2 ноябрь
көнө
(2 ноября битенән йүнәлтелде)
2 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 306-сы көнө (кәбисә йылында 307-се). Йыл аҙағына тиклем 59 көн ҡала.
2 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
2 ноябрь Викимилектә |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Сәләмәт туҡланыу көнө.
- Коммерция нигеҙендәге радиотапшырыуҙар көнө.
- АҠШ Виргин утрауҙары: Азатлыҡ көнө.
- Беларусь: Ата-бабаларҙы хәтерләү көнө.
- Либерия: Рәхмәт көнө.
- Төркмәнстан: Һаулыҡ көнө.
- Япония: Колготка көнө.
- Ҡырғыҙстан: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1721: Пётр I Бөтә Рәсәй Императоры, Бөйөк Пётр I титулдарын ала, Рәсәй империя итеп иғлан ителә.
- 1937: Мәскәү Кремленең биш башняһында яңы рубин йондоҙҙар тоҡандырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы (1895—8.12.1937), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Диваев Рафаил Үзбәк улы (1950), эске эштәр органдары ветераны, милиция генерал-лейтенанты. 1996—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры. Башҡортостан Республикаһының I саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты. Почёт һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005).
тулы исемлек
- Афзалов Рәил Шәриф улы (1955), ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 2007—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геодезисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Билал ауылынан.
- Ғәлимов Шамил Нариман улы (1960), ғалим-биохимик. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан медик-профилактик эш факультеты (микробиология бүлеге менән) деканы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мөҙәрис Багаев (1951), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, журналист, прозаик һәм драматург. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәшит Солтангәрәев исемендәге премия, гәзит һәм журналдарҙың ижади конкурстары, «Илһам шишмәләре» республика шиғыр фестивале лауреаты.
- Хәсәнов Зимфир Мәхмүт улы (1961), электротехника инженеры-ғалим. 1984 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1997 йылдан Өфөләге «Плазматрон» ғилми-производство предприятиеһының ғилми етәксеһе. Техник фәндәр докторы (2010). РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1990). Велосипед спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылынан.
тулы исемлек
- Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы (1966), спортсы. 1992—1998 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Профессионалдар араһында [[Ер[[]]донъя]] (1994) һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (1992—1993); Европа (1996), Азия (1995, 1997) һәм Рәсәй (1992—1996) чемпионы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Пушкин ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Евстафьев Филипп Петрович (1922—2004), инженер/ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962 йылдан Баҡалы спирт заводы директоры, 1975—1982 йылдарҙа «Сельхозтехника» район берекмәһенең кадрҙар буйынса инженеры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Васильевка ауылынан.
- Насыров Рәшит Ғимат улы (1932—10.03.2017), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1956—1958 йылдарҙа һәм 1968 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1992 йылдарҙа директоры. СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1969). Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (2005), Хәйбулла районының почётлы гражданы (2017). Сығышы менән ошо райондың Ибраһим ауылынан (хәҙер бөткән).
тулы исемлек
- Гәрәева Кламира Тимерғәле ҡыҙы (1937), быяла эшләүсе. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке өлкән мастеры, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Жуковский Николай Иванович (1833—28.04.1895), рус революционеры, народник. «Работник» (1875) һәм «Община» (1878) журналдарын ойоштороусыларҙың береһе һәм был баҫмаларҙың редколлегиялары ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Порсев Михаил Владимирович (1923—6.10.2005), эшсе. 1940—1985 йылдарҙа Златоуст машиналар эшләү заводының слесарь‑лекалолар яһаусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районының Покровка ауылынан.
тулы исемлек
- Мөхәмәтова Таһира Мәүлит ҡыҙы (1928), малсы. Мәсетле районы элекке «Коммунист» колхозының һарыҡ ҡараусыһы, 1954 йылдан — һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973. Сығышы менән ошо райондың Ишәле ауылынан.
- Попов Николай Алексеевич (1933—7.02.2011), тренер. 1964 йылдан «Буревестник» ирекле спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы тренеры, 1971 йылдан — өлкән тренеры; 1987 йылдан — профсоюздар физкультура-спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы, 1993 йылдан – Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән уҡытыусы-тренеры. Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1963). Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Өфө районының Чесноковка ауылынан.
- Юлбарисов Марс Хәбибулла улы (1963), эшҡыуар һәм меценат. Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды президенты.
- Рамазанов Ришат Фагам улы (1968), Краснокама районының Ҡуян балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мөхәмәтдинов Шамил Ғәлиәхмәт улы (1924—28.02.2015), химия тармағы хеҙмәткәре. 1943—1974 йылдарҙа хәҙерге Һамар өлкәһенең Чапаевск ҡалаһындағы химия заводы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (1939), педагог, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1985—2004 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең (1988) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979).
тулы исемлек
- Костюк Михаил Фёдорович (1959), хоҡуҡ белгесе-ғалим. 1989 йылдан хәҙерге Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы, 2002—2010 йылдарҙа енәйәт хоҡуғы кафедраһы начальнигы. Юридик фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Винница өлкәһе Ғайсин районы Носовцы ауылынан.
- Кәримов Тимербулат Олег улы (1974), эшҡыуар, йәмәғәтсе. Иваново өлкәһенең Плёс ҡала советы рәйесе. «Мостай Кәрим фонды»н ойоштороусыларҙың береһе, башҡорт яҙыусыhы Мостай Кәримдең ейәне. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2018).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- б. э. т. 69 йыл: Клеопатра, Боронғо Египет батшаһы.
- 1937: Йомағолов Харис Йомағол улы, Башревком рәйесе (1919—1920).
- 1950: Джордж Бернард Шоу, Ирландия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты.
тулы исемлек
- 1998: Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы, ғалим, педагог, партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- 2008: Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы, башҡорт яҙыусыһы һәм журналисы.