Ягуар
Ягуар (лат. Panthera onca. Panthera onca) —бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс һөтимәрҙәр төрө, пантералар (Panthera) ырыуының биш вәкиленең береһе, ул ҙур бесәйҙәр ярым ғаиләһенә ҡарай. Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка территорияһында берҙән-бер зат вәкиле. Ҙурлығы буйынса донъяла өсөнсө һәм Яңы Донъяла бесәйҙәр ғаиләһенең иң ҙуры.[1] Төрҙөң ареалы Мексиканан көньяҡҡа табан Парагвайға һәм төньяҡ Аргентинаға тиклем һуҙыла.
Ягуар | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
В зоопарке Сан-Паулу, Бразилия. | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
а53ы т2рк2мы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ареал | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Хәүефле хәлгә яҡын
IUCN 3.1 Near Threatened : 15953 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Кәүҙә оҙонлоғо, ҡойроғон иҫәпкә алмағанда, 112-185 см була, ҡойроғо 45-75 см тирәһе,[2] массаһы 36-113 кг, башлыса 60-90 кг, айырым осраҡтарҙа 120 кг-ға тиклем. Тәбиғәттә рекорд 158 кг тәшкил иткән.[2] Инәһе 20 % кәмерәк һәм еңелерәк. Ғәҙәти нормаль өлкән атаның ауырлығы 90-120 кг (яҡынса уртаса 90-95 кг), ә инәнең 60-80 кг тәшкил итә. Бейеклеге 63-76 см.[3][4]
Тыштан ягуар леопардҡа ныҡ оҡшаған, тик ҙурлығы буйынса уны күпкә уҙып китә. Юлбарыҫ кеүек ул һыуҙа яҡшы йөҙә ала.
Атамаһы
үҙгәртергәЙәшәү зоналарында ягуар испанса төрлөсә атала: otorongo, jaguar, yaguareté, yaguar, onza, tigre йәки tigre americano; мексикандар уны науатль телендә ocelotl тип атайҙар, был хаталы рәүештә дөйөм ҡабул ителгән оцелот атамаһы менән тап килә, бының өсөн һуңғыһының атамаһы ацтек теленән tlatlauhquiocélotl була.[5]Майя телдәренең береһендә ул balam тип атала, мапуче телендә — nahuel һәм кечуа — uturuncu, uturunku йәки unqa. Латин Америкаһының күп өлөшөндә уның юлбарыҫтар менән туғанлығы алыҫ булһала, «tigre» (юлбарыҫ) тип әйтә лә ҡуялар; Бразилияла уны португал телендә onça тип йөрөтәләр.
Йыш ҡына «Yahuar» (Явар / Йавар) йәки «Yaguar» (Ягуар) һүҙҙәре кечуа телендә осрай (ҡағиҙә булараҡ, испандар «hua» — «ва / уа» кечуа өнөн «gua» — «гуа» тип яҙғандар, әммә кечуа телендә "г" тартынҡыһы булмаған), ул унда «ҡан» тигән мәғәнәлә йөрөтөлгән йәки ҡан менән бәйле булған. Был һүҙ инктарҙың хакимдар исемдәренең ҡушма өлөшө булып тора: Ягуар Укис (Yaguar huquiz) (Фернандо Монтесиноста телгә алына[6]), Явар Вакак (Ҡан менән илаусы; 1540-сы йылдарҙан алып бөтә Перу йылъяҙмасыларында телгә алына)[7]. «Явар/ягуар» һүҙе бик күп кечуа һүҙбәйләнештәренә инә: «Allin yahuar, йәки yahuarniyoc» — яҡшы тоҡомло абруйлы кеше, «Yahuar yahuar» — ҡан тулы, ҡанға батҡан һәм башҡалар. Бәлки, был һүҙ шулай уҡ йыртҡыс хайуандарға ҡарата билдәләмә булғандыр (кечуала батыр кеше тап ягуар йәки пума менән сағыштырыла)[8], шунан киң таралыу алғандыр ҙа, сөнки гуарани телендәге оҡшаш һүҙ европалыларға һуңыраҡ билдәле була, сөнки Парагвайҙы әүҙем колониялаштырыу 1600-се йылдарҙан, Перуҙан (1532) 70 йылға һуңыраҡ башлана.
Гуарани телендә yaguara (jaguarete) «бер һикереүҙә үлтергән хайуан» тигәнде аңлатҡан. Башҡа Амазония индеецтарында, мәҫәлән тупиларҙа ягуар оҡшаш атала — iawa, iawaraté.
Филогенияһы
үҙгәртергәТөр эволюцияһына ҡарата төп мәғлүмәттәр палеонтологик һәм молекуляр-филогенетик тикшеренеүҙәр ярҙамында алынған. Ягуар — Яңы Донъяла берҙән-бер Panthera ырыуы вәкиле. Молекуляр һәм палеонтологик мәғлүмәттәр ягуарҙың ырыуҙың башҡа вәкилдәре менән яҡын туғанлығын раҫлай. Ошо ырыуҙың һәм уның яҡын туғанының — күкһел леопардтың һуңғы ҡәрҙәше 6 һәм 10 миллион йыл элек йәшәгән[9]. Был төр үҙе, палеонтология мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса 3,8 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән[9][10]. Төп морфологик билдәләр ягуарҙың иң яҡын туғаны — леопард булыуын раҫлай[11]. Әммә ДНК-ның тикшеренеүе тулыһынса тамамланмаған, һәм төрлө тикшеренеүселәрҙең ягуарҙың ҡәрҙәшлек бәйләнештәре тураһындағы фекерҙәре айырыла[9][11][12][13]. Европа ягуары һәм Америка арыҫланы кеүек юҡҡа сыҡҡан төрҙәрҙең ҡаҙылған ҡалдыҡтары үҙҙәрендә арыҫлан менән яғуарҙың үҙенсәлекле билдәләрен һыйындыра[11]. Ягуарҙың митохондриаль ДНК анализы күрһәтеүенсә, был төр 510 000-280 000 йыл элек барлыҡҡа килгән, был ҡаҙылма ҡалдыҡтар буйынса күҙалланғандан һуңыраҡ[14].
Таралыуы
үҙгәртергәЯгуар ареалы Үҙәк Американан алып һаҙлыҡтарға һәм Мату-Гросу сельваларына, шулай уҡ Аргентинаның төньяғына тиклем һуҙылған. Иң ҙур ягуарҙар Бразилияның Мату-Гросу штатында йәшәй. Сальвадорҙа һәм Уругвайҙа ягуарҙар тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.
Ягуарҙың төп йәшәү урындары — тропик ямғыр урмандары һәм ҡыяҡлылар үҫкән ер, әммә йәнлек ксерофит ҡыуаҡлыҡтар үҫкән етеаридлы райондарҙа ла осрай. Уны таулы урмандарҙа, 2000 м тиклем бейеклектә һәм океан буйында ла осратҡандар, ҡайҙа йыртҡыс гөбөргәйел йомортҡаларын эҙләп табып ашай.
Ягуарҙың боронғо ҡаҙылма ҡалдыҡтары һуң плиоцен менән билдәләнгән (яҡынса 2 миллион йыл). Ул саҡтарҙа ягуар хәҙерге АҠШ-тың бөтә көньяғында йәшәгән (һуңғы ягуарҙар бында 1900 йылда ғына үлтерелгән). Әле ягуар ареалы тәүге булған сағының өстән бер өлөшөнә тиклем кәмегән.
Ярым төрҙәре
үҙгәртергәТөрлө мәғлүмәттәр буйынса, 3 - 9 ягуар ярым төрө иҫәпләнә, шуларҙың кәмендә береһе (Техас ягуары) юҡ ителгән:
- Panthera onca onca (амазонка ягуары) Амазонияның ямғырлы урмандарында төйәк итә, номинатив ярым төрө;
- Panthera onca peruvianus (Перу ягуары) — Перу һәм Эквадорҙа, йыш ҡына амазонка ярым төрөнә керетелә;
- Panthera onca hernandesii (Мексика ягуары) — Мексикала;
Уның составына йыш ҡына түбәндәге 4 ярым төр инә:
- Panthera onca arizonensis (аризона ягуары) — Аризона штатының көньяғынан алып Мексиканың Сонораһына тиклем;
- Panthera onca centralis (Үҙәк Америка ягуары) — Үҙәк Америка ла йәшәй;
- Panthera onca goldmani (Голдман ягуары) — Мексикала, Белизда һәм Гватемалала;
- Panthera onca veracrucis (Техас ягуары) — үҙәк Техаста (юҡҡа сыҡҡан);
- Panthera onca palustris (Бразилия ягуары) — көньяҡ Бразилияла;
- Panthera onca paraguensis (парагвай ягуары) — Парагвайҙа, йыш бразилия ярым төрөнә керетелә;
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәЯгуарҙар яңғыҙ йәшәүселәр. Бөтә йыртҡыс бесәйҙәр кеүек үк, ягуарҙар — территориаль йәнлектәр; ландшафты һәм ҡоштар һанына ҡарап, бер ягуар территорияһының майҙаны 25-тән алып (инә ягуарҙарҙа) 50-гә тиклем һәм хатта унан да күберәк (ата ягуарҙарҙа) квадрат километрҙы биләй[15]. Ғәҙәттә, ата ягуарҙың һунарсылыҡ участкаһы формаһы буйынса өсмөйөштән тора. Ата ягуар 3-4 көн айырым бер районда һунар итә, һуңынан икенсе участкаға күсә. Бынан тыш, йәнлек һәр биш йәки ун биш көн һайын билдәле бер «сик нөктәләренә» бара. Шул сәбәпле ягуар сельва буйлап даими «йөрөүсе» ысын берәҙәк булып һанала. Ягуар үҙ территорияһында башҡа бесәйҙәрҙе (атап әйткәндә, пумаларға) бик өнәп етмәй, ләкин ырыуҙаштарына ҡарата тыныс һәм һунар биләмәләре йыш ҡына киҫешә.
Ягуар эңер йыртҡысы булып тора. Уның иң әүҙем һунар сәғәттәре ҡояш байығандан һуң (яҡынса 18:30 алып 21:30 тиклем) һәм таң алдынан (03:00 алып 06:00 тиклем) тура килә. Иректә ягуар 22-25 йәшкә тиклем йәшәй.
Туҡланыуы
үҙгәртергәЯгуар юғары йыртҡыс булып тора, ләкин арыҫлан йәки юлбарыҫтан айырмалы рәүештә, үҙенең йәшәү мөхитендә тояҡлыларҙың бик аҙ һаны менән генә осрай. Шул арҡала ягуарҙар йыш ҡына һыу янында сағыштырмаса эре, әммә яҡшы һаҡланған хайуандарға һунар итеп, альтернатив туҡланыу сығанаҡтарын эҙләйҙәр[16]. Ягуарҙың рационында кәм тигәндә 87 төр билдәләнгән[17]. Ареалдың күпселек өлөшөндә ягуарҙың табышы — ул капибаралар, каймандар һәм пекарҙар. Мөмкинлеккә ҡарап, улар боландарға, ҡырмыҫҡала ашаусыларға, мазамдарға һәм тапирҙарға һунар итә, йыландар (анаконданы ла) тота, һыу ҡоштары һәм балыҡтар аулай[16][18]. Януарҙар рационына шулай уҡ маймылдар, төлкөләр, игуаналар, опоссумдар, ҡамалар, кимереүселәр һәм башҡа ваҡ йәнлектәр инә[16][19], а крупные особи порой и сами могут быть опасны для ягуаров[20]. Ягуар сөсө һыуҙа йәшәгән ташбаҡа ларға һәм броненосецтарға ла һунар итә — уның көслө яңаҡтары уларҙың панцирҙарын тишә ала[16][19]. Ягуарҙар йыртҡыслығына океан ярҙары буйындағы диңгеҙ гөбөргәйелдәренең йомортҡалары (башлыса йәшел диңгеҙ гөбөргәйелдәренә һәм логгерхедаларына), ә ҡайһы берҙә уларҙы һалырға сыҡҡан инә ташбаҡалар дусар була. Шулай уҡ ҡайһы берҙә хатта ягуарҙарҙың өлкән тиресәле гөбөргәйелдәрен үлтереү осраҡтары ла теркәлә[21]. Пуманан айырмалы рәүештә, ягуар йорт хайуандарына, бигерәк тә эре мөгөҙлө малға һөжүм итә. Әммә Көньяҡ Америка фермерҙарына һыйырҙарға отошло альтернатива булараҡ тәҡдим ителгән азия буйволдары ягуарҙарға барып етә алмаҫлыҡ табыш булып ҡала[22].
Ягуарҙың һунар итеүенең төп ысулы — бейек үлән йәки ағас араһында засада. Ғәҙәттә ул бындай засаданы һыу ятҡылығы ярында үләндә йәки һыу эсеүгә алып барған һуҡмаҡтарҙа ҡора. Ҡорбанға һөжүм иткәндә, ҡағиҙә булараҡ, ягуар уға арҡаһынан йәки ҡабырғанан, муйынынан эләктереп һикерә. Эре мөгөҙлө малға һөжүм иткәндә ягуарҙың ҡорбанын ергә ауҙарырға ынтылыуы асыҡланған — ҡорбан ҡолағанда ныҡ ҡына, ә ҡайһы берҙә үлемесле йәрәхәтләнә. Ягуарҙар һөжүменән һуң һәләк булған күпселек һыйырҙарҙың ҡолаған ваҡытта муйын умыртҡалары һынған, ә баштары салҡан ятҡан була. Башҡа эре бесәй һымаҡтарҙан айырмалы рәүештә, ягуар ҡорбанын йыш ҡына тамағын эләктереп быуып ҡына ҡалмай, уның баш һөйәген йәки муйын умыртҡаларын үтә тешләй. Бындай үлтереү ысулы айырыуса ҙур рептилияларға, шул иҫәптән Пантаналдағы ягуарҙар рационының нигеҙен тәшкил иткән якар каймандарына ҡаршы һөҙөмтәле. Әгәр ҡорбан йыртҡысты күреп һәм ҡасып ҡотола икән, ягуар уны бер ҡасан да эҙәрлекләмәй тиерлек.
Ягуар, табышын үлтергәс тә, уны башынан башлап яйлап арт өлөшөнә табан ашай башлай. Әгәр ҡорбан ҙур икән, 10-12 сәғәт ара менән йыртҡыс, ике алым менән асығыуын баҫып, унда ҡала. Ягуар емтек менән туҡланмай тиерлек, шуға күрә һәләк булған ҡорбанының ҡалдыҡтарына бик һирәк ҡайта.
Һунар ваҡытында йыртҡыс тәпәш өҙөк-өҙөк тауыш сығара, ә төндә һәм никах осоронда ҡолаҡ тондорғос итеп үкерә. Индеецтарҙың ышаныуҙары буйынса, ягуар һәр ҡоштоң йәки башҡа хайуандың ҡысҡырыуын имитациялауға һәләтле. Бразилия һунарсылары ягуарҙа ҡорбанын гипнолаштыра алыу һәләте бар тиҙәр.
Башҡа йыртҡыстар менән үҙ-ара бәйләнеш
үҙгәртергәҮҙәк Америкала һәм тропик Көньяҡ Америкала ягуар ареалы пума ареалы менән киҫешә. Шулай уҡ авторҙар ягуарҙарҙың пумаларҙан өҫтөнлөк итеүе хаҡында ла яҙа[23][24]. Ягуарҙарҙың пумалар менән үҙ-ара эш итеү осраҡтары, шул иҫәптән ягуарҙар пумаларҙы үлтереү осраҡтары ла документлаштырылған. Мәҫәлән, Б. Миллер былай тип хәбәр итә: «Ягуар, көслөрәк бесәй кеүек үк, һығылмалы һәм һомғол пуманан өҫтөн булыры алдан уҡ билдәле, был фараз ягуарҙарҙың пумаларҙың үлтереүҙәре һәм ашауҙары тураһындағы дәлилдәр менән нығытыла». Бындай осраҡта ягуарҙар, инә ягуар менән пуманың үлсәме бер иш булырға мөмкин саҡта ла, пумаларҙан ярайһы уҡ ҙурыраҡ. Әммә икенсе төрлө фекер бар. Ла-Платенан натуралист, Уильям Х. Хадсон (1929, 35) йыш ҡына пуманың өҫтөнлөгөн яҡлап дәлилдәр килтерә. Хадсон әйтеүенсә, ул Аргентина һәм Парагвайҙағы пумаларҙың ундай осраҡтарҙа агрессор булғаны һәм, ғәҙәттә,йөҙгә-йөҙ һуғышта еңеүе хаҡында йыш ишеткән. Һунарсылар үҙҙәре үлтергән ягуарҙарҙың арҡаларында йөйҙәр тапҡандар, һәм был пумалар менән һуғышҡандан һуң ҡалған тип фараз ителә[25]. Ягуарҙар ареалы үҙ сигенә еткән урындарҙа пумалар ягуарҙарҙан ҙурыраҡ булыуы мөмкин.
2016 йылда баш һөйәгендә ягуарҙар ҡалдырған тештәренән айырмалы рәүештә тишектәр булған йәш енси өлгөргән ҡара айыуҙың өлөшләтә ашалған түшкәһе табыла. Уның тиҙәгендә табылған йөндән асыҡланыуынса, моғайын, әлеге ваҡытта АҠШ биләмәһендә йәшәгән берҙән-бер ҡырағай ягуар тотҡан. Күҙлекле айыуҙар ягуарҙар йәшәгән урындарҙан ҡасалар тигән уй, һәм, моғайын, һуңғылары тарафынан йыртҡыслыҡ менән бәйле булырға тейеш, тигән фараз бар[26]. Әммә был ике йыртҡыстың үҙ-ара йоғонто яһау факттары менән раҫланмаған. Моғайын, ягуарҙар (шулай уҡ пумалар һәм эре күҙлекле айыуҙар) яғынан йәш тоҡомдарға хәүеф янайҙыр, ә бына өлкән күҙлекле айыуҙың тәбиғи дошмандары юҡ тиерлек[27]. Шулай уҡ ягуарҙарҙың гигант ҡамалар менән бер нисә үҙ-ара тәьҫир итешеүе, шул иҫәптән ягуарҙың яңғыҙ ҡамаларға һунар итеүе, яңғыҙ ҡамаларҙың ягуарҙарҙан ҡасыуы һәм ҡамаларҙың ягуарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыуы теркәлгән[28][29].
Кеше өсөн хәүеф
үҙгәртергәЯгуарҙарҙың кешеләргә ташланыу осраҡтары бик аҙ билдәле, ә провоцизацияланмағандары — тағы ла аҙыраҡ. Был йыртҡыстар араһында кеше ашау — үҙенсәлекле күренеш, был уларҙы Иҫке донъя пантераларынан ҡырҡа айыра. Йыш ҡына ягуар үҙен яҡлаған ваҡытында һөжүм итә. Әгәр ягуарға провокация яһамаған да, ул, ғәҙәттә, уҫал түгел, ә ҡыҙыҡһыныусан һәм йыш ҡына кешене уға теймәй урман буйлап эҙәрлекләй, ләкин һирәк-һаяҡ кешеләргә лә ташлана.
Йәшәү циклы
үҙгәртергәЯгуарҙың билдәле үрсеү миҙгеле юҡ. Инә ягуар өсөнсө йылына парлашырға әҙер була. Ягуар яңғыҙ хайуан булһа ла, туйҙар ваҡытында улар ҙур булмаған төркөмдәргә йыйылырға мөмкин. Ата ягуарҙар араһында алыштар булмай тиерлек, ә партнёрҙы һайлау тулыһынса инә хайуанға бирелә. Был һайлауҙан һуң кәләш ваҡытлыса һайлаусының территорияһына күсә. Ата ягуар ҡауышыу осоронда ғына инә ягуар менән бергә ҡала[30].
Яҡынса 100 көн үткәс, таштар араһындағы өңдә, ҡуйы ҡыуаҡлыҡта йәки ағас ҡыуышында инә зат ике-дүрт бала тыуҙыра. Уларҙың биҙәгендә ата-әсәләренекенә ҡарағанда ҡара төҫтәр күберәк, өҫтәүенә, ул тотош таптарҙан тора. Бесәй балалары ике аҙнанан өлгөрә, ә өңдә йәш ягуарҙар тәүге алты аҙнаһын йәшәйҙәр. Әсә ягуар ярты йыл дауамында балаларын һөт менән тәьмин итә һәм һуңынан уларҙы һунарға итергә өйрәтә. Йәш януарҙар тәүге ике йылда әсәһе менән йәшәй, һуңынан үҙ биләмәһен эҙләргә китә[30].
Популяция статусы
үҙгәртергәЭлекке ареалының байтаҡ өлөшөндә был төр юҡҡа сыҡҡан тиерлек. Кешеләрҙең ягуарҙың тәбиғи йәшәү урындарын үҙгәртеүе, ҡиммәтле тире хаҡына кәсеп, шулай уҡ көтөүҙәренең именлеге өсөн ҡурҡҡан малсылар тарафынан атыу ҙур роль уйнаған.
1973 йылда ягуар халыҡ-ара Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм бик күп илдәрҙә һаҡлана. Уругвай һәм Сальвадор кеүек илдәрҙә хәҙер ягуар бөтөнләй осрамай тиерлек. Әҙләп януарҙарҙы Бразилияла, Мексикала һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә атыу рөхсәт ителә. Боливияла трофей өсөн ягуарға һунар итеү рөхсәт ителә[30].
Мәҙәниәттә ягуар образы
үҙгәртергәӘҙәбиәттә
үҙгәртергәБорхес Хоҙай тарафынан ягуар тиреһендә ҡалдырылған таҫмаларҙы уҡыған ацтек магы Тсинакан хаҡында бәйән итә. Авторҙың ниәте буйынса, тире Хоҙай ҡарамағындағы иң ышаныслы мәғлүмәт йөрөтөүсене кәүҙәләндерә.
Артур Конан Дойлдең «Бразилия бесәйе» хикәйәһендә ягуар-меланист тасуирланған.
Спортта
үҙгәртергә- Jaguar — юғары классы спорт автомобилдәре етештергән машина эшләү компанияһы.
- Мексиканың Юғары дивизионы футбол клубы «Ягуарес Чьяпас» тип атала.
- АҠШ-та Америка футболы буйынса клуб «Джексонвиль Джагуарс» тип атала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Stephen Wroe, Colin McHenry, and Jeffrey Thomason Bite club: comparative bite force in big biting mammals and the prediction of predatory behavior in fossil taxa (инг.) // Proceedings of the Royal Society B : journal. — Royal Society, 2006. — Т. 272. — № 1563. — С. 619—625. — DOI:10.1098/rspb.2004.2986 Архивировано из первоисточника 21 сентябрь 2006.
- ↑ 2,0 2,1 Nowak, Ronald M. Walker's Mammals of the World. — JHU Press (инг.)баш., 1999. — Т. 2. — С. 831. — ISBN 0-8018-5789-9.
- ↑ Jaguar Fact Sheet . Jaguar Species Survival Plan. American Zoo and Aquarium Association. Дата обращения: 14 август 2006. Архивировано из оригинала 27 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 27 ғинуар архивланған.
- ↑ All about Jaguars: ECOLOGY . Wildlife Conservation Society. Дата обращения: 11 август 2006. Архивировано 29 май 2009 года. 2009 йыл 29 май архивланған.
- ↑ «ounce» 2, Oxford English Dictionary, 2nd edition
- ↑ Фернандо де Монтесинос. Древние исторические и политические сведения о Пиру. Книга вторая . www.kuprienko.info (А. Скромницкий) (24 июль 2008). — перевод В. Талах, Киев, 2006. Дата обращения: 8 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 11 сентябрь 2009 года.
- ↑ Педро Сьеса де Леон. Хроника Перу. Часть Первая. www.kuprienko.info (А. Скромницкий) (28 апрель 2009). Дата обращения: 8 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 17 сентябрь 2009 года.
- ↑ Диего Гонсалес Ольгин. Словарь языка кечуа (1608). www.kuprienko.info (А. Скромницкий). Дата обращения: 8 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2013 года.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Johnson, W.E., Eizirik, E., Pecon-Slattery, J., Murphy, W.J., Antunes, A., Teeling, E. & O'Brien, S.J. The Late Miocene radiation of modern Felidae: A genetic assessment (инг.) // Science : journal. — 2006. — Т. 311. — № 5757. — С. 73—77. — DOI:10.1126/science.1122277 — PMID 16400146.
- ↑ Turner A. New fossil carnivore remains from the Sterkfontein hominid site (Mammalia: Carnivora) (инг.) // Annals of the Transvaal Museum : journal. — 1987. — Т. 34. — С. 319—347. — ISSN 0041-1752.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Dianne N. Janczewski, William S. Modi, J. Claiborne Stephens, and Stephen J. O'Brien Molecular Evolution of Mitochondrial 12S RNA and Cytochrome b Sequences in the Pantherine Lineage of Felidae (инг.) // Molecular Biology and Evolution (инг.)баш. : journal. — Oxford University Press, 1996. — Т. 12. — № 4. — С. 690. — PMID 7544865.
- ↑ Yu L. & Zhang Y.P. Phylogenetic studies of pantherine cats (Felidae) based on multiple genes, with novel application of nuclear beta-fibrinogen intron 7 to carnivores (инг.) // Molecular Phylogenetics and Evolution : journal. — Academic Press, 2005. — Т. 35. — № 2. — С. 483—495. — DOI:10.1016/j.ympev.2005.01.017 — PMID 15804417.
- ↑ Johnson W.E. & Obrien S.J. Phylogenetic reconstruction of the Felidae using 16S rRNA and NADH-5 mitochondrial genes (инг.) // Journal of Molecular Evolution : journal. — 1997. — Т. 44. — С. S098. — DOI:10.1007/PL00000060
- ↑ Eizirik E., Kim J.H., Menotti-Raymond M., Crawshaw P.G. Jr, O'Brien S.J., Johnson W.E. Phylogeography, population history and conservation genetics of jaguars (Panthera onca, Mammalia, Felidae) (инг.) // Molecular Ecology : journal. — 2001. — Т. 10. — № 1. — С. 65. — DOI:10.1046/j.1365-294X.2001.01144.x — PMID 11251788.
- ↑ Panthera onca (jaguar) . Animal Diversity Web. Дата обращения: 14 апрель 2016.
- ↑ 16,0 16,1 16,2 16,3 Seymour, K.L. Panthera onca (инг.) // Mammalian Species (инг.)баш.. — American Society of Mammalogists, 1989. — Т. 340. — № 340. — С. 1—9. — DOI:10.2307/3504096
- ↑ Nowell, K.; Jackson, P., eds. (1996). «Panthera Onca». Wild Cats. Status Survey and Conservation Action Plan (PDF). Gland, Switzerland: IUCN/SSC Cat Specialist Group. IUCN. pp. 118—122. Retrieved 2011-11-11.
- ↑ Otfinoski, Steven. Jaguars (билдәһеҙ). — Marshall Cavendish, 2010. — С. 18. — ISBN 978-0-7614-4839-6.
- ↑ 19,0 19,1 Da Silveira, Ronis; Ramalho, Emiliano E.; Thorbjarnarson, John B.; Magnusson, William E. (2010). «Depredation by Jaguars on Caimans and Importance of Reptiles in the Diet of Jaguar». Journal of Herpetology.
- ↑ Black Caiman — AC Tropical Fish.
- ↑ Travellers' Wildlife Guide to Costa Rica by Les Beletsky. Interlink Publishing Group (2004)
- ↑ Hoogesteijn, R., and A. Hoogesteijn. 2008. Cattle and water buffalo jaguar-related mortality— could water buffalo facilitate jaguar conservation and cost-effective ranching in the neotropics? Oryx 42:132-138
- ↑ Acta zoológica mexicana. — Instituto de Ecología, 1998. — 584 с.
- ↑ David Macdonald, Andrew Loveridge. The Biology and Conservation of Wild Felids. — Oxford University Press, 2010-06-03. — 783 с. — ISBN 9780199234448.
- ↑ Harold P. Danz. Cougar!. — Swallow Press, 1999. — 336 с.
- ↑ Grant, Bill Hatcher,Richard. The Return of the Great American Jaguar (инг.), Smithsonian. 13 октябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Spectacled Bear - Threats . 2018 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ Caroline Leuchtenberger, Samara Bezerra Almeida, Artur Andriolo, Peter G. Crawshaw Jr. Jaguar mobbing by giant otter groups. acta ethologica June 2016, Volume 19, Issue 2, pp 143—146
- ↑ Ramalheira CS, Bozzetti BF, Cruz AD, Palmeirim AF, Cabral MMM, Rosas FCW (2015) First record of jaguar predation on giant otter (Pteronura brasiliensis). Animal Biology 65(1):81-86 · March 2015
- ↑ 30,0 30,1 30,2 Энциклопедия диких животных Wildfauna.ru — Ягуар
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Педашенко Д. Д.,. Ягуар // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Большие кошки — Ягуары . bigcats.ru. Дата обращения: 18 апрель 2012. Архивировано из оригинала 28 май 2012 года.