Мазунов Виктор Александрович
Мазунов Виктор Александрович (4 май 1942 йыл — 4 март 2011 йыл) — ғалим-физик. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (2002). 1966 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы һәм хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, 1978 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1985 йылдан — Физика һәм математика бүлегенең лаборатория мөдире, 1994 йылдан — Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының директор урынбаҫары, 1996 йылдан — директоры, 2007 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1994—2005 йылдарҙа шунда уҡ лаборатория мөдире, 1995—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Физика-математика фәндәре бүлегенең академик секретары, 1998—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы.
Мазунов Виктор Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 май 1942 |
Тыуған урыны | Исилькуль[d], Исилькульский район[d], Омск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 март 2011 (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәВиктор Александрович Мазунов [1] 1942 йылдың 4 майында Омск өлкәһенең Исилькүл станцияһында тыуған.
1965 йылда Мазунов Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Виктор Александрович Мазуновтың эш урындары: «Востокнефтезаводмонтаж» тресы слесарь-монтажсыһы (1959—1960); БДУ-ның органик химия институтында өлкән техник, инженер (1964—1966); Химия институтының (һуңыраҡ ОФМ) кесе (1969—1978), өлкән (1978—1985) ғилми хеҙмәткәре; СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы ОФМ лабораторияһы мөдире (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты, 1985—2004), директор урынбаҫары (1995—1996), директор вазифаһын башҡарыусы (1996—1997), директоры (1997—2007), 2007 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының баш ғилми хеҙмәткәре; Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының физика-математика фәндәре бүлеге академик-секретары вазифаһын башҡарыусы (1995—2006).
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1998), уның физика-математика фәндәре бүлегендә (секторы) тора.
Мазуновтың ғилми эштәр өлкәһе: химик физика, түбән температуралы плазма физикаһы; тәбиғәт фәндәре тарихы, молекуляр спектроскопия. Ул яңы физик күренеш аса — оҙаҡ йәшәүсе тиҫкәре молекуляр иондар. Шул уҡ ваҡытта уларҙың йәшәү ваҡыты үлсәнгән һәм тарҡалмайынса электрондарҙы эләктереп алыу механизмы асыҡланған.
Мазуновтың уҡыусылары араһында 6 фән докторы һәм 1 фән кандидаты бар.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәВ. Мазунов — 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:
- Масс-спектрометрия резонансного захвата электронов: метод и ретроспективный обзор. Уфа: БФАН СССР, 1987 (авторҙаш).
- О возможности электронного возбуждения в процессе электронного захвата тепловых электронов молекулами // Докл. АН СССР. 1990. Т. 315, № 4. С. 657—641 (авторҙаш).
- Плазменные колебания в молекулах фуллеренов при электронном захвате // Письма в ЖЭТФ. 2005. Т. 81, № 4. С. 207—211 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы,
- Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумының Почёт грамотаһы,
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының К. П. Краузе исемендәге премияһы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мазунов Виктор Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2022)
- http://www.anrb.ru/blog/category/25
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Скончался Виктор Александрович Мазунов — RУФА.ru. Проверено 17 января 2013. 28 января 2013 года.