Өфө дәүләт кәңәшмәһе

Өфө дәүләт кәңәшмәһе (Өфө кәңәшмәһе исеме аҫтында ла билдәле) — 1918 йылдың 8 — 23 сентябрендә Өфө ҡалаһында үткән Рәсәй көнсығышының большевиктарға ҡаршы булған хөкүмәттәре, сәйәси партиялары, казак ғәскәрҙәре һәм урындағы үҙидараларының иң вәкәләтле форумы.

Өфө дәүләт кәңәшмәһе

Комучтан (Һамар), Ваҡытлы Себер хөкүмәтенән (Омск), Ваҡытлы Урал өлкә хөкүмәтенән (Екатеринбург), казак ғәскәрҙәренән (Әстерхан, Йәнәсәй, Иркутск,Ырымбур, Семиреченск, Себер, Урал) хөкүмәттәренән, бер нисә милли-дәүләт берәмектәренән (Ҡырғыҙ Алаш — Урҙа хөкүмәте, Башҡорт Хөкүмәте, Төркөстан автономиялы хөкүмәте, эске Рәсәй һәм Себер төрки-татар мосолмандарының милли идаралығы, Ваҡытлы Эстония хөкүмәте), бер нисә дөйөм Рәсәй сәйәси партияларынан барлығы 23 делегация (яҡынса 200 кеше) ҡатнаша.

Кәңәшмәлә «Бөтә Рәсәй юғары идаралығы барлыҡҡа килеүе тураһында акт» (Өфө директорияһы) ҡабул ителә, уға Башҡортостан автономияһы исеменән Искәндәр Солтановта ҡул ҡуя[1]. Кәңәшмәлә большевиктарға ҡаршы төрлө көстәрҙең мәжбүри һәм сиктән тыш тотороҡһоҙ компромисы һөҙөмтәһендә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтеӨфө директорияһы» тип йөрөтөлгән) барлыҡҡа килә. Хөкүмәттең рәйесе итеп Н. Д. Авксентьев һайлана.

Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте «артабан Бөтә Рәсәй Ойоштороу Йыйылышы саҡырылышына тиклем Рәсәй дәүләтенең бөтә киңлектәрендә юғары властың берҙән-бер вәкиле» булыуын белдерә[2]. Актта өлкә хөкүмәттәренең ваҡытлыса килеп сыҡҡан шарттарҙа үтәргә тура килгән юғары властың бөтә функцияларын Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә беренсе талап менән кире ҡайтарылыуы күҙ уңында тотола, тип белдерелә. Шулай итеп, төбәк берекмәләренең суверенитеты юҡҡа сығарыла, уға алмашҡа «өлкәләрҙең киң автономияһы» индерелә һәм уның сиктәре тулыһынса «Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең тәрән аҡыллығына» бәйле була.

Бөтә Рәсәй хөкүмәте тиҙ арала Ойоштороу йыйылышы саҡырылышын тиҙләтеүгә булышлыҡ итеү һәм артабан да уға илдәге берҙән-бер юғары власть булараҡ һис шикһеҙ буйһоноу йөкмәтелә.

Рәсәйҙең милли — дәүләт ҡоролошо нигеҙҙәре федератив принциптарынан сығып эш ителергә тейеш була: иреккә сыҡҡан Рәсәйҙең ҡоролоуы географик һәм иҡтисади, шулай уҡ этник билдәләре булған айырым өлкәләренең киң автономия хоҡуҡтарын, артабан федератив нигеҙҙә дәүләт ойошмаһын тулы ҡанлы Ойоштороу Йыйылышын булдырып…, айырым территория биләмәгән милли аҙсылыҡтар өсөн мәҙәни — милли үҙбилдәләнешкә хоҡуҡтарын таныуҙа нигеҙләнә.

Армияға ҡарата Актта, сәйәси партияларҙың йоғонтоһонан азат булған, көслө, һуғышҡа һәләтле, берҙәм Рәсәй армияһын тергеҙеүе кәрәклеге һәм шул уҡ ваҡытта «хәрбиләргә сәйәси ойошмалары ярамағанлығы һәм армияның сәйәсәттән ситләштереүе» тураһында әйтелә.

Дәүләт берҙәмлеге һәм Рәсәй бойондороҡһоҙлоғо буйынса кисектергеһеҙ тип һаналған бурыстар:

1. Совет власынан Рәсәйҙе азат итеү өсөн көрәш;

2. Рәсәйҙең көсләп тартып алынған, төшөп ҡалған һәм тарҡау өлкәләрҙе ҡайтанан берләштереү;
3. Февраль революцияһынан һуң Рәсәй исеменән һәм уның башҡа өлөштәренән , ғөмүмән, Рәсәй Ваҡытлы Хөкүмәтенән тыш ниндәй булһа ла власть тарафынан төҙөлгән Брест һәм башҡа халыҡ-ара килешеүҙәрҙе танымау һәм Антанта державалары менән килешеүле мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү;

4. Герман коалицияһына ҡаршы һуғышты дауам итеү.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте
  • Рәсәй дәүләте (1918—1920)

Ҡалып:Хронология революции 1917 года в России

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә