28 май
көнө
(28 мая битенән йүнәлтелде)
28 май — григориан стиле буйынса йылдың 148-се (кәбисә йылында 149-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 217 көн ҡала.
28 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
28 май Викимилектә |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ҡатын-ҡыҙ һаулығын һаҡлау буйынса хәрәкәт көнө.
- Майонездың тыуған көнө (1756)
- Әзербайжан: Республика көнө.
- Әрмәнстан: Беренсе Республика көнө.
- Бермудтар: Бермуд утрауҙары көнө.
- Беларусь, Ҡырғыҙстан, Рәсәй Федерацияһы, Украина: Ил сиге һаҡсылары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Химиктар көнө (майҙың һуңғы йәкшәмбеһе).
- Глобаль селтәрҙәрҙә эҙләүҙәрҙе оптималләштереү буйынса белгестәр көнө.
- 1927: СССР-ҙа маркалы почта конверттары һатыуға сығарыла.
- 1938: РСФСР составында Мурманск өлкәһе ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Овчаренко Василий Моисеевич (1910—1965), инженер-металлург, хужалыҡ эшмәкәре. 1946—1965 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты директоры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. Ленин һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2006). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Донецк өлкәһе Амвросиевка районы Успенка ауылынан.
- Анатолий (донъяуи исеме Кузнецов Евгений Власович; 1930), дин әһеле. 1979—1990 йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы. Дини тәғлимәт кандидаты (1960). Архиепископ (1993), архимандрит (1968). Сығышы менән Иркутск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Шәфиев Фәрит Хажиғәле улы (1930), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1960—1985 йылдарҙа Мәләүез районының Мәжит Ғафури исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1985), Октябрь Революцияһы (1971) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973, 1976) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылынан.
- Зарема Әхмәтйәнова (1945—9.10.1992), инженер, шағир, яҙыусы һәм журналист. 1968—1983 йылдарҙа Андижан һәм Өфө ҡалалары учреждениелары хеҙмәткәре; 1983 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы, 1987–1988 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы», 1990–1992 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналы хеҙмәткәре. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Курочкин Владимир Иванович (1950—2012), хужалыҡ эшмәкәре. 1991—2012 йылдарҙа Өфөләге «Уралдортранс» проект-производство үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почётлы юл төҙөүсеһе.
- Дюпина Любовь Ивановна (1955), спортсы, педагог. 1981—1984 йылдарҙа биатлон буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 2002 йылдан олимпия резервының Өфөләге биатлон буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер‑уҡытыусыһы. Саңғы ярышы (1978) һәм биатлон (1983) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Спринтта (1982) һәм яңғыҙ ярышта (1983) СССР чемпионы. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Юрий Узиков (1931—14.04.2010), журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1973—1994 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1991 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1995—2005 йылдарҙа Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми‑производство үҙәге хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1987), Шәһит Хоҙайбирҙин (1999) һәм В. П. Бирюков (1977) исемендәге премиялар лауреаты.
- Каракуц Владимир Никитович (1941), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 1987—1995 йылдарҙа «Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы»ның генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
тулы исемлек
- Шурупов Евгений Васильевич (1951—22.10.1998), химик-технолог. 1975 йылдан Стәрлетамаҡтағы «Каустик» производство берекмәһенең лаборатория, цех һәм ғилми-техник үҙәк начальнигы. СССР-ҙың химия сәнәғәте отличнигы (1985), почётлы химигы (1990) һәм уйлап табыусыһы (1985). Рәсәйҙең Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Яманаев Фәнил Сафуан улы (1956), атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән хәрби ветеран, запастағы өлкән мичман. Үҙешмәкәр рәссам, композитор һәм шағир, йырҙар авторы һәм башҡарыусы. Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәбдуллин Наил Тимерхан улы (1952), суд органдары ветераны. 2011—2019 йылдарҙа Көйөргәҙе районы буйынса мировой судья. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Платонова Светлана Михайловна (1952), ғалим-музыка белгесе. 1918 йылдан Пермь дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтының кафедра мөдире, 1991 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, музыка тарихы кафедраһы мөдире. 2008 йылдан Рәсәй Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
тулы исемлек
- Товстюк Виталий Андреевич (1952), хеҙмәт ветераны. 1969—2010 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы слесары, операторы, мастер ярҙамсыһы. 2-се (1986) һәм 3-сө (1981) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Урман ауылынан.
- Усманов Ыласын Марат улы (1967), педагог. 1988 йылдан Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директор урынбаҫары, 1992 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2012) һәм мәғариф отличнигы (1999). Сығышы менән ошо райондың Ишкилде ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Зәйтүнә Бикбулатова (1908—23.02.1992), башҡорт театр актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1928—1992 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. СССР-ҙың (1973) һәм РСФСР-ҙың (1955) халыҡ артисы. РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге (1967), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге (1976) дәүләт премиялары лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958) һәм «Почёт Билдәһе» (1968) ордендары кавалеры.
- Әсләмов Әхәт Әсләм улы (1923—25.10.2014), режиссёр, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1990 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы С. Ордоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе. 1952 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1972). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Асҡын районының Упҡанкүл ауылынан.
- Исетова Зифа Фәтхулла ҡыҙы (1933—22.03.2005), эшсе. 1947—1987 йылдарҙа Баймаҡ районындағы хәҙер ябылған Семёновка алтын сығарыу фабрикаһының алтын йыуыусыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1969). Сығышы менән ошо ауылдан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шәриф Бикҡол (1924—3.09.1995), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.
- Калабугина Евгения Валентиновна (1934), инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1972 йылдан Өфө ҡалаһындағы Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми-тикшеренеү институтында баш инженер, 1982—1991 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән Тула ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәниев Булат Тәлғәт улы (1949), ғалим-тел белгесе. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, 2004 йылдан — сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Урыссу ҡасабаһынан.
- Рәмзилә Хисаметдинова (1949—4.06.1995), шағир, уҡытыусы-педагог, 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).
- Ихсанова Рәсимә Хәмит ҡыҙы (1959), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының телевидение студияһы режиссёрҙары бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1908: Ян Флеминг, Британияның хәрби-диңгеҙ разведкаһы офицеры, журналист һәм яҙыусы, Джеймс Бонд тураһындағы романдар авторы.
- 1968: Ямалетдинов Шаһый Ямалетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1946).
- 2002: Вәлиев Дамир Жәүәт улы, ғалим-философ, профессор.