Юлбарисов Марс Хәбибулла улы

эшҡыуар һәм меценат

Юлбарисов Марс Хәбибулла улы (2 ноябрь 1963 йыл) — башҡорт эшҡыуары һәм меценаты. Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды президенты.

Юлбарисов Марс Хәбибулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ноябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Төйлөгән (ҡасаба), Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө эшҡыуар, бағыусы

Биографияһы

үҙгәртергә

Марс Хәбибулла улы Юлбарисов 1963 йылдың 2 ноябрендә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Төйлөгән ҡасабаһында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағас, шофер булып эшләй. 1982—1984 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1984—1988 йылдарҙа Ырымбур тимер юлсылар техникумында уҡый. 1988—1997 йылдарҙа тепловоздар һәм вагондар ремонтлау буйынса мастер булып эшләй.

1997 йылдан алып эшҡыуарлыҡ һәм меценатлыҡ менән шөғөлләнә. «Юлбарыҫ» (рус. Юлбарс) туристик фирмаһының директоры була[1].

2007 йылда Өфө ҡалаһында Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фондын ойоштора һәм уның президенты булып китә[1][2].

Эшҡыуарлыҡ һәм меценатлыҡ хеҙмәте

үҙгәртергә

М. Х. Юлбарисов инициативаһы һәм матди ярҙамы менән 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының күренекле юлбашсыларының береһе, Емельян Пугачевтың арҡаҙашы, башҡорт халҡының милли батыры һәм абыҙы Кинйә Арыҫлановҡа Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылында, Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылында һәйкәлдәр асылды. Меценаттың фиҙаҡәрлеге менән Бөрйән районы Аҡбулат ауылы эргәһендә Ҡыпсаҡ ырыуы батыры, башҡорт халҡының бөйөк улы Бабсаҡ бейҙең ҡәберенә һәйкәл ҡуйылды[3]. Һәйкәл 3 метр 80 сантиметр бейеклегендәге монолит гранит таштан яһалған. Ҡәберлек Кәҫле ҡалаһындағы заводта эшләнгән суйын ҡойма менән уратып алынған.

Ауырыуҙарға һәм ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Благотворительный фонд имени Кинзи Арсланова. Туристическая фирма «Юлбарс». Дата обращения: 3 август 2015. 2015 йыл 24 июль архивланған. (рус.)
  2. Фонд етәкселеге. Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды. Дата обращения: 3 август 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.
  3. Аҙнабаев Р. Т. Алға ҡарап, үткәндәрҙе барлап // Ватандаш. — 2009. — № 4. — С. 14. — ISSN 1683-3554.
  4. Помогай ближнему своему. ГУ КЦСОН Кугарчинского района. Дата обращения: 3 август 2015. 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
  5. Яҡташыбыҙ — «йыл кешеһе». «Юшатыр» u`pbnt (17 ғинуар 2014). Дата обращения: 3 август 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. Редакция газеты «Республика Башкортостан» огласила итоги журналистского проекта «Человек года». Администрация муниципального района Ермекеевский район Республики Башкортостан. Дата обращения: 3 август 2015. 2016 йыл 5 март архивланған. (рус.)