Дон
Дон (бор. грек. Τάναις — Танаис[1]) — Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылға. Оҙонлоғо — 1870 км, бассейн майҙаны — 422 000 км²[2].
Дон | |
---|---|
Воронеж өлкәһендәге Дон | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1870 км |
Бассейн | 422 000 км² |
Һыу сығымы | 680 м³/с (тамағында (Раздорская ст.)) |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Новомосковск ҡ. (Тула өлкәһе), Урта урыҫ ҡалҡыулығы |
· Бейеклеге | 180 м |
· Координаталар | 54°00′44″ с. ш. 38°16′40″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Азов диңгеҙенең Таганрог ҡултығы |
· Урынлашыуы | Азов ҡ. (Ростов өлкәһе) |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 47°05′11″ с. ш. 39°14′19″ в. д.HGЯO |
Йылға ауышлығы | 0,096 м/км |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Азов диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
РДҺР | 05010100312107000000014 |
— инеше, — тамағы | |
Дон Викимилектә |
Дондың инеше Урта урыҫ ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөндә, бейеклеге диңгеҙ кимәленән яҡынса 180 м тәшкил иткән Тула өлкәһенең Новомосковск ҡалаһында урынлашҡан[3][4][5].
Донда миллионлы ике ҡала бар: Дондағы Ростов, Воронеж — Воронеж йылғаһының Дон йылғаһына ҡойған урынында.
Атамаһының килеп сығышы
үҙгәртергәДон атамаһының тамыры арий теленә барып тоташа *dānu-: авест. dānu «йылға», иҫке һинд теле dānu «тамсы, ысыҡ, һарҡынты шыйыҡса»[6][7]. Йылғаның русса атамаһы — шул уҡ тамырлы скиф-сармат һүҙе dānu. Скиф-сармат теленең вариҫы булған осетин телендә дон («йылға, һыу») тигән һүҙ бар. В. И. Абаев фекеренсә, «дāн → дон күсеүе XIII—XIV быуаттарҙа булған. Ул саҡта осетиндар (аландар) Рәсәйҙең көньяғында күпләп йәшәмәй. Шуға күрә рус формаһы Донды хәҙерге осетин доны менән туранан-тура бәйләп булмай»[7], был һүҙҙәр скиф-сармат теле аша ҡәрҙәш.
Тарихи Алания өлөштәренең береһе булған Осетияла бөгөнгәсә бөтә йылғалар ҙа аҙағында — дон морфемаһы менән яҙыла: Ардон, Фиагдон, Урсдон, Кармадон һ. б. Днепр, Днестр, Донец йылғалары һәм, бәлки, Дунай ҙа оҡшаш скиф-сармат эсығышлы[8][9], сөнки улар скифтар йәшәгән территорияларҙа урынлашҡан.
Донец — Дон атамаһының боронғо рус телендә барлыҡҡа килгән иркәләү-кесерәйтеү формаһы. Был атама менән бер нисә йылға бар, уларҙың күбеһе Дон бассейнында: Төньяҡ Донец, Липовый Донец, Үле Донец, Сажной Донец, Ҡоро Донец. Донец — Уда йылғаһының боронғо урыҫ (X—XIV быуаттар) атамаһы.
Боронғо атамаһы
үҙгәртергәБоронғо авторҙар, шул иҫәптән Геродот, Донды Танаис тип атай (боронғо грек. Τάναϊς)[10]. Геродот, ә һуңыраҡ Страбон да Танаисты төньяҡ өлкәләрҙән аҡҡан йылға тип һүрәтләй. Страбон Феофан Митиленскийҙың Танаистың башы Кавказда, тигән фекерен хаталы тип һанай[11].
Тарихы
үҙгәртергәҠара диңгеҙ буйындағы һыу баҫыу теорияһына ярашлы, боронғо Аҙау диңгеҙе булмаған. Ул ваҡытта Дон Ҡара диңгеҙгә хәҙерге Керчь боғаҙы районында ҡоя. Н. К. Верещагин 1954 йылда Дондағы Ростовтың көнбайыш ситендәге Левентовский карьерында Paracamelus alutensis № 35676 төрө дөйәһенең метатарсаль һөйәге фрагментын таба. Ул урта виллафранканың аҙағына ҡарай[12][13].
Дон тураһында тарихҡаса тиклемге осорға ҡағылышлы мәғлүмәтте Риттер үҙенең «Vorhalle»һында бирә.
Полибийға Дон сығанаҡтары билдәһеҙ. Пейтингерҙың картаһында Дон, Меотиан күленә (Аҙау диңгеҙе) ҡойһа ла, уның сығанаҡтары океандың иң ярындағы ниндәйҙер тауҙа ята, ә уның сығанағында картала «Европаны Азиянан айырып торған Танаис йылғаһы» тип яҙылған.
Святослав үҙенең дружинаһы менән хазарҙарға ҡаршы походта Дон буйлап төшә. Киев Русендә Донец тип хәҙерге Донец түгел, ә Уда йылғаһы аталған[14]. Үҙ сиратында, хәҙерге Донецты ул ваҡытта Дон тип йөрөткәндәр.
Б. А. Рыбаков фекеренсә, «Игорь полкы тураһында һүҙ»ҙә Донецтар телгә алына. Ғәмәлдә Удаға (атап әйткәндә, кенәз Игорь Святославичтың йылға менән диалогы) ҡарай, ә Дон тураһында әйтелгән һүҙ Донецка ҡарай[15].
Тана ҡалаһы
үҙгәртергәГеография
үҙгәртергәБашланған ере
үҙгәртергәДондың башы Үҙәк Рус ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөндә, диңгеҙ кимәленән яҡынса 230 м бейеклектә урынлашҡан[16]. Элек йылғаның башланыу урынын Иван күле тип ҡабул ителгән була (шуға күрә йылғаның үҙен Дон Иванович тип йөрөткәндәр; ысынында иһә Дон Иван күленән башланмай). Һуңынан, Тула өлкәһенең Новомосковск ҡалаһынан төньяҡтараҡ Шат һыуһаҡлағысы төҙөлгәс, Иван күле уның эсендә ҡала. Йыш ҡына Дон сығанағы итеп Шат һыуһаҡлағысын атайҙар, әммә уны йылғанан тимер юл дамбаһы кәртәләп тора.
Хәҙерге ваҡытта Урванка шишмәһенең (йәки йылғаның) сығанағын Дондың башланған урын тип иҫәпләйҙәр, ул Новомосковск балалар паркынан[17] 2—3 км көнсығышта урынлашҡан. Был урында «Дон сығанағы» архитектура комплексы бар. Был комплекстағы сығанаҡ яһалма, ул һыу менән тәьмин итеү селтәренә тоташҡан[18][19].
Үҙәне һәм йырҙаһы характеры
үҙгәртергәДон йылғаһының үҙәне һәм йырҙаһы тигеҙлек йылғалары өсөн типик.
Дондың үҙәне, өлкәләге башҡа йылғалар кеүек үк, асимметрик төҙөлөшлө. Уң яры — бейек һәм текә, ә һул яры — һөҙәк һәм уйһыу.
Дондың ҙур бөгөлө
үҙгәртергәДондың Бөйөк бөгөлө — Серафимовичтан (элек Усть-Медведицкая станицаһы) Дондағы Калачҡа тиклем, шулай уҡ йылға менән уратып алынған урын. Был районда Дон көнсығышҡа табан ағымдың дөйөм йүнәлешендә бер нисә киҫкен бөгөлөш яһай, артабан ҡапыл көньяҡҡа борола һәм Волга менән араһы 60 километр ҡала. Волга кимәленән 40 метр бейеклектә аға.
Ҙур бөгөл бәләкәй бөгөлдәр системаһына бүленә. Икенсел , өсөнсөл, дүртенсел бөгөлдәр бар.
Дондың дельтаһы
үҙгәртергәҺыу режимы
үҙгәртергәФайҙаланыу
үҙгәртергәДонда суднолар тамағынан үргә ҡарай (1590 км) Воронежға тиклем йөрөй. Даими навигация Лиски ҡалаһына тиклем (1355 км).
Беҙҙең эраның беренсе мең йыллыҡтарҙа бында Волгодонск үткәүеле барлыҡҡа килә. Был юл 1952 йылға тиклем эшләй (йылғалар араһында Волга-Дон каналы төҙөлгәнгә тиклем).
Цимлянск станицаһы янында оҙонлоғо 12,8 км булған быуа төҙөлә. Ул йылғала һыу кимәлен 27 метрға күтәрә һәм Голубинскийҙан Волгодонскиға тиклем һуҙылған Цимлянск һыуһаҡлағысы барлыҡҡа килә, уның дөйөм һыйҙырышлығы 21,5 км² (файҙалы ҡеүәте — 12,6 км²) һәм майҙаны 2600 км² тәшкил итә. Быуа эргәһендә гидроэлектростанция урынлашҡан. Цимлянск һыуһаҡлағысы һыуы Саль далаларын һәм Ростов, Волгоград өлкәләренең далаларын һуғарыу өсөн ҡулланыла.
Цимлянск ГЭС-ынан 130 саҡрымға яҡын алыҫлыҡта, суднолар йөрөү өсөн кәрәкле тәрәнлек өс гидроузел: Николаевский, Константиновский һәм Кочетовский ярҙамында башҡарыла[20]. Иң боронғоһо һәм иң билдәлеләре — Кочетово гидроузелы Северский Донец йылғаһының Дон йылғаһына ҡойған ерҙән 7,5 км түбәнерәк урынлашҡан (йәғни Дондағы Ростов ҡалаһынан 131 км үрҙә)[21]. Ул 1914—1919 йылдарҙа төҙөлгән[22] һәм 2004—2008 йылдарҙа реконструкцияланған. Реконструкция барышында шлюздың икенсе һыҙығы өҫтәлә[23][24].
Кочетово гидроузелынан аҫтараҡ быуалар юҡ, ә суднолар йөрөшө тәрәнлеге системалы драга ярҙамында һаҡлана[20].
Ҡушылдыҡтар
үҙгәртергәҘур ҡушылдыҡтары
үҙгәртергәИң ҙур ҡушылдыҡтары:
Төньяҡ Донец (уң): оҙонлоғо — 1016 км, бассейн майҙаны — 99 600 км²; Хопёр (һул): оҙонлоғо — 1008 км, бассейн майҙаны — 61 100 км²; Медведица (һул): оҙонлоғо — 764 км, бассейн майҙаны — 34 700 км².
Дондағы географик объекттар
үҙгәртергәДон дельтаһының ҙур ҡултыҡтары
үҙгәртергәИнешенән тамағына тиклем ҡалалар
үҙгәртергәНовомосковск Данков Лебедянь Задонск Семилуки Воронеж Нововоронеж Лиски Павловск Серафимович Дондағы Калач Волгодонск Цимлянск Константиновск Семикаракорск Аксай Дондағы Ростов Аҙау Новочеркасск (уң тармағында).
Дондың утрауҙары
үҙгәртергәБашҡалар
үҙгәртергәФлора һәм фауна
үҙгәртергәБалыҡтар
үҙгәртергәДон йылғаһында балыҡтарҙың 67 төрө бар. Шул уҡ ваҡытта йылғаның бысраныуы һәм көслө рекреацион йөкләнеш арҡаһында йылғала балыҡ запасы кәмегән. Балыҡтарҙың ваҡ төрҙәре: алабуға, сабаҡ, ҡыҙылғанат, табан (балыҡ), ағасаҡ йышыраҡ осрай, ә урта һәм ҙур төрҙәре (ҡорман, һыла, суртан) хәҙер һирәгерәк осрай.
Ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр
үҙгәртергәҺөтимәрҙәр
үҙгәртергәКеше эшмәкәрлеге, башлыса далаларҙы һөрөп, Дон бассейнында элек киң таралған хайуандарҙың: ҡырағай аттарҙың, дала антелоптарының, мармоттарҙың һәм башҡа бик күп хайуандарҙың юҡҡа сығыуына килтерә. Егерме быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдарында Дон йылғаһының айырым ҡушылдыҡтарында, нигеҙҙә, Оскол йылғаһы буйында, байбаҡтар, ҡоралайҙар, ҡыр ҡабандары ҡайһы берҙәрендә йофар осратырға мөмкин булған. Хәҙерге ваҡытта йылға бассейнындағы һөтимәрҙәрҙән түбәндәге кимереүселәрҙе осратырға мөмкин: йылға ҡондоҙо, ялман, йомран һәм сысҡанды, йыртҡыс йылға ҡондоҙо, шәшке, дала һәм урман көҙәнен күрергә мөмкин. Йылға бассейнында әле лә ярғанаттар йәшәй.
Ҡоштар
үҙгәртергәҮҫемлектәр
үҙгәртергәГалерея
үҙгәртергә-
Дон Полибинда (Липецк өлкәһе))
-
Курск шоссеһында Дон аша күпер (Воронеж яны)
-
Дон Данковта (Липецк өлкәһе)
-
Дон Елецта (Липецк өлкәһе)
-
Дон Липецк өлкәһенең Задонск районындағы Каменка ауылы янында
-
Дон Семилукта (Воронеж өлкәһе)
-
Дон Волгодонск янында (Романская станицаһы))
-
Дон Дондағы Ростовта
-
Дондағы Ростов эргәһендә туңған Дон
Дон мәҙәниәттә
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дон (река в Европ. части СССР) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ «Дон» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Василий Песков. Дон в колыбели . Дата обращения: 16 октябрь 2010. Архивировано 4 февраль 2012 года.
- ↑ Сергей Новиков. ПРОПАЛ ИСТОК ДОНА . Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 23 август 2011 года.
- ↑ Про реку Дон. Исток. Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 23 август 2011 года.
- ↑ Дон // Этимологический словарь русского языка М. Фасмера
- ↑ 7,0 7,1 Абаев В. И. Историко-этимологический словарь осетинского языка . — М.—Л.: АН СССР, 1958. — Т. 1. — С. 366—367.
- ↑ Абаев В. И. Историко-этимологический словарь осетинского языка .
- ↑ Аланы — раздел «Аланские названия в современной Европе»; для Дуная известны другие этимологии, в частности, кельтские (Mallory, J.P. and D.Q. Adams. The Encyclopedia of Indo-European Culture. London: Fitzroy and Dearborn, 1997: 486).
- ↑ Дон // Дебитор — Евкалипт. — М. : Советская энциклопедия, 1972. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 8).
- ↑ Подосинов А. В. К вопросу об истоках Танаиса в представлениях античных географов (рус.) // Боспорские исследования. — 2015. — С. 315—324.
- ↑ Саблин М. В., Гиря Е. Ю. Артефакт из Ливенцовки — Свидетельство присутствия человека на территории Восточной Европы в интервале 2,1 — 1,97 млн лет назад. Древнейшие миграции человека в Евразии. Материалы международного симпозиума. . — Новосибирск: ИАЭ СО РАН, 2009. — С. 166—174.
- ↑ Саблин М. В., Гиря Е. Ю. К вопросу о древнейших следах появления человека на юге Восточной Европы // Археология, этнография и антропология. — 2010. — № 2 (42).
- ↑ Саратов И. Рассказ о Северском Донце. № 1-2007НиТ. — С. 6, 57-61. . —
- ↑ Борис Рыбаков. События 1184—1185 гг., воспетые в «Слове» . — М.: Молодая гвардия, 1986.
- ↑ Единая электронная картографическая основа. Росреестр 2019—2022 . pkk.rosreestr.ru. Дата обращения: 10 октябрь 2022.
- ↑ Василий Песков. Дон в колыбели . Дата обращения: 16 октябрь 2010. Архивировано 29 сентябрь 2010 года.
- ↑ Сергей Новиков. ПРОПАЛ ИСТОК ДОНА . Дата обращения: 11 июнь 2011. Архивировано 18 август 2011 года.
- ↑ Про реку Дон. Исток. Дата обращения: 11 июнь 2011.
- ↑ 20,0 20,1 Навигационно-гидрографический очерк . Архивировано из оригинала 29 июнь 2012 года. (АД ГБУВПиС)
- ↑ Кочетовский гидроузел . www.gssm.ru. Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано 4 ғинуар 2012 года.
- ↑ Варианты соединения Волги и Дона . www.sarkel.ru. Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано из оригинала 7 март 2017 года.
- ↑ 25 августа 2005 года заместитель Министра транспорта РФ Александр Мишарин провёл в Ростовской области совещание по итогам осмотра строительства второй очереди Кочетовского гидроузла на реке Дон. www.gssm.ru. Дата обращения: 26 август 2019. Архивировано 4 ғинуар 2012 года.
- ↑ Государственная комиссия приняла в эксплуатацию вторую нитку шлюза старейшего на Дону Кочетовского гидроузла . Дата обращения: 22 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 18 август 2011 года. (17.07.2008)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Дон, река в Европейской России // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Полуденский М. и Геннади Гр. Карты реки Дона, изданные в Амстердаме // Вестник РГО. — СПб., 1856. — Ч. XVIII, кн. V, отд. IV. — С. 47-56.
- Жуков С. Дон. — М., 1934.
- Отин Е. С. Ареалы славянских гидронимических терминов в топонимии Подонья // Проблемы восточнославянской топонимии. М., 1978.
- Отин Е. С. Русская ономастика и ономастика России. М.: Школа-Пресс, 1994.
- Отин Е. С. О принципах составления гидронимических каталогов нового типа: «Каталог гидронимов бассейна реки Дон» 2013 йыл 3 декабрь архивланған. // Восточноукраинский лингвистический сборник. Вып. 10, 2006. С. 163—203.
- Соколов А. А. Река Дон // Гидрография СССР: воды суши. Учебник / А. А. Соколов. — Л.: Гидрометеоиздат, 1964. — 536 с.
- Дон (река в Европ. части СССР) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Дон в «Словаре современных географических названий»(недоступная ссылка)
- Рыбаков Б. А. Русские земли по карте Идриси 1154 г. // Краткие сообщения Института материальной культуры. № 43. 1952.
- Рыбаков Б. А. Дон и Донец в «Слове о полку Игореве» // Научные доклады высшей школы. Исторические науки. 1958. № 1.
- Записки Одесского общества истории и древностей. Т. VII. Одесса, 1868 2016 йыл 5 март архивланған.. С. 146.
- Памятники дипломатических сношений Московского государства с Крымом, Ногаями и Турцией, часть 2-я (годы с 1508 по 1521). // Сборник Императорского Русского исторического общества. Вып. 95. СПб. 1895. С. 141.
- Беляев И. Д. О сторожевой, станичной и полевой службе на польской украйне Московского государства до царя Алексея Михайловича // Чтения Общества истории и древностей российских. Кн. 1. Отд. 2. М., 1846; С. 60, раздел «Источники».
- Багалей Д. И. Материалы для истории колонизации и быта Харьковской и отчасти Курской и Воронежской губ. Харьков, 1890, с 45.
- Калесник С. В. Северный Кавказ и Нижний Дон: Физико-географическая характеристика / Академия наук СССР, Институт географии АН СССР. — М.; Л.: Издательство Академии наук СССР, 1946. — 132 с. — (Научно-популярная серия: Природа СССР). — 5 000 экз. (обл.)
- Суганова З. В. (Рубцова З. В.). Из наблюдений над топонимией Дона // Вопросы географии, № 70: Изучение географических названий. М., 1966. С. 141—144.
- Рубцова З. В. Из истории донской топонимии // Историческая ономастика / Отв. ред. А. В. Суперанская; Редкол.: В. П. Нерознак, Н. В. Подольская, В. Э. Сталтмане; Институт языкознания АН СССР. — М.: Наука, 1977. — С. 217—250. — 308 с. — 6000 экз. (обл.)
- Кавказ и Дон в произведениях античных авторов / Составители: В. Ф. Патракова, В. В. Черноус; Отв. ред. М. Р. Гасанов; Рецензенты: к.и.н. В. А. Кореняко, к.и.н. Ф. Х. Гутнов; Северо-Кавказский научный центр высшей школы. — Ростов-на-Дону: Русская энциклопедия. Ростовский-на-Дону филиал, 1990/1991. — 408 с. — (Библиотека истории Северного Кавказа и Дона в дневниках, воспоминаниях и свидетельствах современников). — 12 000 экз. — ISBN 5-7115-08830. (в пер.)
- Сёмушкин В. А. Гидронимия Среднего Дона: номинационный и словообразовательный аспекты: Автореферат дисс. … канд. филологических наук. Воронеж, 2000.
- Костюченкова Е. М. Топонимия Придонья как источник лингвокультурной информации // Известия Российского государственного педагогического университета им. А. И. Герцена. 2008. Вып. 86.
- Мильков Ф. Н. Вниз по Тихому Дону / Ф. Н. Мильков // По родным просторам. Воронеж, 1992. С. 79—97.
- Ильина Л. Л., Грахов А. Н. Повесть о великих реках Русской равнины / Рецензент: канд. техн. наук В. С. Вуглинский. — Л.: Гидрометеоиздат, 1983. — 168 с. — (Реки и озёра нашей Родины). — 100 000 экз. (обл.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Река Дон: фотографии, карты, описания притоков .
- Река Дон в «Книге Большому Чертежу» . tihiy-don-river.narod.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
- YouTube сайтында Река Дон на байдарке. Исток Дона (Новомосковск) — Епифань — Куликово поле // Арсентий Бережной. 6 апреля 2017.
Ҡалып:Бассейн Дона Ҡалып:Населённые пункты на Дону
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ