Бикмәев Михаил Әхмәт улы

Бикмәев Михаил Әхмәт улы (4 май 1954 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡтыусыһы. Полковник (2003). Тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2009). Хәрби фәндәр академияһы академигы.

Михаил Әхмәт улы Бикмәев
Тыуған көнө

4 май 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Благовар районы, Тайнаш ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тарих

Эшләгән урыны

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты

Альма-матер

В. И. Ленин исемендәге Хәрби‑сәйәси академияһы

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары

Орден святого благоверного великого князя Димитрия Донского III степенимиҙалдар

Бикмәев Михаил Әхмәт улы, тарих фәндәре докторы, тарихсы-ғалим

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Әхмәт улы Бикмәев 1954 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ы Благовар районы Ҡашҡалаша ауылында тыуған.

1977 йылда Свердловск юғары хәрби‑сәйәси училищеһын тамамлай.

1977—1983 йылдарҙа Белоруссия хәрби округының Борисов ҡалаһында дислокацияланған 45‑се күнекмә танк дивизияһында хеҙмәт итә[1].

1986 йылда Мәскәүҙәге В. И. Ленин исемендәге Хәрби‑сәйәси академияны тамамлай.

1986—1990 йылдарҙа Төркөстан хәрби округының Ҡушҡа ҡалаһында дислокацияланған 5‑се мотоуҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. 1989 йылда Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙа ҡатнаша[2].

1990—1992 йылдарҙа Төркөстан хәрби округының Гөлистан ҡалаһында дислокацияланған Һырдаръя өлкә хәрби комиссариатының хәрби комиссар урынбаҫары вазифаһын башҡара[1]. 1991 йылда СССР Генераль штабының үҙәк курстарын тамамлай. 1992 йылдан һаулығы буйынса запасҡа сыға.

1993 йылдан Өфө ҡалаһы 130‑сы урта мәктәбенең директор урынбаҫары вазифаһын үтәй. Башҡортостан Республикаһының Хәрби дан музейын ойоштороуҙа ҡатнаша.

1997—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. «Военный вклад Башкортостана в победу в Великой Отечественной войне» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, «тарих фәндәре кандидаты» дәрәжәһен ала.

2003 йылдан Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының тарих һәм йәмғиәт белеме кафедраһы мөдире булып эшләй[1].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы булып тора, улар башлыса Башҡортостандың хәрби тарихына бағышланған. Гәзит-журналдарҙа (шул иҫәптән «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш» һ.б.) мәҡәләләр баҫтырып сығара.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Военный вклад Башкортостана в Победу в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. — Уфа : Уфим. полигр. комбинат, 1997. — 145 с. — ISBN 5-85051-075-3.
  • Башкортостан — кузница офицерских кадров. — Уфа, 1998. — 120 с. — ISBN 5-85051-105-9.
  • История Военного комиссариата Республики Башкортостан. — Уфа : Уфим. полиграфкомбинат, 1998. — 125 с. — ISBN 5-85051-092-3.
  • Советско-Финляндская война, 1939—1940 : Факты, события, люди и безвозвратные потери Башкортостана. — Уфа, 1999. — 211 с. — ISBN 5-86373-009-9.
  • История Уфимского пехотного училища : Монография : К 425-летию города Уфы. — Уфа : Уфим. полиграфкомбинат, 1999. — 111 с. — ISBN 5-85051-139-3.
  • Башкортостан в годы Второй мировой войны, 1939—1945. — Уфа, 2000. — 350 с. — ISBN 5-85051-169-5.
  • Башкирская АССР в период Второй мировой войны. 1939—1945 гг. : Изучение исторического опыта обеспечения защиты Отечества : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 2004. — 446 с.
  • История создания и боевой путь 1292-го Башкирского истребительно-противотанкового артиллерийского полка имени Салавата Юлаева / М. А. Бикмеев. — Уфа : Изд-во БИРО, 2004. — 17 с. — ISBN 5-7159-0508-7.
  • Школьные музеи Архангельского района Республики Башкортостан : Метод. рекомендации. — Уфа : Изд-во БИРО, 2004. — 23 с. — ISBN 5-7159-0418-8.
  • Исторический опыт военно-организационной и мобилизационной работы Башкирской АССР периода Второй мировой войны : монография. — Уфа : БИРО, 2005. — 246 с. — ISBN 5-7159-0446-3.
  • Дивизии Башкортостана на фронтах Великой Отечественной войны. — Уфа : изд-во БИРО, 2005. — 87 с. — ISBN 5-7159-0484-6.
  • Классные часы по теме «Великая Отечественная война». — Изд. 2-е, стер. — Уфа : Изд-во БИРО, 2005 (Ризограф Изд-ва БИРО). — 20 с. — ISBN 5-7159-0516-8.
  • Школьные музеи Башкортостана, их задачи, роль и значение в совершенствовании образовательной системы республики : [учебно-методическое пособие] / Башкирский ин-т развития образования. — Уфа : БИРО, 2006. — 82 с. — ISBN 5-7159-0331-9.
  • Вклад Башкортостана в развитие Военно-морского флота России. — Уфа : ДизайнПолиграфСервис, 2008. — 118 с. — ISBN 978-5-94423-144-4.
  • Календарь памятных дат и событий военной истории Башкортостана. — Уфа : Китап, 2010. — 165 с. — ISBN 978-5-295-05056-5.
  • Ветераны остаются в боевом строю. — Уфа : Китап, 2012. — 118 с. — ISBN 978-5-295-05563-8.
  • Военные комиссары Башкортостана. — 2-е изд., испр. — Уфа : ИНЕШ, 2013. — 118 с. — ISBN 978-5-903622-26-9.
  • Примерная программа по предмету «История» для общеобразовательных учреждений Республики Башкортостан (региональный компонент). 5-9 классы. — Уфа : Китап, 2013. — 183 с. — ISBN 978-5-295-05807-3.
  • В авангарде ветеранского движения Башкортостана. — Уфа : Белая река, 2017. — 127 с. — ISBN 978-5-87691-139-1.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Бикмәев Михаил Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Нафикова Альфия. Настоящий полковник. Республика Башкортостан (16 июнь 2007). Дата обращения: 21 март 2018.(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Благоварская земля: Годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — С. 203.

Һылтанмалар үҙгәртергә