Краснов Сергей Борисович
Краснов Сергей Борисович (31 август 1948 йыл — 16 июнь 2020 йыл) — рәссам. Рәсәй художество академияһы академигы (2007). 1976 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2008). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1988).
Краснов Сергей Борисович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 31 август 1948 |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 16 июнь 2020 (71 йәш) |
Һөнәр төрө | рәссам |
Жанр | пейзаж[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Борисович Краснов 1948 йылдың 31 авгусында Өфөлә тыуған. Олатаһы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан. Цусимда һуғышҡан. Краснов белемде Өфөнөң 2-се педагогия училищеһының сәнғәт бүлегендә алған (хәҙер колледж). 1978 йылдан 1981 йылға тиклем СССР художество академияһы ижади оҫтаханаларында академик Е. А. Кибрик һәм О. Г. Верейскийҙарҙа эшләгән.
Сергей Борисович — башҡорт һынлы сәнғәт академияһы кураторы.
Өфө дәүләт сервис институты дизайн факультетының Дәүләт имтихандары комиссияһы рәйесе.
1999 йылда галерея хеҙмәткәре Александр Глезер саҡырыуы буйынса Нью-Йорк ҡалаһына бара. Сәфәре һөҙөмтәһендә «Идолы на Гудзоне» картинаһы яҙыла[1].
Рәссам 2020 йылдың 16 июнендә Өфөлә вафат була[2].
С. Б. Красновтың ҡыҙы, Мария Краснова — Шабаева (1981 й.), Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика бүлегендә, хәҙерге заман сәнғәт проблемалары институтында белем алған (2007), рәссам. Ул Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә 30-ҙан ашыу күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Маша хәҙер Голландияла йәшәй һәм эшләй[3].
Ижады
үҙгәртергәКрасновты "фантастик реализм" вәкиле тип һанайҙар, ул аэроландшафт оҫтаһы, интеллектуаль һынлы сәнғәт яҡлы, әҫәрҙәрендә, мифологиянан һәм фольклорҙан башлап ғаләмдең төҙөлөшө һәм килеп сығышын аңлатҡан хәҙерге фәнни гипотезаларға тиклем рәссамдың мәғлүмәтлелеге һиҙелә.
Уның иң билдәле картиналары: Воспоминание об Италии,[4] Сентябрь, 1975г, «Атомный город»[5], 1986 г. , Давид и Голиаф. Холст. Масло., 1995 г., Кафе «Ящерица». 1995 г., Ода взлетевшему острову. 1984 г.[6], Тайный сад герцогини Баттиста Сфорца, Утро в Венеции, Архипелаг Шишкина[7]. 2003, Автопортрет,[8] 1982.
1990 йылда рәссамдың дини-фәлсәфәүи йүнәлешле ижади эштәре барлыҡҡа килә: «Святой Иероним», «Свечение головы Иоанна Крестителя», «Иоанн. Год 91-й», «Вознесение церкви», «Преображение Святого Андрея»
Сергей Красновтың әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, М. А. Врубель исемендәге Омск өлкә һынлы сәнғәт музейында, Удмурт Республикаһының (Ижевск) һынлы сәнғәт музейында, РФ Рәссамдар союзы дирекцияһы күргәҙмәһендә (Мәскәү), сит илдә Рус музейында (Монжерон, Франция), заманса рус сәнғәте музейында (Джерси-Сити, АҠШ), Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларҙа (шул иҫәптән Ди Роза тупланмаһында — Монтегранаро, Италия, шулай уҡ Австрия, Германия, Голландия, Израиль, Испания, АҠШ, Франция) һаҡлана.
Башкирия, земля моя. линогравюралар серияһы‚ 1966—1969. Уфимский кремль, линогравюра, 1969.
«Женщины Башкирии» китабын биҙәгән, Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. «Мальчиш-Кибальчиш» китабын биҙәгән, Башҡортостан китап нәшриәте‚ 1977.
Күргәҙмәләре
үҙгәртергәКраснов Сергей Борисович ҡатнашлығындағы күргәҙмәләр
Республика күргәҙмәләр, Өфө, 1972 йылдан алып бөтәһендә лә.
Зона күргәҙмәһе «Социалистик Урал»: Өфө, 1974.
БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең Ҡарағалпаҡ АССР-ында декада күргәҙмәләре, Нукус, 1976.
Йәш рәссамдарҙың Бөтә Рәсәй күргәҙмәләре, Мәскәү, 1972. «Совет Рәсәйе-5» Бөтә рәсәй күргәҙмәһе, Мәскәү, 1975.
«Рәсәй йәшлеге», Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, Мәскәү, 1976.
Бөйөк Октябрҙең 60-йыллығына арналған Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт күргәҙмәһе, Мәскәү, 1977.
Йәш рәссамдар әҫәрҙәренең Бөтә Союз күргәҙмәһе, Мәскәү, 1972.
Йәш рәссамдар әҫәрҙәренең Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, Мәскәү, 1976.
«Хеҙмәткә дан», Бөтә Союз рәссамдар күргәҙмәһе, Мәскәү, 1976.
«Ил йәшлеге», Бөтә Союз һынлы сәнғәт күргәҙмәһе, Мәскәү, 1976.
Бөйөк Октябрҙең 60-йыллығына арналған «Ленин юлы буйлап» Бөтә Союз һынлы сәнғәт күргәҙмәһе, Мәскәү, 1977.
СССР һәнлә сәнғәт академияһы ҡарамағында йәш рәссамдар әҫәрҙәренең Бөтә Союз күргәҙмәһе, Мәскәү, 1977.
ГДР-ҙа БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Галле, 1975.
Болгарияла йәш рәссамдар әҫәрҙәре Халыҡ-ара күргәҙмәһе. София, 1976.
СССР сәнғәт академияһынан йәш рәссамдар әҫәрҙәре күргәҙмәһе, ГДР, Берлин, 1976
Өфө, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы. 1982, 1988
Өфө, Башҡортостан Республикаһының фәндәр академияһы (УНЦ УО РАН) 1984, 1985
Монтегранаро, Италия, Муниципаль галерея 1992
Чивитанова-Марке, Италия, «Тавалоцца» галереяһы, 1992
Өфө, «Сәнғәт» галереяһы, 1994
Мәсәкү, РФ һынлы сәнғәт академияһы, 1997
Джерси-Сити, АҠШ, заманса рус сәнғәте музейы. 1998
Мәскәү, ЦДХ 1999
Мәскәү, "Три «Т» студияһы (Никита Михалковта), 1999
Мәскәү, МСИ 2000
Милләттәр йорто, Мәскәү, 2002
Рәсәй Дәүләт Думаһы. Мәскәү, 2002
«Сны Евы» «Мираҫ» галереяһы, Өфө, 2003
Халыҡ-ара күргәҙмә, Merc Art. Швейцария, Лугано, 2004
Мәскәү, «Сергей Краснов һәм уның дуҫтары» күргәҙмәһе, 2008
Бүләктәре һәм премиялары
үҙгәртергәРәсәй сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы (2007)[9].
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1998).
Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2008).
1976 йылдан алып Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы
«Март» ижади төркөмө ағзаһы (1989—1993 йй.).
Ғәлимов Сәләм исемендәге Башҡортостан комсомолы республика премияһы лауреаты. (1987). ВЛКСМ-дың Үҙәк комитеты премияһы (1976, Мәскәү) һәм СССР сәнғәт академияһының премияһы лауреаты (1977).
СССР ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы (совет космонавтикаһының 20 йыллығына арналған күргәҙмә, 1981). Һуңғы йылдарҙағы әҫәрҙәре өсөн Рәсәй сәнғәт академияһының көмөш миҙалы (2002 й.), улар араһында «Кора с острова Амфоры», «Парк Суфорца», «Черная птица императора Нерона» картиналары бар.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергәШағир Евгений Евтушенко үҙенең әҫәрҙәр йыйынтығы баҫмаһын биҙәү өсөн Краснов портреттарын ала, уларҙы бөтә эштәрҙән дә иң уңышлыһы тип һанай.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1979
- Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1964.
- Ж. «Искусство», 1976, № 12. А.Рожин; Молодость России.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/3701/ser-krasn.2/0_122d9_2a7e783f_orig
- ↑ В Уфе умер художник с мировым именем Сергей Краснов. Молодежная газета, 16 июня 2020 года 2020 йыл 16 июнь архивланған.
- ↑ Мария Краснова-Шабаева продажа современного искусства, живопись, графика, фотография, объекты — artodox.com Мария Краснова-Шабаева, , artodox.com продажа современного искусств …
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/3813/ser-krasn.3/0_1ddf5_40450d37_orig
- ↑ Сергей — «Сергей Краснов. Атомный город. 1986 год.jpg» на Яндекс. Фотках
- ↑ http://galleryelf.com/images/krasnov/04.jpg(недоступная ссылка)
- ↑ http://alocvet.narod.ru/events/shishkin/arh_sh.jpg
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/3610/ser-krasn.0/0_104cf_7b7f2648_orig
- ↑ Российская академия художеств | КРАСНОВ Сергей Борисович (недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://galleryelf.com/index-2-krasnov.html(недоступная ссылка)
- http://fotki.yandex.ru/users/ser-krasn/?ncrnd=5731 Картины С. Краснова