарата.Бүлмә лимондарының тышы йоҡа, орлоҡтары әҙ. Бүлмәлә Павлов, Мейер, Дженоа, Майкоп лимондарын үҫтерергә була. «Салауат» сортының емеше 1,8 кг.-дан да ашып китә.

Лимондың төрлө сорттары бар:

  • Эврика,
  • Пондероза — лимон менән грейпфрут гибриды,
  • Китайский Карлик (Мейер) — әфлисүн менән гибриды,
  • Лунарио — лимон менән папеданың гибриды,
  • Кузнер лимоны — трифолиата менән гибрид.

Лимон етештереү тураһында мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Берләшкән Милләттәр Аҙыҡ һәм Ауыл Хужалығы Ойошмаһы (Food And Agricultural Organization of United Nations) мәғлүмәттәре[1] буйынса 2010 йылда донъяла 13 933 864 тонна лимон һәм лайм етештерелгән. Уның яҡынса 19 % — Һиндостан, 14 % Мексика етештерә.

Ил Күләм (тонна) % Ил Күләм (тонна) %
1   Һиндостан 2629200 18,87% 11   Мысыр 318111 2,28%
2   Мексика 1891400 13,57% 12   Перу 233032 1,67%
3   Аргентина 1113380 7,99% 13   Судан (элекке) 228000 1,64%
4   ҠХР 1058105 7,59% 14   КАР 215985 1,55%
5   Бразилия 1020350 7,32% 15   Таиланд 171074 1,23%
6   АҠШ 800137 5,74% 16   Чили 155000 1,11%
7   Төркиә 787063 5,65% 17   Сүриә 142200 1,02%
8   Иран 706800 5,07% 18   Ливан 113100 0,81%
9   Испания 578200 4,15% 19   Гватемала 107796 0,77%
10   Италия 522377 3,75% 20   Колумбия 87474 0,63%

Лимон тураһында фольклор өлгөләре

үҙгәртергә
  • Таҡмаҡ

Лимон һары, лимон һары,
һарғайҙым лимон кеүек.
Мин һарғайҙым лимон кеүек,
Булмағыҙ минең кеүек.

  • Тәләкә

Үҫмәгәс үҫмәй икән йүкәлә лимон

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

үҙгәртергә
  • Өфө ҡалаһында Лимонарий бар һәм унда сығарылған өс яңы лимон төрө Дәүләт реестрына индерелгән. Улар «Салауат», «Ләйсән», «Урман» тип атала.
  • Гректар Зевс менән Гераның өйләнеүҙәре хаҡында хәбәрҙе Ер алиһәһе ишеткән көндө байрам итәләр. Лимондың төҫө һәм еҫенә иҫтәре китеп, уны байрамдың символы итеп ҡабул итәләр. Шул ваҡыттан алып лимонды туй йолаларын үткәргән саҡта ҡулланалар.
  • Лимон эфир майы кулинария экстрактарын, хушбуй, биҙәнеү әйберҙәрен, шулай уҡ мебель өсөн ялтыратҡыс эшләүҙә бик кәрәкле. Уны шулай уҡ балалар бүлмәһендә дезинфекция өсөн ҡулланғандар.
  • Диңгеҙ сәйәхәтселәре, шул иҫәптән Джеймс Кук, үҙҙәре менән лимон алғандар. Инглиз флотында XVIII быуат аҙағында көнөнә 30 г лимон һуты эсергә тейеш булғандар.
  • Көнсығыш илдәрендә бала тыуҙырыуҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен яҡшыртыр өсөн лимон емешен ашатҡандар.
  • Боронғо грек философы Плиний лимонды ағыу тәъҫиренә ҡаршы ҡулланған.

Инглиз телендә

  • Andrew M. Watson, 1983. Agricultural Innovation in the Early Islamic World: The Diffusion of Crops and Farming Techniques, 700—1100. (Cambridge: Cambridge University Press) pp 42–50

Урыҫ телендә

  • Дудченко Л. Г., Козьяков А. С., Кривенко В. В. Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения. — К.: Наукова думка, 1989. — 304 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-12-000483-0

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә