Багаев Мөҙәрис Басир улы

журналист, яҙыусы, драматург
(Мөҙәрис Багаев битенән йүнәлтелде)

Багаев Мөҙәрис Басир улы (2 ноябрь 1951 йыл10 декабрь 2022 йыл) — башҡорт шағиры, драматург, балалар яҙыусыһы, фантаст, журналист. Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. «Йәшлек» гәзите, «Аманат» журналы, «Илһам шишмәләре» шиғри фестивалендә «Ете төш» повесы өсөн Рәшит Солтангәрәев исемендәге премия лаураты[2][3]. Әҫәрҙәре Башҡортостандың хәҙерге заман яҙыусылары альманахына индерелгән. Ишембай ҡалаһында йәшәй.

Багаев Мөҙәрис Басир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ноябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1]
Тыуған урыны Батыр, Михайловка ауыл Советы (Фёдоровка районы), Федоровка районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 10 декабрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] (71 йәш)
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө яҙыусы, драматург

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөҙәрис Басир улы Багаев 1951 йылдың 2 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Федоровка районы Батыр ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлаған.

Юғары һөнәри белем алғас, Башҡортостандың колхоз һәм совхоздарында иҡтисадсы, агроном, прораб булып эшләй. Аҙаҡ Ишембай ҡалаһына күсә. Ул ҡатыны менән ике ул тәрбиәләй. 2011 йылда Флорид Багаевты Башҡортостан Республикаһының Башҡорт Йәштәре Союзы етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр[4]. «Торатау» Ишембай район гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе[5].

Салауат башҡорт драма театрында балалар өсөн «Боронғо ваҡыттарҙа» пьесаһы буйынса спектакль ҡуйыла, ул 2011 йылда Ҡаҙанда гастролдәр ваҡытында күрһәтелә.

2014 йылдың 9 апрелендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә «Салауат кистәре» циклынан Мөҙәрис Багаев менән ижади осрашыу үтә. Салауат театрында уның пьесалары буйынса дүрт спектакль ҡуйылған. 2004 йылдың февралендә «Ҡатындар болаһы» музыкаль комедияһының премьераһы (режиссеры Ильясова Гөлдәр Мозафар ҡыҙы) була. 2010 йылда «Бес в ребро» комедияһы (режиссеры Олег Ханов) сығарыла. 2011 йылдың июнедә «Боронғо ваҡыттарҙа» музыкаль-юмористик әкиәте (режиссеры Александр Шабаев) ҡуйыла. 2012 йылдың 7 ноябрндә «Мөхәббәт күле» (режиссеры Азат Йыһаншин) комедияһының премьераһы була.

Мөҙәрис Багаевтың «Мөхәббәт күле» пьесаһы буйынса комедия Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә 2014 йылда күрһәтелә[6].

2015 йылдың 17 апрелендә Батыр ауыл мәҙәниәт йортонда Багаев Мөҙәрис Басир улының ижад кисәһе үткәрелә.

2015 йылда «Ике төш» пьесаһы — Бөйөк Ватан һуғышы емергән яҙмыштар, йәшәү һәм мәңгелек хаҡында — Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйыла. Гөлли Мөбәрәкова билдәләүенсә: «Пьесала ҡыҙыҡлы һүрәтләү ысулы табылған — героиня ваҡиғаларҙы төштәге кеүек күрә. Һәм был уға артабан йәшәргә… уның өлөшөнә төшкән ауыр юғалтыуҙар хәлендә үҙен һаҡларға көс бирә»[7]

2015 йылдың авгусында Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында Мөҙәрис Багаев пьесаһын нигеҙ итеп алған «Бер тоҡ аҡса булған булһа» мюзиклы сыға[8].

Әҙип 2022 йылдың 10 декабрендә вафат булды[9].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Йөнлө тырнаҡ: Фантастик повесть // Аманат (Өфө). — 2002. — № 1. — 8-13 б.; ил.
  • 2006 йылда башҡорт телендә хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә.
  • Живитченко, Э. Снова премьера, и вновь на «ура»: в Салаватском башкирском драматическом театре состоялась премьера постановки по пьесе ишимбайского драматурга М. Багаева / Э. Живитченко // Восход.- 2012.- 16 нояб.- С.5.
  • БАҠИЕВА Гөлрайхан. Шағир, яҙыусы, драматург// Ашҡаҙар таңдары, № 61, 23 май 2015.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә