Керенский Александр Фёдорович

(Александр Керенский битенән йүнәлтелде)

Алекса́ндр Фёдорович Ке́ренский[9][10][11] (шулай уҡ йыш ҡына Кере́нский[12]; 4 май 1881 йыл, Рәсәй империяһы, Сембер — 11 июнь 1970 йыл, АҠШ, Нью-Йорк) — Рәсәй империяһының сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре; министр, һуңынан Ваҡытлы хөкүмәттең министр-рәйесе (1917).

Керенский Александр Фёдорович
рус. Александръ Ѳедоровичъ Керенскій
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Рәсәй республикаһы
 Рәсәй империяһы
Патронимы йәки матронимы Фёдорович[d]
Тыуған көнө 22 апрель (4 май) 1881[4]
Тыуған урыны Ульяновск, Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 11 июнь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][5][6][…] (89 йәш)
Вафат булған урыны Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[4]
Ерләнгән урыны Патни-Вейл зыяраты[d][7]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Фёдор Михайлович Керенский[d]
Хәләл ефете Lydia Tritton[d] һәм Olga Kerensky[d]
Балалары Керенский, Олег Александрович[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, адвокат, революционер
Эш урыны Станфорд университеты
Биләгән вазифаһы председатель Правительства Российской Федерации[d], Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] һәм Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто юридический факультет СПбГУ[d]
Әүҙемлек урыны Санкт-Петербург[8]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Социалист-революционерҙар партияһы[d] һәм Трудовая группа[d]
Ҡатнашыусы Радио Канада[d]
 Керенский Александр Фёдорович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
IV Дәүләт Думаһының депутаттары В. И. Дзюбинский һәм А. Ф. Керенский Таврия һарайы янында, 1916 йыл

Бала сағы, белеме, сығышы

үҙгәртергә

Атаһы яғынан Александр Керенскийҙың ата-бабалары рус провинциаль руханиҙар мөхитенән. Уның ҡартатаһы Михаил Иванович 1830 йылдан алып Пенза губернаһының Городищенск өйәҙе Керенки ауылында дин әһеле булып хеҙмәт итә. Ошо ауыл исеменә Керенскийҙарҙың фамилияһы бәйле, үҙе Александр Федорович фамилияһының сығышын шул уҡ губерналағы Керенск ҡалаһы менән бәйле тип һанаған.

А. Ф. Керенскийҙың атаһы юғары белемде Ҡазан универститетындағы тарих-филология факультетында ала, артабан Ҡазанда төрлө уҡыу йорттарында уҡыта.

Александр Федоровичтың әсәһе, Надежда Адлер, Ҡаҙан хәрби округының топография бүлеге начальнигының ҡыҙы була. Әсәһе атаһы яғынан рус-немец дворян нәҫеленән, ә әсәһе яғынан -үҙ ваҡытында крепостной крәҫтиән булған бай Мәскәү сауҙәгәр ейәнсәре[13].

1877—1879 йылдарҙа Федор Михайлович Керенский Вятка ирҙәр гимназияһы директоры була һәм коллегия советнигы чинында Сембер ирҙәр гимназияһына директор итеп тәғәйенләнә. Федор Керенскийҙың иң билдәле тәрбиәленеүсеһе — Владимир Ильич Ульянов (Ленин). Нәҡ Федор Михайлович Керенский 1887 йылғы алтын миҙалсының аттестатына берҙән-бер дүртлене ҡуя (логиканан). Ульяновтарҙың һәм Керенскийҙарҙың ғаиләләре дуҫ була. Илья Николаевич Ульянов вафат булғандан һуң, Керенский уның ғаиләһенә ярҙам итә, 1887 йылда Александр Ильич Ульянов язаланғандан һуң, ул Владимир Ульяновҡа Ҡазан университетына инеү өсөн ыңғай характеристика бирә[14].

Семберҙә Керенскийҙарҙың ғаиләһендә ике ир бала тыуа — Александр һәм Федор (Ҡазанда апалары Надежда, Елена, Анна тыуа). Александр бала саҡта янбаш һөйәге туберкулезы менән сирләй.

1889 йылдың май айында ғаилә Ташкентҡа күсә: Федор Михайлович Төркөстан крайы училищеларының өлкән инспекторы итеп тәғәйенләнә. Александр бейеү менән мауыға, спектаклдәрҙә уйнай. 1899 йылда алтын миҙалға гимназияны тамамлай һәм Петербург университетының юридик факультетына уҡырға инә.

Сәйәси карьераһы

үҙгәртергә
 
А. Ф. Керенский (һулдан беренсе) IV Дәүләт думаһындағы ултырышында

Адвокаттар берләшмәһе ойошторған 1905 йылдың (22) ғинуары ҡорбандарына ярҙам итеү комитетында ҡатнаша. 1905 йылдың октябренән Керенский «Ҡораллы ихтилал ойошмаһы» нәшер итә башлаған революцион социалистик бюллетене «Буревестник» өсөн яҙа. «Буревестник»тың һигеҙенсе (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — туғыҙынсы) тиражы тартып алына. 23 декабрҙә обыск ваҡытында Керенскийҙың фатирында листовкалар һәм револьвер табыла. Керенский судҡа тиклем ҡулға алынып, Кресты төрмәһендә 1906 йылдың 5 (18) апреленә тиклем тотола, һуңынан азат ителә һәм ҡатыны һәм балаһы менән Ташкентҡа һөрөлә. Йылдың уртаһында Петербургҡа ҡайта.

1906—1912 йылдарҙа адвокатлыҡ эштәрен уңышлы башҡара: Ревелдә Остзей барондарының ерҙәрен талаған крәҫтиәндәрҙе яҡлай, бер нисә эре сәйәси процестарҙа ҡатнаша, 1909 йылдың 22 декабренән (1910 йылдың 4 ғинуарынан) Санкт-Петербургта присяжный поверенный була[15].; 1910 йылда хөкүмәткә ҡаршы сығыш яһаған Төркөстан социалист-революционер ойошмаһын яҡлай; 1912 йылдың башында Санкт-Петербургта Дашнакцутюн әрмән партияһынан террористарҙы яҡлай; 1912 йылда Лена алтын приискыларында эшселәргә атыу буйынса «адвокаттар комиссияһында» ҡатнаша; М. Бейлисты яҡлап сығыш яһай.

 
Керенский-публицист. «Северные записки» журналындағы мәҡәләһе, 1916, сентябрь

1913 йылдың июнендә IV Бөтә Рәсәй сауҙа һәм сәнәғәт хеҙмәткәрҙәренең съезында рәйес итеп һайлана. 1914 йылда 25 адвокат эше буйынса за оскорбление Киев суд палатаһын мыҫҡыллағаны өсөн 8 айға төрмәгә ябыла. Яза 8 айға адвокатлыҡ эше менән шөғөлләнмәүгә алыштырыла.

Рәсәй империяһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Думаһына Һарытау өлкәһе Вольск ҡалаһынан депутат итеп һайлана; эсерҙар партияһы формаль рәүештә һайлауҙарға бойкот белдереүе сәбәпле, Трудовиктар фракцияһына инә, 1915 йылдан ошо фракцияны етәкләй. Думала хөкүмәткә ҡарата тәнҡит һүҙҙәре менән сығыштар яһай һәм һул фракциялар лидерҙары араһынан иң яҡшы оратор данын яулай. Думаның бюджет комиссияһына инә.

1915 йылдың июнь-июлендә Волга буйы һәм Рәсәй Көньяғының бер нисә ҡалалары буйлап сәйәхәт итә.

1916 йылда министрҙар советы рәйесе Б. В. Штюрмер бойороғона ярашлы Төркөстандағы 200 мең төп халыҡ тыл эштәренә йәлеп ителә. Быға тиклем Рәсәй империяһы закондары буйынса төп халыҡ армияға саҡырылмай. Әлеге указ Төркөстанда һәм Ялан крайында бола сығара. Ваҡиғаларҙы тикшереү өсөн булдырылған комиссияны Керенский етәкләй. Тикшереүҙән һуң Керенский ғәйепте батша хөкүмәтенә һала һәм урындағы хакимиәтте яуапҡа тарттырыуҙы талап итә. Бындай сығыштар Керенскийға абруй өҫтәй, Думаның оппозицияһы лидеры репутацияһын булдыра.

Керенскийҙың Һаҡлау бүлегендә «Скорый» ҡушаматы була, сөнки ул гел йүгереп йөрөгән, китеп барған трамвайға һикереп инеү, һикереп төшөү ғәҙәте булған, полицияға уның артынан өлгөрөр өсөн извозчик ялларға тура килгән (Суханов Н. Н., «Записки о революции»). Керенскийҙы яҡшы белгән тарихсы С. В. Утехин 1916 йылда Керенскийҙың бөйөрөн ҡырҡып алалар һәм 1917 йылда ул ауыртыуҙан иҫен юғалтыр булған тип билдәләй[16].

Февраль революцияһы

үҙгәртергә

Керенскийҙың власҡа күтәрелеше Февраль революция осоронда уҡ башлана. Революцияны ул бөтә күңеле менән ҡабул итә һәм тәүге көндәренән ук әүҙем ҡатнаша. Күпселектә ул үҙе революцияға ҡотҡо һала. 1917 йылдың 14 (27) февралендә Керенский Думалағы телмәрендә белдерә: «Хәҙерге мәлдә рус халҡының тарихи бурысы булып урта быуат режимын ююҡа сығарыу тора, нисек булһа ла… Нисек итеп законды халҡы өҫтөнән ҡоралға әйләндергәндәргә ҡаршы законлы юлдар менән көрәшеп була? Закон боҙоусылары менән көрәшеүҙең бер юлы ғына бар — уларҙы юҡҡа сығарыу».

Рәйеслек иткән Родзянко Керенскийҙың сығышын бүлеп, ни әйтергә теләүен аныҡлауын һорай. Яуап күҙ асып йомғансы алына: «Боронғо Рим ваҡытында Брут эшләгәнде күҙ уңында тотам».

1917 йылдың 26 февраленән 27 февралгә (12 мартына) ҡараған төн уртаһында Думаның сессияһы Николай II указы менән туҡтатылғандан һуң, Керенский дума старейшиналары Советында батша талабына буйһонмаҫҡа өндәй. Шул уҡ көндө ул Дәүләт думаһының Ваҡытлы комитетына һәм полицияға ҡаршы революцион көстәре менән етәкселек иткән Хәрби комиссия составына индерелә. Февраль көндәрендә Керенский баш күтәргән һалдаттар алдында күп мәртәбә сығыш яһай, батша хөкүмәтенең ҡулға алынған министрҙарын, министрлыҡтарҙа тартып алынған аҡсаны һәм йәшерен документтарҙы ҡабул итә.

Февраль революцияһының башында Керенский эсерҙар партияһына инә. Думала булдырылған Ваҡытлы комитетта Петросовет вәкиле булып тәғәйенләнә. 3 мартта дума вәкилдәре составында бөйөк кенәз Михаил Александровичтың властан баш тартыуына булышлыҡ итә.

Шулай итеп, Февраль революцияһы барышында Керенский бер-беренә ҡаршы торған ике власть органдарында булып сыға: Петросоветтың беренсе составында исполком рәйесенең урынбаҫары (иптәше) сифатында һәм Ваҡытлы комитет нигеҙендә булдырылған Ваҡытлы хөкүмәттең беренсе составында юстиция министры сифатында.

Юстиция министры

үҙгәртергә

2 марттан Ваҡытлы хөкүмәттә юстиция министры посын биләй. Кеше араһында, үҙе армияла бер ҡасан да хеҙмәт итмәһә лә, Керенский хәрби френчта йөрөй. Ваҡытлы хөкүмәттең сәйәси тотҡондарҙың амнистияһы, Польшаның бойондороҡһоҙлоғон таныу, Финляндия конституцияһын тергеҙеү һымаҡ ҡарарҙары уға популярлыҡ өҫтәй. Уның бойороғо буйынса һөргөндән бөтә революционерҙар ҡайтарыла. Юстиция министрының икенсе телеграммаһына ярашлы «рус революцияһының өләсәһе» Екатерина Брешко-Брешковская ҙур хөрмәттәр менән Петроградҡа оҙатыла. Керенский осоронда элекке суд системаһының емерелеүе башлана. 3 мартта уҡ мировой судьялар институты бөтөрөлә — судтар өс ағзанан формалаша башлай: судья һәм уның ике заседателе. 4 мартта Юғары енәйәт, Хакимлыҡ иткән Сенаттың махсус присутствиелары, суд палаталары һәм ҡатламдар вәкилдәре ҡатнашлығындағы округ судтары бөтөрөлә. Григорий Распутинды үлтереү буйынса эште туҡтата, эште тикшереүсе Полиция департаменты директоры А. Т. Васильев (Февраль революцияһы барышында ҡулға алына) Петропавловск ҡәлғәһенә ебәрелә.

Керенский осоронда суд эшмәкәрҙәре хеҙмәттән күмәкләп, бер ниндәй ҙә аңлатмалар бирмәйенсә, китеү яғын ҡарайҙар[17].

Хәрби һәм Диңгеҙ министры

үҙгәртергә
 
Хәрби министр Керенский үҙенең ярҙамсылары менән. Һулдан уңға: полковник В. Л. Барановский, генерал-майор Г. А. Якубович, Б. В. Савинков, А. Ф. Керенский һәм полковник Г. Н. Туманов (август 1917 йыл).

1917 йылдың мартында Керенский ҡабаттан рәсми рәүештә эсерҙар партияһына инә һәм партияның иң күренекле лидерҙарының береһе булып китә. 1917 йылдың апрелендә сит ил эштәре министры П. Н. Милюков союздаш дәүләттәрен Рәсәйҙең кисекмәҫтән һуғышты еңеүгә тиклем алып барасағына инандыра. Был аҙым Ваҡытлы хөкүмәтте көрсөккә алып килә. 24 апрелдә Керенский Милюковты посынан бушатыуҙы һәм социалистик партияларҙы үҙ эсенә алған коалицион хөкүмәте төҙөүҙе талап итә. 1917 йылдың 5 майында кенәз Георгий Евгеньевич Львов был талапты үтәргә мәжбүр була. Милюков һәм гучков отставкаға китәләр, хөкүмәт составына социалистар инә, ә Керенский хәрби һәм диңгеҙ министры портфелен ала.

Яңы хәрби министр төп постарға армияла билдәһеҙ, әммә үҙенә яҡын «младотурки» ҡушаматын алған генералдарҙы тәғәйенләй.

 
Керенскийҙың Рәсәй граждандарына март өндәмәһе

Хәрби министр вазифаһында Керенский 1917 йылдың июнендә рус армияһының һөжүмен ойоштороу өсөн ҙур көс һала. Керенский фронт частарында була, ғәскәрҙәрҙе илһамландырырға тырышып, күп һанлы митингыларҙа сығыш яһай, шуға күрә лә уға «баш уговаривающий» тигән ҡушамат бирәләр. Әммә армия революциянан һуңғы таҙартыуҙарҙан һуң һәм һалдат комитеттарын булдырыуҙан һуң бик ныҡ хәлһеҙләнгән була. 18 июндә рус ғәскәрҙәренең һөжүме башлана, әммә бик тиҙ уңышһыҙлыҡҡа осрап, тонсоға. Ҡайһы бер фекеҙәр буйынса, тап ошо мәсхәрәле хәл Ваҡытлы хөкүмәттең ҡолатылыуының төп сәбәбе булып тора.

Ваҡытлы хөкүмәттең Рәйесе

үҙгәртергә
 
Керенский Мәскәү дәүләт кәңәшмәлә сығыш яһай. Ю. К. Арцыбушевтың һүрәте

1917 йылдың 7 июлендә А. Ф. Керенский Георгий Львовты Рәсәйҙең премьер-министры посында алмаштыра, шул уҡ ваҡытта хәрби һәм диңгеҙ министры постарын һаҡлап ҡалдыра[18]. Керенский буржуаз һәм уң социалистик партияларҙың хөкүмәтте яҡлауы тураһындағы килешеүгә өлгәшергә маташа. 12 июлдә фронтта үлем язаһы тергеҙелә. Яңы «керенкалар» исмемен алған аҡса билдәләре сығарыла. 19 июлдә Керенский яңы Юғары баш командующийын — Генераль штабының инфантериянан генералы Лавр Георгиевич Корниловты тәғәйенләй.

Корниловтың болаһы Керенский күҙлегенән

үҙгәртергә

Александр Фёдорович Керенскийҙың нәшер ителгән хәтирәләренә ярашлы, большевиктарға Кремлгә ишектәрҙе асҡан Корниловтың тиле болаһы, ә Гинденбургка — Брест-Литовскиҙа, Ваҡытлы хөкүмәткә уңы яҡтан заговорҙар тарихыһының һөҙөмтәһе булып тора. Александр Фёдорович, көрәш революцияның теге йәки был «эксцестары» йәки «Керенскийҙың хөкүмәтенең ебегәнлеге» менән түгел, ә революцияның үҙе, ғөмүмән алғанда, Рәсәйҙәге яңы тәбиғилеге менән бәйлетип билдәләй[19].

Боланың һөҙөмтәләре

үҙгәртергә

Ғәскәрҙәр март анархияһына ҡайталар. Армияның һуғышҡа һәләтлеген тергеҙеү өсөн алты айлыҡ көрәше селпәрәмә килә. Офицерцар һалдаттар өсөн «корниловсылар»-реакционерҙар булып ҡала. Тәртип юғала. Корниловтың болаһы хатта большевиктарҙың хаинлығын да уҙҙыра. Полктарҙа һәм флотта большевистик ойошмалар июль ихтилалының тар-мар ителеүе өсөн реванш алалар — үҙ ҡулдарына комитеттарҙы алалар. 1 сентябрҙә Гельсингфорста «Петропавловск» броненосецында самосуд яһала: дүрт офицер — лейтенант Тизенко, мичмандар Михайлов, Кондыба һәм Кандратьев атып үлтерелә. «Петропавловск»иҙағы ваҡиғалар менән бер үк ваҡытта самосуд Выборгта ла була: һалдаттар өс генералды һәм бер полковниктыҡулға алалар һәм уларҙы һыуға батыралар (Корнилов менән хемәттәшлектә ғәйепләйҙәр). Бөтә фронт буйынса һалдаттар үҙ белдеге менән командирҙар составын ҡулға ала, офицерҙарҙы үлтерә башлайҙар. Корниловтың үҙен Могилевта ҡаты яза көтә. Ашығыс рәүештә ойошторолған һалдаттар отрядтары төрлө яҡтан Ставкаға табан йүнәләләр. Керенский генерал Алексеевҡа ғына өмөт бағлай[19].

Керенскийҙың фекеренсә, армияла тәртипте тергеҙеү булмаҫлыҡ мәсьәлә әйләнгән, армияны тиҙ арала таратырға, демобилизацияларға кәрәк. 12 сентябрҙә Юғары баш командующийҙың штабы начальнигы итеп — генерал Духонин, ә генерал-квартирмейсте итеп генерал Дитерихс тәғәйенләнәләр. Улар тиҙ арала армияның тамырынан үҙгәртеү планы өҫтөндә эшләй башлайҙар. Генерал Корниловты һәм уның ярандарын ҡулға алғандан һуң матбуғатта заговорсылар «оборона кампанияһын» ойошторолалар[19]:

Керенский 1917 йылдың октябрендә

үҙгәртергә

Керенский, Юғары баш командущий булып алғандан һуң, ваҡытлы хөкүмәттең структураһын тулыһынса үҙгәртә, Директория («Деловой кабинет») булдыра. Шулай итеп, Керенский бер үк ваҡытта хөкүмәт рәйесе һәм юғары баш командующий вазифаларын башҡара.

Үҙ ҡулдарында диктатор вәкәләттәрен туплаған Керенский сираттағы дәүләт түңкәрелешен башҡара — үҙен власҡа алып килгән Дәүләт Думаһын тарҡата һәм, Ойоштороу йыйылышының саҡырыуын көтөп тормайынса, Рәсәйҙе демократик республикаһы тип иғлан итә[20].

Хөкүмәткә булышлыҡ итеү маҡсатында кәңәшмә органы — 1917 йылдың 7 (20) октябрендә Рәсәй республикаһының Ваҡытлы советын (Предпарламент) булдыра. Петроградта 24 октябрҙәге хәлде «ихтилал хәле» тип баһалай һәм Предпарламенттан хөкүмәткә тулыһынса ярҙам итергә бойора. Предпарламенттың икеле-микеле резолюцияһынан һуң Петроградтан ғәскәрҙәр менән осрашыу өсөн сығып китә.

Керенский Ваҡытлы хөкүмәтте большевиктарҙың ихтилалынан яҡлауҙы ойоштормай. Һуңғы сиккә тиклем ул, барыһы ла Ваҡытлы хөкүмәттең контроль аҫтында, Петроградта ихтилалды баҫтырыу өсөн ғәскәрҙәр етерлек, тип яуаплай. 1917 йылдың 25 октябрь төнөндә (2 сәғәт 20 минутта) Духонинға казак частарын Петроградҡа ебәреү тураһында телеграмма ебәрелә. Һуңынан, эмиграцияла булған саҡта, Керенский, уның һәм Петроград хәрби округы штабының Петроградҡа Төньяҡ фронттан ғәскәрҙәрҙе Петрогардҡа ебәреү тураһындағы бойороҡтарына урындарҙа һәм юлда саботаж яһалған, тип аҡлана. Тарихсы Мельгунов документтарҙы тикшергәндән һуң бындай бойороҡтарҙын булмауын дәлилләй[21]. Керенский Ҡышҡы һарайҙан шәфҡәт туташы кейемендә (икенсе вариант - хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ кейемендә) ҡасҡан тигән версия таралған була. Үҙе Керенский, үҙенең ғәҙәттәге кейемендә (френчта) һәм үҙенең машинаһында, Ҡышҡы һарайҙан китеүен раҫлай. Юлда ҡаршыға эләккән һалдаттар һәм ҡыҙылгвардиясылар уны танып, ғәҙәттәгесә сәләмләп ҡалдылар, тип иҫләй. Дөйөм алғанда, Керенскийға Петроградтан сығып китеү өсөн ҙур ғына көс һалырға тура килә, сөнки бөтә вокзалдар был ваҡытҡа Петроград Хәрби-революцион комитеты контроле аҫтында була.

Краснов-Керенскийҙың Петроградҡа походы уңышһыҙлыҡҡа тарый[22]. Красновтың казактары бер нисә алыштан һуң 31 октябрҙә Гатчинала совет ғәскәрҙәре менән ваҡытлы килешеү төҙәләр. Генерал Красновтың 3-сө атлы корпусы Керенскийҙы яҡлауға атлығып тормай, ә большевиктар шул уҡ ваҡытта Петроградтың оборонаһын ойоштороу буйынса ҡыҙыу эшмәкәрлек алып баралар.

1917 йылдың авгусынан ноябргә тиклем Петроградта булған һәм Керенский менән осрашҡан «Сомервиль» британ йәшерен хеҙмәте агенты (яҙыусы Сомерсет Моэм) уға түбәндәге характеристикаһын бирә:

Положение России ухудшалось с каждым днём, … а он убирал всех министров, чуть только замечал в них способности, грозящие подорвать его собственный престиж. Он произносил речи. Он произносил нескончаемые речи. Возникла угроза немецкого нападения на Петроград. Керенский произносил речи. Нехватка продовольствия становилась всё серьёзнее, приближалась зима, топлива не было. Керенский произносил речи. За кулисами активно действовали большевики, Ленин скрывался в Петрограде… Он произносил речи[23].
 
Керенскийҙың 1918 йылда эмиграцияға китеүе

Власты большевиктар баҫып алғандан һуң

үҙгәртергә

Ноябрҙең 20-ләрендә Керенский Новочеркасскиҙа генерал А. М. Калединға килә, ләкин тегеһе уны ҡабул итмәй[24]. 1918 йылдың башында ул йәшерен рәүештә, Ойотштороу йыйылышында сығыш яһау ниәте менән, Петроградҡа килә, әммәэсерҙар етәкселеге, күрәһең быны кәрәкмәгән тип тапҡандар һәм Керенский Финләндияға китә. 1918 йылдың 9 (22) ғинуарында Совнаркомдың 4 (17) ғинуарындағы «Банктарҙа А. Ф. Керенскийҙың ағымдағы счеттарында ятҡан аҡсаларҙы тартып алыу тураһында» ҡарары сыға: Дәүләт банкыһында — 1 157 714 һум, Халыҡ-ара коммерция банкында — 317 020 һум[36]. 1918 йылдың ғинуар аҙағында Керенский ҡабаттан Петроградҡа, май башында — Мәскәүгә ҡайта, «Рәсәйҙе тергеҙеү союзы» менән бәйләнештәр булдыра. Чехословак корпусы сығышын башлағандан һуң, «Тергеҙеү союзы» уға Совет Рәсәйенә хәрби интервенцияһын ойоштороу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн сит илгә сығырға тәҡдим яһай[25].

Эмиграциялағы тормошо

үҙгәртергә
 
1938
 
1938

1918 йылдың июнендә Керенский серб офицеры рәүешендә Сидней Рейли оҙатыуында Рәсәй төньяғынан элекке Рәсәй империяһы сиктәре аша сыға. Лондонда ул Британия премьер-министры Ллойд Джордж менән осраша һәм лейбористар партияһының конференцияһында сығыш яһай. в Артабан ул Парижға юллана. Керенский Антанта яғынан Өфө директорияһы өсөн ярҙам алырға өмөт итә. 1918 йылдың ноябрендә Омскиҙағы түңкәрелештән һуң директория бөтөрөлә һәм Колчактың диктатураһы уранлаштырыла. Керенский Лондонда һәм Парижда Омск хөкүмәте өсөн ҡаршы агитация алып бара.

1920 йылдың фералендә ул, Кавказға Рәсәй демократик партияһынан ярҙам һорау өсөн барған саҡта, Баҡыла ҡулға алына[26]

Керенский Парижда сәйәси эшмәкәрлеген дауам итергә маташа, 19221932 йылдарҙа Советтарға ҡаршы йүнәлтелгән «Дни» гәзитен мөхәррирләй.

 
Лондонда Керенскийҙың ҡәбере

1968 йылда Керенский СССР-ға килергә рөхсәт алырға тырышып ҡарай[27]. СССР-ға килеү өсөн Керенский бер нисә шарт үтәргә тейеш була (Үҙәк комитеттың 1968 йылдың 13 авгусындағы документына ярашлы): Октябрь революцияһының законлығын; СССР хөкүмәте сәйәсәтенең дөрөҫлөгөн; Совет дәүләтенең 60 йыл эсендә совет халҡының уңыштарын таныу[28][29]. Керенский 1917 йылдағы октябрь ваҡиғаларын Рәсәй йәмғиәте үҫешенең логик тамамланыуы тип иҫәпләй (рус православие сиркәүе руханиһы А. П. Беликов хәтерләүенсә), әммә билдәһеҙ сәбәптәр буйынса Керенскийҙың Мәскәүгә визиты көтмәгәндә ғәмәлгә ашырылмай ҡала (Чехословакия ваҡиғалары арҡаһында булыуы ихтимал). Керенский бик ҡаты сирләй. Кеше көнлө булмаҫ өсөн ашауҙан баш тарта. Көрәш ике ай ярым дауамында бара. Тура мәғәнәһендә, Керенскийҙың үлемен үҙ-үҙенә ҡул һалыу тип һанап була[30]. 1970 йылдың 11 июнендә Нью-Йорк St. Luke’s дауаханаһында артериосклероз вафат була[31], спустя месяц после падения, повлекшего переломы локтя, шейки бедра, и вывих плеча[31]. Урындағы рус православие сиркәүе һәм серб православие сиркәүе уға йыназа уҡыуҙан баш тарталар, сөнки уны Рәсәйҙең емерелеүендә ғәйепле итеп һанайҙар[32]. Кәүҙәһен улы йәшәгән Лондонға алып киләләр һәм Putney Vale Cemetery зыяратында ерләйҙәр.

А. Ф. Керенский ғаиләһе ағзалары

үҙгәртергә
  •     Апаһы Елена Федоровна Керенская (1878—1938),Ҡаҙанда тыуған, партияһыҙ, врач-хирург, Ленинградта йәшәй. 1922, 1935, 1937 йылдарҙа ҡулға алына. 1935 йылда һөргөнгә Ырымбурға ебәрелә. 1938 йылда 2 февралендә Ырымбурҙа атып үлтерелә. 
  •   беренсе ҡатыны (1904 йылдан) — Ольга Львовна Керенская (ҡыҙ фамилияһы Барановская, 1884—1975), ның ҡыҙы[33].
  •     Владимир Львович Барановский (1882—1931, Ольга Львовнаның ҡустыһы) — генерал-майор, Мәскәү юғары уҡыу йорттарында хәрби кафедраларҙа эшләй. Репрессиялана. Гулагта үлә.
  •   Улдары Олег Александрович һәм Глеб Александрович Керенскийҙар. Олег Александрович (1905—1984), инженер-күпер төҙөүсе.Уның проекттары буйынса Великобританияла һәм башҡа илдәрҙә бик күп күпер төҙөлә, уның ҡатнашлығында — Сиднейҙа билдәле Харбор-Бридж күпере Стамбулда Босфор проливы аша эленеп торған күпер. О. А. Керенский Британия империһы командоры титулына лайыҡ була. 1980 йылдарҙан һәр ике йыл һайын Британия Структуралы Инженерия Институты базаһында халыҡ-ара ғилми конференциялар үткәрелә — «Керенский уҡыуҙары». Глеб Александрович (1907—1990) инженер-төҙөүсе була, әммә ағаһы һымаҡ иҫ киткес уңыштар ҡаҙанмай.
  • Олег Олегович Керенский- ейәне (1930—1993) — яҙыусы, публицист, балет һәм театр тәнҡитсеһек, «Мир балета» (1970), «Анна Павлова» (1973), «Новая британская драма» (1977) китаптары авторы. Рудольф Нуриевтың бик яҡын дуҫы була. 1981 йылда Ҡыҙылдар» американ фильмында төшә.
  • Икенсе ҡатыны (1939 йылдан) — Лидия (Тереза-Нелль) Триттон (1899—1946). А. Ф. Керенскийға Францияла «Новая Россия» публицистик журналын сығарыуҙа ярҙамлаша. Австралияла ерләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. https://biografiasampo.fi/henkilo/p2583
  3. Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. KlingeSuomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
  4. 4,0 4,1 4,2 Alexander F. Kerenski // Munzinger Personen (нем.)
  5. Alexander Kerensky // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Aleksandr Kerenskij // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  7. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  8. Deutsche Nationalbibliothek Record #118721909 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  9. «Наша фамилия от реки Керенки. Ударение делается на первом слоге, а не на втором, как это часто делают у нас, в России, и за границей». — Керенский А. Ф. Россия на историческом повороте. Цит. по: Керенский А. Ф. Потерянная Россия. — М.: ПРОЗАиК, 2014. — ISBN 978-5-91631-205-8.
  10. Ке́ренский: Большая советская энциклопедия (1969—1978)
  11. Флоренция Леонидовна Агеенко, Майя Владимировна Зарва. Словарь ударений для работников радио и телевидения / Под ред. Д. Э. Розенталя. — 5-е изд., перераб. и доп. — М.: Русский язык, 1984. — С. 610. — 811 с.
  12. В современной правлению А. Ф. Керенского русской поэзии распространено произношение Кере́нский, и только в единичных случаях — Ке́ренский:
  13. Борис Иванович Колоницкий. Александр Керенский как «жертва евреев» и «еврей». Еврейский обозреватель (февраль 2008 3/166—4/167). Дата обращения: 14 декабрь 2013.
  14. Савелий Дудаков. Ленинъ как Мессия. 2007.
  15. Список присяжных поверенных округа Санкт-Петербургской судебной палаты и их помощников к 31 ғинуар (13 февраль1914 г. Санкт-Петербург, 1914. — С.121.
  16. Утехин С. В. Интервью
  17. Романов А. Ф. Император Николай II и Его Правительство (по данным Чрезвычайной Следственной Комиссии). // Русская летопись. Кн. 2.(недоступная ссылка) Париж, 1922. С. 7.
  18. Февральская революция и падение самодержавия. Временное правительство | Виртуальная выставка к 1150-летию зарождения российской государственности 2014 йыл 29 март архивланған.
  19. 19,0 19,1 19,2 Керенский А. Ф. Потерянная Россия.- М.:ПРОЗАиК,2014.- 511 с.
  20. Февральская революция и падение самодержавия. Временное правительство | Виртуальная выставка к 1150-летию зарождения российской государственности 2015 йыл 12 февраль архивланған.
  21. Мельгунов, С. П. Как большевики захватили власть. «Золотой немецкий ключ» к большевистской революции / С. П. Мельгунов; предисловие Ю. Н. Емельянова. — М.: Айрис-пресс, 2007. — 640 с. + вклейка 16 с. — (Белая Россия). ISBN 978-5-8112-2904-8, стр. 151
  22. Краснов П. Н. На внутреннем фронте // Архив русской революции, Берлин, 1922.
  23. Уильям Сомерсет Моэм. Собрание сочинений в 5 томах. Том 4. «Эшенден, или Британский агент» (1928), стр. 275. М: «Художественная литература», 1993
  24. Энциклопедия Кругосвет.
  25. Короткевич B.И. Состав и судьба членов последнего Временного Правительства // Ленинградский юридический журнал. 2007. № 3-9. С. 138—169.
  26. Hemeroteca Digital. Biblioteca Nacional de España. hemerotecadigital.bne.es. Дата обращения: 7 ноябрь 2017.
  27. Е. Улько, Возможности не представилось, «Родина», 1992, № 5.
  28. Там же.
  29. ЦХСД, ф. 4, оп. 20, д. 1126, л. 10—13.
  30. Кречетников А. Керенский — «герой улыбающейся революции». Русская служба Би-би-си (6 март 2008). Дата обращения: 17 декабрь 2012. Архивировано 19 декабрь 2012 года.
  31. 31,0 31,1 BBC: Александр Керенский — человек, который не арестовал Ленина.
  32. Пермский след Керенского 2014 йыл 1 февраль архивланған..
  33. Весь Петроград на 1917 год, адресная и справочная книга г. Петрограда. — Петроград: Товарищество А. С. Суворина – «Новое время», 1917. — С. 308. — ISBN 5-94030-052-9.
  • Владимирович Е. А. Ф. Керенский — народный министр. Книгоиздательство «Власть народа» М. И. Рудмана. Одесса. 1917.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Алдан килеүсе:
Министр юстиции Российской империи
Н. А. Добровольский
Министр юстиции Временного правительства России
1917
Һуңынан килеүсе:
П. Н. Переверзев
Алдан килеүсе:
Георгий Евгеньевич Львов
Министр-председатель Временного правительства России

 
21 июля 1917 — 8 ноября 1917

Һуңынан килеүсе:
Алдан килеүсе:
Георгий Евгеньевич Львов
Глава правительства России

 
21 июля 1917 — 8 ноября 1917

Һуңынан килеүсе:
Глава Правительства России;
Председатель Совета народных комиссаров РСФСР

Владимир Ильич Ленин

Ҡалып:Рәсәй Премьер-министрҙары

Ҡалып:Рәсәй Хәрби ведомстволары етәкселәре Ҡалып:Беренсе донъя һуғышында Рәсәй Юғары баш командующийҙары