Помыкалов Анатолий Сергеевич

Помыкалов Анатолий Сергеевич (тыуған. 29 ноябрь 1959 йыл) — спортсы. Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001).

Помыкалов Анатолий Сергеевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 29 ноябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Һөнәр төрө спортсы
Квалифицирован для ирҙәр спорты[d]

БиографияһыҮҙгәртергә

Помыкалов Анатолий Сергеевич 1959 йылдың 29 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

Спорт менән Бөтә Союз һуҡырҙар йәмғиәтенең «Спартак» ирекле спорт йәмғиәтендә (тренеры П. З. Буйлов) шөғөлләнә.

СССР (1979), СССР йыйылма паралимпия командаһы (1981-1990), Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (1992), Рәсәй (1993-1995) йыйылма командаларына инә.

ҠаҙаныштарыҮҙгәртергә

  • Күреү һәләте буйынса инвалидтар-спортсылар араһында 400 м-ға йүгереүҙә СССР рекордсыһы (1981 йыл);
  • Күреү һәләте буйынса инвалидтар араһында 800, 1500, 5000 метрға йүгереүҙә 12 тапҡыр СССР чемпионы (1981, 1983, 1985, 1988);
  • Европа чемпионатының көмөш призеры (1987, 1989);
  • Паралимпия уйындарында Сеулда (Көньяҡ Корея. 1988) көмөш призер (800 м-ға йүгереүҙә) һәм бронза призеры (400 м һәм 1500 м-ға йүгереүҙә);
  • Донъя (1994) һәм Европа (1989, 1995) чемпионаттарының көмөш һәм бронза призеры;
  • 4 тапҡыр Бөтә донъя инвалидтар уйындары еңеүсеһе (1992).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001).

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 5. П — Советы / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа : Башк. энцикл., 2009. — 576 с.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә