Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы

Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы (16 март 1933 йыл — 2 ғинуар 2018 йыл) — педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР (1972) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1978).

Хөснөтдин Хәйбулла улы Хәмитов
Тыуған көнө

16 март 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылы

Вафат булған көнө

2 ғинуар 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (84 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһы, Сибай ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

педагог

Наградалары һәм премиялары
«Почёт Билдәһе» ордены
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»

Биографияһы үҙгәртергә

Хөснөтдин Хәйбулла улы Хәмитов 1933 йылдың 16 мартында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылында тыуған.

1951 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай. Матрай районы Үрге Ғәле ауылы мәктәбенең башланғыс класстары уҡытыусыһы булып эшләй. 1953—1955 йылдарҙа Совет Армияһы рәттәрендә хеҙмәт итә.

1955 йылдан Сибай ҡалаһы 1-се һанлы мәктәбенең хәрби әҙерлек етәксеһе, һуңынан ҡала халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор була. 1964 йылдан Сибай ҡала халыҡ мәғарифы мөдире вазифаһын башҡара[1].

1972—1997 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһы (колледжы) директоры була.

1998—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты тәбиғи-техник факультеты деканының урынбаҫары булып эшләй.

2018 йылдың 2 ғинуарында Сибай ҡалаһында вафат була[1].

Хәтер үҙгәртергә

  • 2018 йылдың 7 декабрендә Сибай педагогия колледжында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай ҡалаһының Почётлы гражданы Хөснөтдин Хәйбулла улы Хәмитовҡа мемориаль таҡта асылды[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1978)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • «Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972)
  • СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1985)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1994)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997)
  • «Йыл директоры» Республика конкурсы лауреаты
  • Сибай ҡалаһының почётлы гражданины
  • Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә