Порсев Михаил Владимирович

Порсев Михаил Владимирович (2 ноябрь 1923 йыл — 6 октябрь 2005 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, 1940—1985 йылдарҙа «Златоуст машиналар эшләү заводы» производство берекмәһенең слесарь‑лекалолар яһаусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977).

Порсев Михаил Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 2 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Балтаc районы
Вафат булған көнө 6 октябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Златоуст, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Владимирович Порсев 1923 йылдың 2 ноябрендә Башҡорт АССР‑ының Бөрө кантоны[1] Покровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағында ата-әсәһе менән Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына күсеп килгән. Бында мәктәпте тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1940 йылда «Златоуст машиналар эшләү заводы» производство берекмәһенең 10-сы һанлы цехында слесарь-лекальщик уҡыусыһы булып башлай. Алты ай өйрәнгәндән һуң үҙ аллы слесарь-лекальщик булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында заводтың комсомол-йәштәр бригадаһында алдынғы хеҙмәт итә.

Квалификацияһын күтәреп, М. В. Порсев ҡатмарлы калибрҙы, шул иҫәптән, универсаль-йыйылма калибрҙы үҙләштерә. Уның тарафынан хирургик операциялар өсөн эшләп етештерелгән медицина инструменттары йыйылмаһы юғары баһа ала.

М. В. Порсев ойошторған слесарь-лекальщиктар мәктәбе юғары аныҡлыҡлы контроль инструмент менән Златоуст машиналар эшләү заводын ғына түгел, шулай уҡ СССР-ҙың дөйөм машина эшләү министрлығының бер нисә предприятиеларын да тәьмин итә. Уның ҡатнашлығында әҙерләнгән юғары теүәллекле универсаль-йыйылма калибрҙар предприятие тармаҡтарына индерелә, был яңы төр продукцияны эксперименталь үҙләштереүҙә үлсәү инструменттарын ҡырҡа кәметергә мөмкинлек бирә.

1976 йылда планды һәм социалистик йөкләмәләрҙе үтәү буйынса етештереп сығарыуҙағы ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1977 йылдың 9 июнендәге указы менән Порсев Михаил Владимировичҡа Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1985 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Златоуст машиналар эшләү заводында слесарь-лекальщик булып эшләй.

Златоуст ҡалаһында йәшәй. 2005 йылдың 6 октябрендә вафат була.

Ленин ордены, Октябрь Революцияһы ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Герои труда. Уфа: Китап, 2011.