31 август
көнө
(31 августа битенән йүнәлтелде)
31 август — григориан стиле буйынса йылдың 243-сө (кәбисә йылында 244-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 122 көн ҡала.
31 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
31 август Викимилектә |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Традицион Африка медицинаһы көнө.
- АҠШ: Саф һауала ашау көнө.
- Ҡырғыҙстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Малайзия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Молдова: Дәүләт теле көнө.
- Польша: Теләктәшлек һәм азатлыҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Аттар көнө.
- Үзбәкстан: Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- АҠШ: Яусы (димсе) көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Сингапур: Уҡытыусылар көнө.
- 1386: Дон йылғаһы үҙәнендәге Куликово яланында рус ғәскәрҙәре Алтын Урҙа төмәне Мамайҙың ғәскәрен тар-мар итә.
- 1735: Үҫәргән башҡорттарының ерҙәрендә, Яйыҡ буйында (Ур йылғаһының тамағында) Ырымбур ҡәлғәһенә (хәҙер Орск) нигеҙ һалына.
- 1892: Рәсәй империяһы меценаты Павел Третьяков үҙе йыйған рәсемдәр галерияһын Мәскәү ҡалаһына биреүе тураһында иғлан итә.
- 1900: Бөйөк Британияла «Кока-Кола» эсемлеге һатыуға сығарыла.
- 1914: Рәсәй императоры Николай II фарманы менән Санкт-Петербург ҡалаһының исеме «Петроград» итеп үҙгәртелә.
- 1925: СССР-ҙа дөйөм башланғыс белем биреүҙе индереү тураһында декрет ҡабул ителә.
- 1937: Хәҙерге Бөтә Рәсәй дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәтсәндәре һөнәри союзының Башҡортостан республика ойошмаһы эшләй башлай.
- 1939: Халхин-Гол йылғаһы буйындағы СССР—Япония хәрби конфликты тамамлана.
- 1993: Мәскәүҙә Рәсәйҙең беренсе авиация-космос салоны асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мөхәмәтшин Рәшит Әмир улы (1950), иретеп йәбештереүсе. 1969—2008 йылдарҙа хәҙерге «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәтенең электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы.
- Ҡапҡаева Илүзә Эрик ҡыҙы (1955), журналист, педагог. 1985 йылдан «Вечерняя Уфа» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылға тиклем бүлек мөдире, 2001 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары, 2008 йылдан — мөхәррирҙең беренсе урынбаҫары; бер үк ваҡытта 2007 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005). Шәһит Хоҙайбирҙин (1997) һәм М. Аҡмулла исемендәге (2008) премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Мари Һыуыҡһыуы ауылынан.
- Әбүшахманов Ринат Әхтәм улы (1980), балет артисты, балетмейстер һәм хореограф. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Гәрәева Фая Сәхип ҡыҙы (1931—10.09.2001), бейеүсе. 1951—1971 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1981—1986 йылдарҙа — художество етәксеһе. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Вена, 1959) лауреаты.
- Байков Арсен Радик улы (1981), спортсы. Өфөнөң «Геракл» спорт клубының пауэрлифтинг буйынса тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Студенттар араһында Рәсәй чемпионы (1999, 2002—2003), Донъя кубогының (2003) һәм Рәсәй чемпионатының (2001) көмөш призёры, үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемпионы (2004). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Березовский Пётр Александрович (1917— ), иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан «Башнефть» производство берекмәһенең инженер-иҡтисадсыһы, 1963—1983 йылдарҙа — генераль директор урынбаҫары. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған иҡтисадсыһы. СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1972). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1977), 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1943) ордендары кавалеры.
- Шаммазов Айрат Минһаж улы (1947), ғалим-инженер-механик. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1989 йылдан — проректор, 1994—2014 йылдарҙа — ректор. 2006—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты. Башҡортостан Республикаһының икенсе—дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, техник фәндәр докторы (1986), профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге ике премияһы лауреаты, СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1985), Почёт ордены кавалеры (2007).
- Ғилметдинова Зөләйхә Зәки ҡыҙы (1952), педагог, йәмәғәтсе. 1984 йылдан Салауат ҡалаһының 18-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1995 йылдан 23-сө урта мәктәп директоры урынбаҫары, 2000 йылдан — уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2011) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006). «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы (2006), «Иң яҡшы профсоюз лидеры» республика конкурсы (2000) еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Таймый ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сибагатуллин Ростислав Имамович (1923—2.07.2016), СССР-ҙың хәрби начальнигы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Отставкалағы гвардия генерал-майоры, Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ветерандарҙың Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһының Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитетының элекке бюро ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө дәрәжә «Ватанға СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәте өсөн» һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән Украинаның Хмельницкий өлкәһе Шепетовка ҡалаһынан.
- Краснов Сергей Борисович (1948), рәссам. Рәсәй художество академияһы академигы (2007). 1976 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2008). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1988).
- Хохрякова Лидия Николаевна (1958), Краснокама районының үҙәк район мәҙәниәт йортоноң «Березонька» халыҡ вокал ансамбле хормейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Грубе Александр Васильевич (1894—4.10.1980), СССР скульпторы, уҡытыусы. 1942—1944 йылдарҙа Белорус ССР-ы Рәссамдар союзының идара рәйесе. Белорус ССР-ының атҡаҙанған (1942) һәм халыҡ (1944) рәссамы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Баженов ауылынан.
- Антипин Виктор Николаевич (1929—30.11.2010), именлек һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1958—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәре, комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары. Полковник. 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Именлек Советы секретары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе; СССР-ҙың почётлы дәүләт именлеге хеҙмәткәре. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Грибов Вячеслав Викторович (1949), йырсы, 1974–1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының хор артисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1749: Александр Радищев, 18-се быуат Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1810: Екатерина Бакунина, Рәсәй империяһының шәфҡәт туташы, XIX быуаттың ике һуғышында ҡатнашыусы.
- 1850: Александр Шимановский, Рәсәй империяһы этнографы, фольклорсы.
- 1853: Алексей Брусилов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-кавалерист, Ҡыҙыл Армияның атлы ғәсҡәрҙәре инспекторы.
- 1855: Всеволод Руднев, Рәсәй империяһы адмиралы, «Варяг» крейсеры командиры.
- 1870: Мария Монтессори, Италия педагогы, илдең беренсе ҡатын-ҡыҙ табибы.
- 1874: Вячеслав Менжинский, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, финанс халыҡ комиссары һәм 1926—1934 йылдарҙа ОГПУ етәксеһе.
- 1905: Федор Зигмунд, СССР-ҙың ғалим-механигы, Ҡазан химия технология һәм Ҡазан төҙөүсе инженерҙар институтының элекке уҡытыусыһы.
- 1915: Шакир Абилов, СССР һәм Рәсәй ғалимы, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районында тыуып, Татарстанда эшләгән әҙәбиәт белгесе.
- 1932: Роман Ткачук, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977).
- 1936: Владимир Орлов, СССР яҙыусыһы, драматург, профессор, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- 1940: Геннадий Васильев, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист.
- 1945: Ван Моррисон, Ирландия музыканты, рок-вокалсы һәм мультиинструменталист.
- 1945: Ицхак Перлман, Израиль һәм АҠШ музыканты, скрипкасы, дирижёр һәм педагог.
- 1945: Леонид Попов, СССР космонавы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1975: Игорь Богомазов, Рәсәй йырсыһы, «Отпетые мошенники» төркөмөнөң элекке ағзаһы, йыр текстары авторы.
- 1980: Александр Попов, Рәсәй хоккейсыһы, донъя чемпионы (2012).
- 1941: Марина Цветаева, СССР шағиры.
- 1967: Илья Эренбург, СССР яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре,
- 2011: Равмер Хәбибуллин, СССР-ҙың дәүләт, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1987—1990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе.
- 2012: Сергей Соколов, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1978), Советтар Союзы Геройы, 1984—1987 йылдарҙа СССР-ҙың оборона министры.