29 ноябрь
көнө
(29 ноябрь (ҡырпағай) битенән йүнәлтелде)
29 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 333-сө көнө (кәбисә йылында 334-се). Йыл тамамланыуға 32 көн ҡала.
29 ноябрь | |
![]() |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Палестина халҡы менән халыҡ-ара теләктәшлек көнө.
- Рәсәй: Әсә көнө (ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе).
- Рәсәй: «Ё» хәрефе көнө.
- Албания: Азат ителеү көнө.
- Башҡортостан: Башҡортостан автономияһы Рәсәй дәүләтенең федератив өлөшө булараҡ булдырылған көн.
- Ҡырғыҙстан: Оборона спорт-техник ойошмалар хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1775: Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлек каторгаға килтерелә.
- 1783: Рәсәйҙә «Ё» хәрефе ҡулланыуға индерелә.
- 1899: «Барселона» футбол клубы ойошторола.
- 1930: Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районының бөгөнгө «Туймазинский вестник» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1945: Югославия Республикаһы төҙөлә.
- 1946: Бельгия ЮНЕСКО-ға ағза итеп ҡабул ителә.
- 1947: БМО Палестинаны ғәрәп һәм йәһүд дәүләттәренә бүлә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы (1920—10.12.2008), ғалим-иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре, 1961—1964 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1970 йылдан сектор мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1971 йылдан — сектор мөдире; 1990 йылдан Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү проект-технология институтының баш ғилми хеҙмәткәре; 1995 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 —1998 йылдарҙа лаборатория мөдире. Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының почётлы академигы (1996), профессор (1973), иҡтисад фәндәре докторы (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Аринин Александр Николаевич (1955), ғалим-политолог, сәйәсмән һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2000 йылдан Федерализм һәм граждандар йәмғиәте институты (Мәскәү) директоры. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (1983), сәйәси фәндәр докторы (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы (1960), ғалим-тел белгесе. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010).
- Лотфрахманов Илдар Илдус улы (1965), ғалим-анестезиолог-реаниматолог. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2015 йылдан Республика кардиология диспансеры табибы. Медицина фәндәре докторы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Авксентьев Николай Дмитриевич (1878—4.03.1943), Рәсәй империяһының сәйәси эшмәкәре. Өфө дәүләт кәңәшмәһе тарафынан һайланған Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең («Өфө директорияһы»ның) рәйесе (1918 йылдың сентябрь—ноябрь айҙары).
- Луценко Панна Афанасьевна (1938), педагогик хеҙмәт ветераны, 1976—1998 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы 2-се урта мәктәбенең директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Сибәғәтуллин Нур Ғасим улы (1953), ғалим-кардиохирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013), Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Суйынсы ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әбделҡадир Инан (Сөләймәнов Фәтхелҡадир Мостафа улы; 1899—1.10.1976), шәрҡиәтсе, яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1918 йылда «Башҡорт» гәзитенең мөхәррире. 1925–1964 йылдарҙа Төркиәләге Төрҡиәт институты, Анҡара университеты, Төрөк мәҙәниәте институты һәм Төркиә хөкүмәтенең Дин эштәре буйынса департаменты хеҙмәткәре. Профессор (1936).
- Федорцев Игорь Васильевич (1929—26.09.2018), ғалим-тау инженеры. 1974—2016 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1975—1981 йылдарҙа архитектура-төҙөлөш факультеты деканы, 1984—1988 йылдарҙа — архитектура кафедраһы мөдире. Техник фәндәр фәндәр кандидаты (1973), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе (1998) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Запорожье өлкәһе Кигнасс ҡалаһынан.
- Помыкалов Анатолий Сергеевич (1959), спортсы. Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың халыҡ ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001). Паралимпия уйындарының 800 метрға йүгереүҙә көмөш (1988), 400 һәм 1500 метрҙарға йүгереүҙә бронза призёры. 1979—1992 йылдарҙа күреү буйынса инвалид-спортсыларҙың СССР, 1993—1995 йылдарҙа — Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1835: Цыси, Цинь Ҡытайының Бөйөк королеваһы.
- 1849: Николай Крылов, СССР математигы һәм физигы, академик (1929).
- 1924: Валентина Ермакова, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1981).
- 1932: Сәләхов Таһир Теймур улы, Әзербайжан һәм Рәсәй театр рәссамы, педагог.
- 1973: Райан Гиггз, Англия футболсыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1941: Зоя Космодемьянская, совет партизаны.
- 2001: Джордж Харрисон, «The Beatles» төркөмө гитарасыһы.