4 май
көнө
(4 мая битенән йүнәлтелде)
4 май — григориан стиле буйынса йылдың 124-се (кәбисә йылында 125-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 241 көн ҡала.
4 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
4 май Викимилектә |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Замбия: Хеҙмәт көнө.
- Ҡытай: Йәштәр көнө.
- Латвия: Бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙеү көнө.
- Япония: Йәшеллек көнө.
- Ер: Янғын һүндереүселәр көнө.
- 1715: Парижда беренсе йыйылмалы ҡулсатыр (зонтик) яһала.
- 1904: Панама каналын төҙөү башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Абыҙгилдина Ғәшиә Баязит ҡыҙы (1910—22.12.1994), СССР-ҙың театр актёры. 1931—1972 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1939—1954 йылдарҙа директоры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1963). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Шеменков Юрий Михайлович (1955), ғалим-инженер төҙөүсе. Техник фәндәр докторы (2007). 1974 йылдан Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм етештереү институты хеҙмәткәре, 1987 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — лаборатория мөдире, 2009—2016 йылдарҙа бүлек мөдире. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙы (1960), ғалим-математик. 1984 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2008).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәлихов Әлим Ғәлимулла улы (1951), банк системаһы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2000—2003 йылдарҙа Учалы районы һәм Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, 2004—2005 йылдарҙа — хакимиәт башлығы, 2006—2009 йылдарҙа Учалы районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән шул райондың Илсе ауылынан.
- Шәйхетдинов Вәкил Ғилем улы (1951), рәссам. 1991 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).
тулы исемлек
- Янин Павел Анатольевич (1956), хеҙмәт алдынғыһы. Мәләүез минераль ашламалар йәмғиәтенең цех начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы.
- Фарваева Зөлфиә Нияз ҡыҙы (1966), ғалим-табип-сурдолог. 1989 йылдан Өфөнөң 40-сы поликлиникаһы табибы, 2003 йылдан 43-сө поликлиниканың бүлек мөдире, 2004 йылдан — табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Колобнев Александр Васильевич (1981), спортсы. 1998—2010 йылдарҙа «Ағиҙел» олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһаусы. 1999 йылдан велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. 2004, 2008, 2012 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1999) һәм атҡаҙанған (2012) спорт мастеры. 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2011) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Выкса ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мазунов Виктор Александрович (1942—4.03.2011), ғалим-физик. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (2002). 1966 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы һәм хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, 1978 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1985 йылдан — Физика һәм математика бүлегенең лаборатория мөдире, 1994 йылдан — Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының директор урынбаҫары, 1996 йылдан — директоры, 2007 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1994—2005 йылдарҙа шунда уҡ лаборатория мөдире, 1995—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Физика-математика фәндәре бүлегенең академик секретары, 1998—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
- Насирова Зәйтүнә Зиннәт ҡыҙы (1947), Өфө медицина колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
тулы исемлек
- Фәтхуллин Салауат Һиҙиәт улы (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург. 1973 йылдан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хирургы, 1976—1992 һәм 1996—2019 йылдарҙа — хирургия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1984), «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры. Хәйбулла районының почётлы гражданы (2015).
- Солтанова Зөһрә Зәки ҡыҙы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. Бөрйән районы Тимер урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының 9-сы съезы делегаты (2001). Уҡытыусы-методист (1991), СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), Рәсәй Президенты гранты эйәһе (2006).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Вайсман Серафим Яковлевич (ҡайһы бер башҡа мәғлүмәттәр буйынса тыуған көнө 5 май; 1923—12.04.2007), журналист, публицист, яҙыусы. 1957 йылдан Башҡортостан республика гәзиттәре хеҙмәткәре, шул иҫәптән «Советская Башкирия» гәзитенең сәнәғәт, төҙөлөш һәм транспорт бүлеге мөдире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән Одесса ҡалаһынан.
- Ғөбәйҙуллин Наил Мырҙахан улы (1953), ғалим-инженер-механик, ауыл хужалығы, партия, дәүләт органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1975 йылдан Ауырғазы районы «Сельхозтехника» берекмәһенең инженер-технологы, мотор цехы начальнигы, 1980 йылдан — партком секретары, 1981 йылдан —директор урынбаҫары; 1981 йылдың сентябренән Бүздәк районы ауыл хужалығын производство-техник тәьмин итеү буйынса берекмәһе идарасыһы, 1986 йылдан — район агросәнәғәт берекмәһенең механизациялау һәм электрлаштырыу буйынса рәйесенең 1-се урынбаҫары, бер үк ваҡытта Ремонт-техника предприятиеһы директоры; 1991 йылдан Башҡортостандың матди ресурстар һәм төбәк-ара бәйләнештәр министры урынбаҫары; 1997 йылдан — склад комплексы хеҙмәте начальнигы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан «Башсельхозтехника» предприятиеһының генераль директор урынбаҫары; 2003 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, аҙыҡ- түлек технологиялары факультетының декан урынбаҫары, 2004—2018 йылдарҙа деканы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Исмәғил ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Яковлев Валерий Иванович (1944), тарихсы-ғалим, этнограф. 1968 йылдан Ҡазан консерваторияһы уҡытыусыһы, 2007 йылдан башҡарыу сәнғәте теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2016), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Бикмәев Михаил Әхмәт улы (1954), хәрби хеҙмәткәр, тарихсы-ғалим. 1972—1992 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә, гвардия полковнигы (2003). 1993 йылдан Өфө ҡалаһы 130‑сы урта мәктәбенең директор урынбаҫары, 1997 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2003 йылдан Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының тарих һәм йәмғиәт белеме кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре. 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткәне өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Мостафин Өлфәт Мансур улы (1959—29.10.2020), инженер-ғалим, газ сәнәғәте, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2018—2020 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. Техник фәндәр кандидаты (2005).
- Ильясова Венера Йомай ҡыҙы (1959), журналист. 1993 йылдан (өҙөклөк менән) «Туймазинский вестник» гәзите хәбәрсеһе. 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2011). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
- Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы (1964), театр артисы. 1991 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2011) һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019). Константин Станиславскийҙың көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе.
- Хисмәтуллина Зөһрә Рәшит ҡыҙы (1964), физиолог-ғалим. 1982 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, 2010 йылдан физиология һәм дөйөм биология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2016).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1655: Бартоломео Кристофори, Италияның музыка ҡоралдары яһау оҫтаһы, фортепианоны уйлап сығарыусы.
- 1770: Франсуа Жерар, Франция рәссамы, портрет оҫтаһы.
тулы исемлек
- 1881: Александр Керенский, Рәсәй империяһының сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1825: Томас Генри Гексли, Британияның тәбиғәтте өйрәнеүсе ғалимы, биолог-дарвинист.
- 1900: Антун Августинчич, Хорватия скульпторы, СССР Сәнғәт академияһының сит ил ағзаһы.
- 1929: Одри Хепбёрн, Британия актёры, фотомодель һәм гуманитар эшмәкәр.