Алтын Урҙа (Жусы Олоҫо, төрки Олоғ Олоҫ — «Бөйөк дәүләт»[14]) — Евразиялағы урта быуат дәүләте.

Алтын Урҙа
(Жусы Олоҫо, Оло Олоҫ)
төр. Uluğ Ulus
татар. Олуг Олыс

Алтын Урҙа 1389 йыл тирәһе
Алтын Урҙа 1389 йыл тирәһе

 
1224 — 1483
Баш ҡала

Һарай-Батый
Һарай-Берке

Эре ҡалалары

Һарай-Батый, Ҡазан, Хажитархан, Үвәк һ.б.

Телдәр

башланғыс дәүерҙә: монгол теле

XIII—XIV бб. — ҡыпсаҡ теле[1][2]

артабанғы дәүерҙә: әҙәбиәт нигеҙендә[3][4][5][6][7][8][9][10]

иҫке башҡорт теле[11] һәм ҡайһы бер ярлыҡтарҙа уйғыр теле ҡулланылған.

Дин

тәңрелек, православие (халыҡтың бер өлөшө өсөн), 1320 йылдан ислам

Майҙаны

6 млн км² (1310) тирәһе

Халҡы

төркиҙәр, славяндар, фин-уғырҙар һ.б.[12][13]

Предшественники и преемники
 Алтын Урҙа Викимилектә

1224 йылдан 1266 йылға саҡлы Монгол империияһы тәркибендә булған[15].

1266 йылда Мәнге-Тимер хан осоронда, империя үҙәгенә буйһоноуҙы формаль килеш һаҡлап, тулы үҙаллылыҡҡа өлгәшкән.

1320-се йылдар башында Үзбәк хан дәүерендә ислам дәүләт дине тип иғлан ителгән.

XV быуат уртаһына Алтын Урҙа бер нисә үҙ аллы ханлыҡҡа тарҡалған; уның номиналь рәүештә иң юғары тип һаналған үҙәк өлөшө — Ҙур Урҙа — XVI быуат башында йәшәүҙән туҡтаған.

Атамаһы һәм сиктәре

үҙгәртергә

«Алтын Урҙа» атамаһы Рустә 1566 йылда «Ҡазан тарихы» тигән тарихи-публицистик хеҙмәттә, ул дәүләт күп йылдар элек емерелгәндән һуң, тәүләп ҡулланылған. Быға тиклем бөтөн рус сығанаҡтарында ла «Урҙа» һүҙе «Алтын» сифаты менән ҡулланылмаған. XIX быуаттан башлап термин тарихнамәлә нығынды һәм Джучи улусын йәиһә (контекстан сығып) уның баш ҡалаһы Һарай ҙа ингән көнбайыш өлөшөн тулы итеп атау маҡсатында ҡулланыла.

Алтын Урҙа һәм көнсығыш (ғәрәп-фарсы) сығанаҡтарынан үҙ дәүерендә был дәүләттең берҙәм атамаһы ҡабул ителмәгәнлеге күренә. Ул ғәҙәттә «улус» терминына ниндәйҙер эпитет («Олоғ улус») йәиһә хаким исемен («Беркә улусы»), мотлаҡ хәҙерге заманда идара иткәнен дә түгел, мәҫәлән, элегерәк тәхеттә ултырғанын («Үзбәк, Беркә илдәренең хакимы», «Үзбәк ере хакимы, Туҡтамыш хан илселәре») ҡушып әйткәндәр. Бының менән бер рәттән ғәрәп-фарсы сығанаҡтарында йыш ҡына Дешт-һәм-Ҡыпсаҡ тигән иҫке географик термин ҡулланылған[16]. «Урҙа» һүҙе шул уҡ сығанаҡтарҙа хакимдың ставкаһын (күсереп йөрөтөлгән лагерь) аңлатҡан (ул һүҙҙе «ил» мәғәнәһендә ҡулланыу миҫалдары тик XV быуаттан башлап ҡына күҙәтелә). «Алтын урҙа» һүҙбәйләнешен (фарс. آلتان اوردون, Urdu-i Zarrin), «алтын парад сатыр» мәғәнәһендә, ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттут Үзбәк хандың резиденцияһын тасуирлағанда ҡулланған. Рус йылъяҙмаларында (летопись) «урҙа» һүҙе ғәҙәттә ғәскәр тигәнде аңлатҡан. Ул һүҙҙе ил атамаһы сифатында даими ҡулланыу XIII—XIV быуаттар сигендә (рубеж) башланған, быға тиклем атама сифатында "Татарҙар"тигән термин ҡулланылған[17]. Көнбайыш-европа сығанаҡтарында был илде «Ҡомандар иле», «Ҡомания» йәиһә «татарҙар державаһы», «татарҙар ере», «Татария» тип атау ҡабул ителгән булған[16]. Ҡытайҙар монголдарҙы «татарҙар» (тар-тар) тип атаған[18].

Урҙаның сиктәрен XIV быуаттың беренсе ярты йыллығында йәшәгән ғәрәп тарихсыһы Әл-Ғүмәри былай тип билдәләгән:

Был дәүләттең Джейхун яғынан сиктәре — Харәзм, Һығанаҡ, Һайрам, Яркәнт, Жәнт, Һарай, Мажар ҡалаһы, Аҙаҡа-Ҡаҡа, Аҡса-Ҡәрмән, (Феодосия) Ҡафа, Һуҙак, Һаҡсын, Үкәк, Болғар, Себер өлкәһе, Эбер, Башҡорт һәм Сулман…[19]

 
Батый, урта быуат ҡытай һүрәте

Жусы олоҫоноң (Алтын Урҙаның) барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Сыңғыҙ хандың империияны үҙенең улдары араһында бүлгән 1224 йыл - Жусы олоҫоноң барлыҡҡа килеү ваҡыты. Жусының улы Батуҙың (рус йылъяҙмаларында Батый) Көнбайыш сәфәренән һуң (1236—1242) олоҫ көнбайышҡа табан киңәйгән һәм Түбәнге Иҙел буйы уның үҙәгенә әйләнгән. 1251 йылда Моғол империяһының баш ҡалаһы Ҡараҡоромда уҙған ҡоролтайҙа бөйөк хан итеп Тулыйҙың улы Мөнкә тәғәйенләнә. Бату, «ырыуҙағы өлкән» кеше (аҡа), күрәһең, үҙенең олоҫонда тулы автономияға эйә булыу теләгенән, Мөнкәне хуплаған[20]. Сығатай һәм Үгәҙәй тоҡомдары, Жусысылар һәм Тулыйсыларҙың дошмандары, язаға тарттырылған, ә уларҙан тартып алынған (конфискацияланған) биләмәләрҙе Мөнкә, Бату һәм уларҙың власын таныған башҡа сыңғыҙлылар бүлешеп алған.

Моғол империяһынан айырылып сығыу

үҙгәртергә

Бату үлгәндән һуң уның Моғолияла Мөнкә хан һарайында йәшәгән улы Һартаҡ тәхет вариҫы тип тәғәйенләнгән. Әммә өйгә ҡайтырға юлға сыҡҡан яңы хан көтмәгәндә вафат булған. Кескәй Улағсы — Батуҙың икенсе улы хан тип иғлан ителгән[21] (башҡа мәғлүмәт буйынса Һартаҡтың улы, Батуҙың ейәне[22]). Ләкин ул да тиҙҙән яҡты донъянан киткән.

Беркә (1257—1266), Батуҙың ҡустыһы, Олоҫ тәхетенә килгән. Беркә йәштән үк ислам динен ҡабул иткән, ләкин был күскенсе күмәк халыҡты исламлаштырыуға килтермәгән, күрәһең, уның сәйәси аҙымы ғына булғандыр. Хакимдың был аҙымы Иҙел Болғары һәм Урта Асиялағы әһәмиәтле ҡала үҙәктәре сауҙа даирәләренең хуплауына килтергән, белемле мосолмандарҙы хеҙмәткә йәлеп итеү мөмкинлеге биргән[23]. Ул идара иткән дәүерҙә ҡала төҙөлөшө әһәмиәтле масштабтарға еткән, урҙа ҡалаларында мәсеттәр, манаралар, мәҙрәсәләр, Ҡарауан- һарайҙар төҙөлгән. Беренсе сиратта, төҙөлөш был ваҡытта Һарай-Беркә, тип йөрөтөлгән (Һарай-Беркәне һәм Һарай әл-Йәдитте бәхәсле тиңләүгә урын бар) дәүләттең баш ҡалаһына, Һарай-Бату ҡалаһына, ҡағылған[24]. Баҫып алынғандан һуң аяҡҡа баҫҡан Урта Иҙелдәге Болғар ҡалаһы олоҫтоң иң мөһим иҡтисади һәм сәйәси үҙәктәренә әйләнгән.

 
Болғарҙың Собор мәсетенең Ҙур манараһы, 1236 йылдан һуң тиҙ арала төҙөлә башлаған һәм XIII быуат һуңында тамамланған[25]

Беркә Ирандан һәм Мысырҙан ғалимдарҙы, дин белгестәрен, шағирҙарҙы, Харәзмдән — һөнәрселәр һәм сауҙагәрҙәрҙе саҡырған. Көнсығыш илдәре менән сауҙа һәм илселек бәйләнештәре һиҙелерлек йәнләнгән. Яуаплы дәүләт вазифаларына Ирандан һәм ғәрәп илдәренән сыҡҡан юғары белемле кешеләр тәғәйенләнгән, был, әлбиттә, күскенсе моғол һәм ҡыпсаҡ юғары ҡатламының ризаһыҙлығына килтергән. Әммә ризаһыҙлығын әлегә асыҡтан-асыҡ күрһәтмәгәндәр.

Дунай олоҫоноң Иҙел олоҫо менән көрәше

үҙгәртергә

Мәнгү-Тимер хакимлығы йылдарында (1266—1282) Жусы олоҫо үҙәк хөкүмәттән тулыһынса бойондороҡһоҙлоҡ алған. 1269 йылда Талаҫ йылғаһы үҙәнендә уҙған ҡоролтайҙа Мәнгү-Тимер, Бораҡ, Хайду берен-бере бойондороҡһоҙ хаким итеп танығандар һәм, әгәр үҙҙәренең бойондороҡһоҙлоғона ҡул һуҙа ҡалһа, Ҡытайҙа идара иткән бөйөк хан Хубилайға ҡаршы союз төҙөгәндәр[15]

 
Алтын Урҙала сүкелгән монетала Мәнгү-Тимер тамғаһы

Мәнгү-Тимерҙың вафатынан һуң илдә Нуғай исеме менән бәйләнгән сәйәси көрсөк (кризис) башланған. Нуғай, Сыңғыҙ хандың вариҫтарының береһе, Мәнгү-Тимер идаралығында дәүләттә әһәмиәте буйынса икенсе урында торған бәкләрбәк вазифаһын биләгән. Уның шәхси олоҫо Алтын Урҙаның көнбайышында (Дунай янында) урынлашҡан булған. Нуғай үҙ дәүләтен төҙөү маҡсатын ҡуйған, Туда-Мәнгү (1282—1287) һәм Тула-Буға (1287—1291) идара иткән йылдарҙа ул үҙенең хакимлегенә Дунай, Днестр, Узеу (Днепр) буйындағы бик ҙур территорияны буйһондорған.

Нуғайҙың туранан-тура ярҙамы менән һарай тәхетенә Тухта (1291—1312) тәғәйенләнгән. Тәүҙәрәк яңы хаким үҙенең яҡлаусыһын гел тыңлаған, ләкин тиҙ арала, дала аристократияһына таянып, уға ҡаршы сыҡҡан. Оҙайлы көрәш 1299 йылда Нуғайҙың еңелеүе менән тамамланған, һәм Алтын Урҙаның берҙәмлеге аяҡҡа баҫтырылған.

1312 йылда Тухта хан вафат булғандан һуң, башҡорт Тоҡбуға Алтын Урҙа тәхетен ҡыҫҡа ваҡытҡа биләй.

Алтын Урҙаның ҙур үҫеш алыуы

үҙгәртергә
 
Сыңғыҙсы һарайының кирбес сынаяҡ (изразец) декоры фрагменттары. Алтын Урҙа, Һарай-Батый ҡалаһы. Керамика, ялтырауыҡ быялалы биҙәү, таш биҙәк (мозаика), йүгертелгән алтын. Селитра ҡаласығы. 1980-се йылдарҙағы ҡаҙылмалар. ГИМ

Үзбәк хан (1313—1341) һәм уның улы Жәнебәк (1342—1357) идара иткән осорҙа Алтын Урҙа үҙенең ҙур үҫешенә өлгәшкән. 1320-се йылдарҙың башында Үзбәк-хан, «динһеҙҙәрҙе» физик юҡ итеү менән ҡурҡытып, исламды дәүләт дине тип иғлан иткән. Ислам динен ҡабул итергә теләмәгән әмирҙәрҙең[26] фетнәһе аяуһыҙ баҫтырылған. Уның ханлыҡ иткән йылдары ҡаты үс алыу, язалауҙар менән билдәле. Алтын Урҙаның баш ҡалаһына барырға тейешле кенәздәр, унда үҙ үлемен табыу ҡурҡынысынан, балаларына рухи васыят, атай нәсихәттәрен яҙып ҡалдырғандар. Уларҙың бер нисәһе унда, ысынлап та, үлтерелгән. Үзбәк Һарай әл-Йәдид («Яңы һарай») ҡалаһын төҙөгән, карауан сауҙаһын үҫтереүгә күп иғтибар биргән. Сауҙа юлдары хәүефһеҙ генә түгел, төҙөк тә булған. Урҙа Көнбайыш Европа, Кесе Азия илдәре, Мысыр, Һиндостан, Ҡытай менән йәнле сауҙа мөнәсәбәттәрендә булған. Үзбәктән һуң рустар, «мәрхәмәтле», тип йөрөткән уның улы Жәнебәк хан тәхеткә ултырған[27].

«Бөйөк солғаныш (замятня)»

үҙгәртергә
 
"Мамай алышы тураһында хикәйәт"кә миниатюра

.

1359 йылдан 1380 йылға саҡлы алтын урҙа тәхетендә 25-тән артыҡ хан алмашынған, ә күп улустар бойондороҡһоҙ булырға тырышҡан. Рус сығанаҡтарында был осор "Бөйөк солғаныш (замятня)"тигән атама алған.

Жәнебәк хан тере саҡта әле (1357 йылдан алдараҡ) Мәнгү-Тимер Шайбан олоҫо ханы тип иғлан ителгән[28]. Ә 1359 йылда Бирҙебәк ханды (Жәнебәктең улын) үлтереү Батуиҙәр династияһын юҡҡа сығарған, был хәл һарай тәхетенә Жусылар көнсығыш тармағынан төрлө претенденттарҙы килтергән. Үҙәк хакимлеген тотороҡһоҙлоғонан файҙаланып, Урҙаның ҡайһы бер өлкәләре, Шайбан олоҫо һымаҡ, үҙҙәренең хандарын ҡуйған.

Ялған исемдә йөрөүсе Көлпәнең Урҙа тәхетенә хоҡуғын үлтерелгән хандың кейәүе һәм бер үк ваҡытта бәкләрбәге төмәнсе Мамай тарафынан шундуҡ шикләнеп ҡабул ителгән. Нәтижәлә Мамай, Үзбәк хан дәүерендәге күренекле Исәтәй әмирҙең ейәне, Урҙаның көнбайыш өлөшөндә, Иҙелдең уң яҡ ярына саҡлы ерҙәрҙә, үҙ аллы олоҫ булдырған. Сыңғыҙсы булмағанлыҡтан, Мамай хан титулын йөрөтә алмаған, шуның өсөн Батуҙар ырыуынан булған марионетка-хандар эргәһендә бәкләрбәк вазифаһы менән генә силәнгән.

Шайбан олоҫо хандары, Мәнгү-Тимер вариҫтары, Һарайҙа нығынып ҡалырға тырышҡандар. Хакимдар калейдоскоп тиҙлеге менән алыштырылғанлыҡтан, улар ысынлап нығынырға өлгөрмәгән. Иҙел буйы сауҙагәрҙәренә көслө хан власы кәрәкмәгәнлектән, хандарҙың яҙмышы сауҙагәрҙәр юғары ҡатламының илтифатлығына, күңел ятышына ныҡ бәйләнгән булған.

Мамайҙың өлгөһөндә әмирҙәрҙең башҡа вариҫтары ла шулай уҡ үҙаллылыҡҡа ынтылыш белдергән. Диңгеҙ-Буға, ул да Исәтәйҙең ейәне, үҙаллы Һырдаръялағы улусын булдырырға тырышҡан. 1360 йылда Диңгеҙ-Буғаға ҡаршы баш күтәреп, уны үлтергән Джучидтар, үҙҙәренең араһынан хан иғлан итеп, барыбер уның сепаратизм сәйәсәтен дауам иткән.

Салчен, шул уҡ Исәтәйҙең өсөнсө ейәне һәм шул уҡ ваҡытта Джанибәк хандың да ейәне, Хажи-Тарханды яулап алған. Хөсәйен-Суфый, Нангудай әмирҙең улы һәм Үзбәк хандың ейәне 1361 йылда Хорезм бойондороҡһоҙ улусына нигеҙ һалған[29]. 1362 йылда литва кенәзе Ольгерд Днепр йылғаһы бассейнындағы ерҙәрҙе яулап алған.

Алтын Урҙалағы солғаныш, Мавераннахр — Мәүераннаһр әмире Тамерлан ярҙамы менән Туҡтамыш сыңғыҙсылары 1377—1380 йылдарҙа, башта Урус-хан улдарын ҡыйратып, Һырдаръя улустарын, ә һуңынан, Мамайҙың Мәскәү кенәзлеге (Вожала еңелеү (1378)) менән туранан-тура конфликтынан файҙаланып, Һарай тәхетен баҫып алғас ҡына, туҡтатыла. Туҡтамыш 1380 йылда Куликов ҡаты алышынан һуң Мамай йыйған ғәскәр ҡалдыҡтарын Калка йылғаһы буйында ҡыйратҡан[30][31].

Туҡтамыш хакимлеге

үҙгәртергә

Туҡтамыш (1380—1395) хакимлек иткән йылдарҙа болалар туҡтатылған һәм үҙәк хакимлек яңынан Алтын Урҙаның бөтөн төп ерҙәрен ҡулда тотҡан. 1382 йылда хан Мәскәүгә сәфәр ойошторған һәм урҙа ҡаҙнаһына яһаҡ түләтеүҙе яңынан тергеҙгән. Хәле нығынып алғас, Туҡтамыш алдараҡ иттифаҡ мөнәсәбәттәрендә торған Урта Асия хөкөмдары Аҡһаҡ Тимергә ҡаршы сыҡҡан. 1391—1396 йылдарҙағы һәләкәтле сәфәрҙәре Һөҙөмтәһендә Аҡһаҡ Тимер Туҡтамыштың ғәскәрен Тирәкта ҡыйратҡан (1395), иҙел буйы ҡалаларын, шул иҫәптән Һарай-Беркәне, Ҡырым ҡалаларын һ.б. яулап алған һәм емергән. Алтын Урҙа, ҡабат аяҡҡа баҫа алмаҫлыҡ булып, емертелгән.

Алтын Урҙаның тарҡалышы

үҙгәртергә

XIV быуаттың 60-сы йылдарынан, Бөйөк солғаныш дәүеренән, Алтын Урҙа тормошонда мөһим сәйәси үҙгәрештәр булып үткән. Дәүләттең тарҡалыуы аҡрынлап башланған. Олоҫ үҙәгенән алыҫыраҡ ятҡан идарасылар ысынбарлыҡта үҙаллылыҡ алған, айырым алғанда, 1361 йылда Урҙа-Ижән олоҫо үҙаллылыҡ алған. Әммә 1390-сы йылдарға тиклем Алтын Урҙа әле бер бөтөн дәүләт булып ҡалған, ләкин Аҡһаҡ Тимер менән һуғышта еңелгәндән һуң һәм иҡтисади үҙәктәр таланғандан һуң, 1420-се йылдарҙан башлап тарҡалыу процесы шәбәйгән.

1420-се йылдар башында Себер ханлығы, 1428 йылда — Үзбәк ханлығы, шунан Ҡазан (1438), Ҡырым (1441) ханлығы, Нуғай Урҙаһы (1440-сы) һәм Ҡаҙаҡ ханлығы (1465) барлыҡҡа килгән[32]. Кесе Мөхәммәт хан үлгәндән һуң Алтын Урҙа берҙәм дәүләт булыуҙан туҡтаған.

Жусысылар дәүләттәре араһында төп дәүләт булып рәсми рәүештә Оло Урҙа һаналған. 1480 йылда Оло Урҙа ханы Әхмәт Иван III-нөң буйһоноуын талап иткән, ләкин был тырышлыҡ уңышһыҙ тамамлана, һәм Русь тулыһынса татар-моғол иҙеүенән ҡотолған. 1481 йылдың башында, урҙаһына себер һәм нуғай атлыларының һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә, Әхмәт үлтерелгән. Уның балалары осоронда, XVI быуат башында, Оло Урҙа йәшәүҙән туҡтаған.

Дәүләт ҡоролошо һәм хакимиәт бүленеше

үҙгәртергә

Күскенсе дәүләттәрҙең ғәҙәти ҡоролошона ярашлы, Жусы олоҫо 1242 йылдан һуң ике: уң (көнбайыш) һәм һул (көнсығыш) ҡанатҡа бүленгән. Бату олоҫо уң ҡанаты, Өлкәне, тип һаналған. Моғолдар көнбайышты аҡ төҫ менән күрһәткән, шуның өсөн олоҫ Бату олоҫо Аҡ Урҙа тип аталған[33]. Уң ҡанаты көнбайыш Ҡаҙағстан, Иҙел буйы, Төньяҡ Ҡаф тауы ерҙәрен, Дон һәм Днепр далаларын, Ҡырымды үҙ эсенә алған. Һарай-Батый уның үҙәге булған.

Жусы Олоҫоноң Һул ҡанаты уң ҡанатына буйһонған хәлдә булған, ул үҙәк Ҡаҙағстандың ерҙәрен һәм Һырдаръя йылғаһы үҙәнен биләгән. Моғолдарҙа көнсығыш күк төҫ менән билдәләнгән, шуның өсөн һул ҡанат Күк Урҙа тип йөрөтөлгән. Һул ҡанаттың үҙәге Урҙа-Баҙар булған. Унда хан итеп Батуҙың өлкән ағаһы Урҙа-Ижән тәғәйенләнгән.

Ҡанаттар, үҙ сиратында, Жусының улдары биләгән улустарға бүленгән. Башта бындай улустар 14-кә яҡын булған. 1246—1247 йылдарҙа көнсығышҡа сәйәхәт иткән Плано Карпини, ҡуналҡаларын күрһәтеп, Урҙала түбәндәге лидерҙарҙы: Днепрҙың көнбайыш ярында Куремсаны, көнсығышта Мауциҙы, Дон далаларында Батуҙың һеңлеһенә өйләнгән Картанды, Иҙелдә Батуҙың үҙен һәм Яйыҡтың ике ярында ике мең башын күрһәткән. Беркәнең ерҙәре Төньяҡ Ҡаф тауында булған, ләкин 1254 йылда Бату был биләмәләрҙе үҙенә тартып алған, Беркәгә Иҙелдән көнсығышҡа күсергә бойорған[34][35].

Тәүҙәрәк улустарға бүлеү тотороҡһоҙлоҡ менән айырылып торған: биләмәләр башҡаларға бирелгән һәм сиктәрен үҙгәрткән. XIV быуат башында Үзбәк хан ҙур ер-хакимиәти ислах уҙғарған: Жусы олоҫо башында хан тарафынан тәғәйенләнгән улус әмирҙәре (олоҫбәктәр) торған 4 эре олоҫҡа, Һарай, Харәзм, Ҡырым һәм Дәшт-е Ҡыпсаҡ олоҫтарына, бүленгән[36]. Бәкләрбәк иң төп олоҫбәк булған. Вәзир әһәмиәте буйынса артабанғы юғары дәрәжәле түрә булған. Ҡалған ике вазифаны айырым юғары дәрәжәле йәиһә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән сановник биләгән. Ошо дүрт өлкә башында төмәнсе торған 70 ваҡ биләмәгә (төмәнгә) бүленгән[16].

Олоҫтар олоҫ тип аталған тағы ла вағыраҡ биләмәләргә бүленгән. Һуңғылары биләмә хужаһының рангыһына (төмәнсе, мең башы, йөҙ башы, ун башы) бәйләнгән төрлө дәүмәлдәге административ-территориаль берәмектән торған[16].

Һарай-Батый (хәҙерге Хажитархан янында) Бату осоронда Алтын Урҙаның баш ҡалаһы булған; XIV быуаттың беренсе яртыһында баш ҡаланы (хәҙерге Волгоград ҡалаһы янында хан Беркә (1255—1266) төҙөгән) Һарай-Беркәгә күсергәндәр. Үзбәк хан дәүерендә Һарай-Беркәнең атамаһын Һарай Әл-Йәдид тип үҙгәрткәндәр.

Урҙа ғәскәрендә алышта уҡсыларҙың хәрәкәтсән атлы ғауамжарын ҡулланған ғәҙәти тактиканы файҙаланған атлы ғәскәр өҫтөнлөк иткән. Уның үҙәгендә, нигеҙҙә урҙа хакимының гвардияһын тәшкил иткән юғары ҡатламдан торған ауыр ҡораллы отрядтар торған. Алтын урҙа яугирҙарынан тыш, хандар ғәскәренә буйһондоролған халыҡтарҙан һалдаттар, Иҙел буйы,Ҡырым һәм Төньяҡ Ҡаф тауынан ялланған һуғышсылар алғандар. Урҙа яугирҙары бик оҫта ҡулланған төп ҡорал йәйә булған. Беренсе тапҡыр уҡтар менән һөжүм иткәндән һуң күмәк һөңгө атакаһында һөңгө ҡулланыу ҙа киң таралған булған. Йөҙлө ҡоралдарҙың иң популяры палаш һәм ҡылыс булған. Һуҡма-ярсыҡлаусы ҡорал да: суҡмар, шестопёрҙар, һуҡҡыс-чекандар, клевецтар, киҫтән ҡулланғандар.

Урҙа яугирҙәре араһында ламелляр һәм ламинар металдан панцирь, XIV быуаттан — һайман һәм түңгәләкле-пластинкалы боронғо хәрби кейем һәм ҡорал киң таралған булған. Иң киң таралған боронғо хәрби кейем эстән тимер пластиналар менән көсәйтелгән хатангу-дегель булған. Шуға ҡарамаҫтан, урҙалылар ламелляр панцирҙарҙы файҙаланыуын дауам иткәндәр. Монголдар бригантин төрөндәге хәрби кейемдәр менән файҙаланған. Ҙур көҙгөләр, муйынсаҡтар, беләҙектәр һәм бысаҡ яндары таралған булған. Ғәмәлдә ҡылыстар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған. XIV быуат һуңында ҡоралдар араһында туптар барлыҡҡа килгән. Урҙа яугирҙәре ялан нығытмаларын, айырып алғанда ҡайһы бер хәрби-техник асыштар — уҡмылтыҡтар ҡуллана башлағандар.

Алтын Урҙала төрөк (ҡыпсаҡтар, иҙел болғарҙары, харәзмиҙәр, башҡорттар һ.б.), славян, фин-уғыр (мордва, сирмештәр, вотяктар һ.б.), төньяҡ Каф таулылар (ястар, аландар, черкастар һ.б.) халыҡтар йәшәгән.[13] Аҙсылыҡта булған моғол юғары ҡатламы урындағы төрки халҡы араһында тиҙ арала ассимиляцияланған. XIV б. һуңына — XV б. башына Алтын Урҙаның күскенсе халҡы «татарҙар» этнонимы менән билдәләнгән[13][37].

Алтын Урҙала иҙел татарҙарының, ҡырым, себер татарҙарының этногенезы формалашҡан.[37] Алтын Урҙаның көнсығыш ҡанаты төрки халҡына ҡараған хәҙерге ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар һәм нуғайҙарҙың нигеҙен тәшкил иткән.

Ҡалалар һәм сауҙа

үҙгәртергә
Файл:Алтын Урҙа керамикаһы ГИМ.JPG
Дәүләт тарих музейының Алтын Урҙа керамикаһы йыйынтығы.

Дунайҙан Иртешкә тиклемге ерҙәрҙә XIV быуаттың беренсе яртыһында күтәрелеш кисергән көнсығыш матди мәҙәниәтенә хас тышҡы күренешле 110 ҡала үҙәге табыштары археологик рәүештә теркәлгән. Алтын Урҙа ҡалаларының дөйөм һаны, моғайын, 150-гә яҡын булғандыр.[38] Карауан сауҙаһының ҙур үҙәге башлыса Һарай-Бату, Һарай-Беркә], Үбәк, Болғар, Хажи-Тархан, Бәлжәмән, Ҡазан, Йүкәтау, Мажар, Мухшы, Аҙау, Өргәнес һ.б. ҡалаларында урынлашҡан булған.

Генуэзлыларҙың Ҡырымдағы (Готия капитанлығы) һәм Дон тамағындағы сауҙа колониялары Урҙа тарафынан буҫтау, Туҡыма|туҡыма һәм етен киндере, ҡорал, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, зәргәр (ювелир) әйберҙәр, аҫыл таштар, тәмлекәстәр, хуш еҫле ыҫмала (ладан), иләп эшкәртелгән йәнлек тиреләрен, күн, бал, балауыҙ, тоҙ, иген, урман, балыҡ, ыуылдырыҡ, зәйтүн майы һәм ҡолдар|ҡолдар һатыу өсөн файҙаланғандар.

Ҡырым сауҙа ҡалаларынан көньяҡ Аурупаға ғына түгел, шулай уҡ Урта Асияға, Һиндостанға һәмҠытайға сауҙа юлдары башланған. Урта Азияға һәм Иранға илткән сауҙа юлдары Иҙел буйлап уҙған. Иҙел-дон кәмәләрҙе һөйрәп сығарған урын аша Дон менән, уның аша Аҙау һәм Ҡара диңгеҙҙәр менән бәйләнеш булдырылған.

Дәүләттең тышҡы һәм эске сауҙа мөнәсәбәттәре Алтын Урҙа сүкеп сығарған аҡсалар: көмөш дирһәмдәр, баҡыр болдар һәм һумдар менән тәьмин ителгән.

Хөкөмдарҙар

үҙгәртергә

Алтын Урҙа башлыҡтары тәүге әҙерҙә Монгол империяһы бөйөк ҡағанының хакимлығын танығандар.

  1. Жусы, Сыңғыҙ хандың улы (1224—1227)
  2. Бату (1208 йыл тирәһе—1255 йыл тирәһе), Жусының улы (1227—1255 йыл тирәһе), орлоҡ[39] (йыһангир) олоҫтоң Екә Моғоло (1235—1241)
  3. Һартаҡ, Батуҙың улы (1255/1256)
  4. Улағсы, Батуҙың улы (йәиһә Һартаҡтың улы) (1256—1257) Батуҙың тол ҡалған ҡатыны Бүрәксен-ҡатын регентлығында
  5. Беркә, Жусының улы (1257—1266)
  6. Мөнкә-Тимер, Туҡандың улы, Батуҙың ейәне (1266—1269)
  1. Мөнкә Тимер (1269—1282), Алтын Урҙаның Моғол империяһына буйһонмаған беренсе ханы
  2. Туда Мәнгү (1282—1287)
  3. Тула Буға (1287—1291)
  4. Тухта (1291—1312)
  5. Үзбәк хан (1313—1341)
  6. Тинебәк (1341—1342)
  7. Жәнебәк (1342—1357)
  8. Бирҙебәк (1357—1359), Бату ырыуының һуңғы вәкиле
  9. Көлпә (1359йылдың авгусы—1360 йылдың ғинуары)
  10. Науруз хан (1360 йылдың ғинуар-июне)
  11. Хызыр хан (1360 йылдың июне—1361 йылдың авгусы), Орда-Эджен ырыуының беренсе вәкиле
  12. Тимер-Хужа хан (1361 йылдың август—сентябре)
  13. Урҙамалик (1361 йылдың сентябрь—октябре), Тоҡа-Тимур ырыуының беренсе вәкиле
  14. Килдебәк (1361 йылдың октябре—1362 йылдың сентябре)
  15. Морат хан (1362 йылдың сентябре—1364 йылдың көҙө)
  16. Мир Булат (1364 йылдың көҙө—1365 йылдың сентябре), Шибан ырыуының беренсе вәкиле
  17. Ғәзиз шәйех (1365 йылдың сентябре—1367)
  18. Абдулла хан (1367—1368)
  19. Хәсән хан, (1368—1369)
  20. Абдулла хан (1369—1370)
  21. Мөхәммәт Булаҡ хан (1370—1372), Толонбәк-ханым регентлығында
  22. Урыҫ-хан (1372—1374)
  23. Сиркәс-хан (1374 йыл—1375 йыл башы)
  24. Мөхәммәт Булаҡ хан (1375 йылдың башы—1375 йылдың июне)
  25. Урыҫ-хан (1375 йылдың июнь—июле)
  26. Мөхәммәт Булаҡ-хан (1375 йылдың июле—1375 йылдың аҙағы)
  27. Ҡағанбәк (Айбәк хан) (1375 йылдың һуңы—1377)
  28. Ғәрәпшаһ (Ҡары-хан) (1377—1380)
  29. Туҡтамыш (1380—1395)
  30. Тимер Ҡотлоғ (1395—1399)
  31. Шаҙыбәк (1399—1408)
  32. Булат-хан (1407—1411)
  33. Тимер хан (1411—1412)
  34. Йәләлетдин хан (1412—1413)
  35. Кәримбирҙе (1413—1414)
  36. Кәпәк (1414)
  37. Сүкрә (1414—1416)
  38. Йәббәр-Бирҙе (1416—1417)
  39. Дәрүиш хан (1417—1419)
  40. Ҡәҙербирҙе (1419)
  41. Хажи Мөхәммәт (1419)
  42. Оло Мөхәммәт (1419—1423)
  43. Бараҡ хан (1423—1426)
  44. Оло Мөхәммәт (1426—1427)
  45. Бараҡ хан (1427—1428)
  46. Оло Мөхәммәт (1428)
  47. Кесе Мөхәммәт (1428)
  48. Оло Мөхәммәт (1428—1432)
  49. Кесе Мөхәммәт (1432—1459)

Бәкләрбәктәр

үҙгәртергә
  • Нуғай, Жусының бүләһе, бәкләрбәк (1256—1267, 1280—1300)
  • Иҡсар (Илбаҫар), Тохтаның улы, бәкләрбәк (1299/1300—1309/1310)[40]
  • Ҡотлоғ Тимер, бәкләрбәк (1309/1310—1321/1322 йылдар тирәһе)[41]
  • Алау, Жәнебәктең бәкләрбәге
  • Мамай, бәкләрбәк (1357—1359, 1363—1364, 1367—1369, 1370—1372, 1377—1380)
  • Иҙеүкәй, Манғыт Балтысаҡ бәктең улы, бәкләрбәк (1395—1419)
  • Манһыр бей, Едигейҙың улы, бәкләрбәк (1419)
  • Науруз бей, Олоғ Мөхәммәт һәм Кесе Мөхәммәт эргәһендәге бәкләрбәк.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Алтын Урҙа хакимдары исемлеге

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ДОКУМЕНТЫ->ЗОЛОТАЯ ОРДА->ПИСЬМА ЗОЛОТООРДЫНСКИХ ХАНОВ (1393-1477)->ТЕКСТ
  2. Григорьев А. П. Официальный язык Золотой Орды XIII-XIV вв.//Тюркологический сборник 1977. М, 1981. С.81-89."
  3. Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999. — 703 с., илл. ISBN 0-9530650-3-0
  4. Фасеев Ф. С. Старотатарская деловая письменность XVIII в. / Ф. С. Фасеев. – Казань: Тат. кн. издат., 1982. – 171 с.
  5. Хисамова Ф. М. Функционирование старотатарской деловой письменности XVI-XVII вв. / Ф. М. Хисамова. – Казань: Изд-во Казан. ун-та, 1990. – 154 с.
  6. Письменные языки мира, Книги 1-2 Г. Д МакКоннелл, В. Ю. Михальченко Академия, 2000 Стр. 452
  7. III Международные Бодуэновские чтения: И.А. Бодуэн де Куртенэ и современные проблемы теоретического и прикладного языкознания : (Казань, 23-25 мая 2006 года) : труды и материалы, Том 2 Стр. 88 и Стр. 91
  8. Введение в изучение тюркских языков Николай Александрович Баскаков Высш. школа,, 1969
  9. Татарская энциклопедия: К-Л Мансур Хасанович Хасанов, Мансур Хасанович Хасанов Ин-т Татарской энциклопедии, 2006 Стр. 348
  10. История татарского литературного языка: XIII-первая четверть XX в Институт языка, литературы и искусства (ИЯЛИ) имени Галимджана Ибрагимова Академии Наук Республики Татарстан изд-во Фикер, 2003
  11. http://www.mtss.ru/?page=lang_orda Э. Тенишев Язык межнационального общения золотоордынской эпохи
  12. Атлас истории Татарстана и татарского народа М.: Издательство ДИК, 1999. - 64 с.: илл., карт. под ред. Р. Г. Фахрутдинова
  13. 13,0 13,1 13,2 Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. Автор: В. Л. Егоров Издательство: Либроком Год: 2009
  14. Золотая Орда 2011 йыл 23 октябрь архивланған.
  15. 15,0 15,1 Почекаев Р. Ю. Правовое положение Улуса Джучи в Монгольской империи 1224—1269 гг. — Библиотека «Центральноазиатского исторического сервера». Дата обращения: 17 апрель 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йыл 8 август архивланған.
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 См.: Егоров В. Л. Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. — М.: Наука, 1985.
  17. Султанов Т. И. Как улус Джучи стал Золотой Ордой 2015 йыл 24 сентябрь архивланған..
  18. Мэн-да бэй-лу (полное описание монголо-татар) Пер. с кит., введ., коммент. и прил. Н. Ц. Мункуева. М., 1975, с. 48, 123—124.
  19. В. Тизенгаузен. Сборник материалов, относящихся к истории Орды (стр. 215), арабский текст (стр. 236), русский перевод (Б. Греков и А. Якубовский. Золотая Орда, стр. 44).
  20. Вернадский Г. В. Монголы и Русь = The Mongols and Russia / Пер. с англ. Е. П. Беренштейна, Б. Л. Губмана, О. В. Строгановой. — Тверь, М.: ЛЕАН, АГРАФ, 1997. — 480 с. — 7000 экз. — ISBN 5-85929-004-6.
  21. Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Пер. с персидского Ю. П. Верховского, редакция проф. И. П. Петрушевского. — М., Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1960. — Т. 2. — С. 81.
  22. Джувейни. История завоевателя мира // Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды. — М., 1941. — С. 223. Прим. 10.
  23. Греков Б. Д., Якубовский А. Ю. Часть I. Образование и развитие Золотой Орды в XIII—XIV вв. // Золотая Орда и её падение. — М.—Л., 1950.
  24. Егоров В. Л. Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. — М.: Наука, 1985. — С. 111—112.
  25. Соборная мечеть. — Сайт «Болгарского государственного историко-архитектурного музея-заповедника». Дата обращения: 17 апрель 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  26. Шабульдо Ф. М. Земли Юго-Западной Руси в составе Великого княжества Литовского 2011 йыл 11 сентябрь архивланған.
  27. Н. Веселовский. Золотая орда // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  28. Сабитов Ж. М. Генеалогия Джучидов в 13-18 веках // Генеалогия Торе. — Алма-Ата, 2008. — С. 50. — 1000 экз. — ISBN 9965-9416-2-9.
  29. Сабитов Ж. М. Указ. соч. — С. 45.
  30. Карамзин Н. М. История государства Российского.
  31. Соловьёв С. М. История России в древнейших времён.
  32. Р. Ю. Почекаев. Суд и правосудие в Золотой Орде. 2012 йыл 26 март архивланған.
  33. Существует точка зрения, что деление на Белую Орду и Синюю Орду относится только к восточному крылу, обозначая, соответственно, улус Орды-Эджена и улус Шибана.
  34. Гийом де Рубрук. Путешествие в Восточные страны.
  35. Егоров В. Л. Историческая география Золотой Орды в XIII-XIV вв. — М.: Наука, 1985. — С. 163-164.
  36. Егоров В. Л. Глава четвёртая. Административно-политическое устройство Золотой Орды // Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. / Отв. редактор В. И. Буганов. — М.: Наука, 1985. — 11 000 экз.
  37. 37,0 37,1 «Атлас истории Татарстана и татарского народа» М.: Издательство ДИК, 1999. — 64 с.: илл., карт. под ред. Р. Г. Фахрутдинова
  38. В. Л. Егоров. Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. Москва «Наука» 1985 г. с — 78, 139
  39. Монгол империяһы армияһының Баш командующийы
  40. Селезнёв Ю. В. Элита Золотой Орды. — Казань: Издательство «Фэн» АН РТ, 2009. — С. 9, 88. — 232 с.
  41. Селезнёв Ю. В. Элита Золотой Орды. — С. 116—117.
  • Карпини, Джованни Плано, Гийом де Рубрук. История Монголов. / Путешествие в восточные страны. — СПб.: 1911.
  • Греков Б. Д., Якубовский А. Ю. Золотая Орда и её падение. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1950.
  • Егоров В. Л. Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. / Отв. редактор В. И. Буганов. — М.: Наука, 1985. — 11 000 экз.
  • Закиров С. Дипломатические отношения Золотой Орды с Египтом / Отв. редактор В. А. Ромодин. — М.: Наука, 1966. — 160 с.
  • Исхаков Д. М., Измайлов И. Л. Этнополитическая история татар в VI — первой четверти XV века. — Казань: Институт истории Академии наук Татарстана, 2000.
  • Карышковский П. О. Куликовская битва. — М., 1955.
  • Кулешов Ю. А. Производство и импорт оружия как пути формирования золотоордынского комплекса вооружений // Золотоордынская цивилизация. Выпуск 3. — Казань: Изд. «Фэн» АН РТ, 2010. — С. 73-97.
  • Кульпин Э. С. Золотая Орда. — М.: Московский лицей, 1998; М.: URSS, 2007.
  • Мыськов Е. П. Политическая история Золотой Орды (1236—1313 гг.). — Волгоград: Издательство Волгоградского государственного университета, 2003. — 178 с. — 250 экз. — ISBN 5-85534-807-5.
  • Сафаргалиев М. Г. Распад Золотой Орды. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1960.
  • Фёдоров-Давыдов Г. А. Общественный строй Золотой Орды. — М.: Издательство Московского университета, 1973.
  • Фёдоров-Давыдов Г. А. Религия и верования в городах Золотой Орды. 2016 йыл 4 октябрь архивланған..
  • Волков И. В., Колызин А. М., Пачкалов А. В., Северова М. Б. Материалы к библиографии по нумизматике Золотой Орды // Федоров-Давыдов Г. А. Денежное дело Золотой Орды. — М., 2003.
  • Широкорад, А. Б. Русь и Орда. М.: Вече, 2008.
  • Рудаков, В. Н. Монголо-татары глазами древнерусских книжников середины XIII—XV вв. М.: Квадрига, 2009.
  • Трепавлов, В. В. Золотая Орда в XIV столетии. М.: Квадрига, 2010.
  • Каргалов, В. В. Свержение монголо-татарского ига. М.; УРСС, 2010.
  • Почекаев Р. Ю. Цари ордынские. СПб.: Евразия, 2010.
  • Каргалов, В. В. Конец ордынского ига. 3-е изд. М.: УРСС, 2011.
  • Каргалов, В. В. Монголо-татарское нашествие на Русь. XIII век. 2-е изд. М.: Либроком, 2011 (Академия фундаментальных исследований: история).
  • Тулибаева Ж. М. «Улус-и арба-йи Чингизи» как источник по изучению истории Золотой Орды // Золотоордынская цивилизация. Сборник статей. Выпуск 4. — Казань: Институт истории им. Ш.Марджани АН РТ, 2011. — С. 79-100.

Һылтанмалар

үҙгәртергә